Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Март 2020, 15:51

Һөнәре барҙың — эше бар

Тормошобоҙ төрлө донъяуи ығы-зығы менән мәж килеп үтә.

Шул мәшәҡәттәр араһында эргәбеҙҙәге замандаштарыбыҙҙың ошо осорҙағы эш-шөғөлдәренә, тарихта ҡаласаҡ эҙҙәренә тейешле иғтибар биреп еткермәйбеҙ ҙә кеүек. Ә сапсан ғүмер ағышында күпме һәйбәт кешеләр юлдаш була беҙгә. Минең әлеге һүҙем шундайҙарҙың береһе — 35 йыл заманында Абҙан урта мәктәбендә баларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Мәстүрә Зөфәр ҡыҙы һәм уның тормош иптәше Рифҡәт Иҫәнбай улы Яҡшығоловтарҙың ейәндәре Илнур Яҡшығолов хаҡында.
Мәстүрә Зөфәр ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотларға килгән инем. Улдары Илшаттың Афғанстанда хәрби хеҙмәт итеүе, Ринаты Чечен республикаһында утлы нөктәнең уртаһында ҡайнаған осорҙо иҫкә төшөрөп, төрлө уй-хистәргә бирелеп ултырғанда, бер матур пар килеп инде. Донъя яҡтырып, күңелдәр күтәрелеп китте. Баҡтиһәң, Мәстүрә апайҙың ейәне менән килене икән. Өләсәләрен һөйөндөрөп, тыуған көнө менән ҡотлар өсөн аҙна уртаһында ҡайтып төшкәндәр. Сәй эскән арала тормош хәлдәре, сәләмәтлек хаҡында һүҙ йөрөтөлдө. Илнур Илшат улының теш табибы, ортопед булыуы асыҡланды. Мәскәү дәүләт медицина стоматология университетын тамамлаған икән. Рәсәй медицина академияһының ортопедик-стоматология кафедраһында интернатура үткән. Әңгәмәбеҙ туранан-тура тештәр темаһына төшөп китте. Районда элек беҙ йәш саҡта теш табибына керәйем тиһәң, һыу буйы сират көтөргә кәрәк ине, ҡайҙа ул саҡта теште дауалау, ҡойолоп бөткәнсе йөрөйһөң дә, һыҙлауына түҙмәй башлаһаң, алдырып та ташлайһың. Шул сәбәпле күптәребеҙгә протездар ҡуйылған. Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, хәҙер бөтөнләй икенсе күренеш. Теш белгесе менән аралашҡандан һуң, һаулыҡты йәштән һаҡларға кәрәклеге иҫкә төшә. Үтә лә ябай ысулдарҙы үтәмәү арҡаһында тештәребеҙҙе юғалтыуыбыҙ үкенесле хәл. Ә Илнур Яҡшығоловтың һөйләгәндәре йәштәргә кәңәш булыр тип ышанам.
— Ашағандан һуң тештәрҙе насар, йәки бөтөнләй таҙартмаһаң, ауыҙ ҡыуышлығында ағыулы кислота бүлеп сығарыусы бактериялар үрсей башлай. Был кислота арҡаһында кальций, фосфор юҡҡа сыға, тештең эмале йоҡарып, кариес барлыҡҡа килә. Ул башланғанда бер нимә лә һиҙелмәй. Шуға ла күптәр быға иғтибар итмәй. Кариес ҡара тап булып башлана, артабан тәрәнәйә барып тештең үҙәгенә үтеп инә һәм һыҙланыуға килтерә. Нервыһын алып, өҙлөгөүҙе туҡтатҡанда, перидонтит тигән ҡурҡыныс ауырыуҙан ҡотолоп ҡалырға була. Кире осраҡта ул тештең төшөүенә килтерә. Әгәр ҙә аяҡ, йәки баш саҡ ҡына өшөһә, теш эренләп шешә башлай, йә иһә эренле инфекцион процесҡа — абсцессҡа әйләнә. Һөҙөмтәлә эрен һөйәкте ашай, тән температураһы күтәрелә, дөйөм хәлһеҙлек барлыҡҡа килә, яңаҡ шешә. Дауалауҙы оҙаҡҡа һуҙған осраҡта кешенең һаулығына, хатта ғүмеренә ҡурҡыныс янай. Теш һыҙламаһа ла, йылына ике тапҡыр табипҡа күренеү — сәләмәт тештәрҙең нигеҙе. Хәҙерге заман технологиялары һаулыҡ өсөн бөтә шарттарҙы ҡулланырға мөмкинлек бирә. Ә беҙ — табиптар һәр кемгә һаулыҡ теләйбеҙ,- тип ябай ғына итеп саф башҡорт телендә файҙалы әңгәмә ҡорҙо йәш белгес. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ мәҡәле. Үҙ ваҡытында белем тауҙарына үрләгәндәр эшһеҙ ҡалмай бөгөн. Илнур Илшат улына ла эшендә уңыштар, ғаилә бәхете теләп хушлаштым.
Нәсиә Йосопова, Педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: