Өләсәйем (әсәйемдең әсәһе) Минйәшева-Йәмнихина Хәмиҙә Ҡәйүм ҡыҙы Айытмәмбәт ауылында тыуып үҫеп, Аҙауға килен булып төшкән. Дини уҡымышлы, сабыр холоҡло, үтә баҫалҡы, бик аҡыллы булды ул. Тормош юлы иғтибарға лайыҡлы.
Оло улы Минһажев Йәмнихә Хөсәйен улы Баймаҡ районындағы Темәс педучилищеһын тамамлап, тәүҙә Тирәкле мәктәбендә, һуңынан Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында уҡытҡан. Өйләнергә лә өлгөрмәгән, фронтҡа алынған. Аяуһыҙ алыштарҙа ҡатнашып, 1943 йылда хәбәрһеҙ юғалған. Һуғыш барышында яҙылған хаттарын, юҡ булыуы хаҡында командирынан килгән хәбәрҙе лә өләсәйем беҙҙән, ейәнсәрҙәренән, ҡат-ҡат уҡыта торғайны. Ғөмүмән, өс ҡыҙының (Миңлегөл әбейем, инәйем — Фариза, Нәҡиә апайым) балаларын да ул матур тәрбиә, фәһемле кәңәштәрен биреп үҫтереште. Уның ап-аҡ йөҙлө, наҙлы ҡояш төҫлө ҡарашлы, һәр кемгә, хатта ир-егеттәргә лә “һылыу” тип өндәшеп кенә һөйләшкән, үҙе лә төҫкә сибәр ҡәҙерлебеҙҙең яҡты рухы күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡлана. Берҙән-бер улының фотоһүрәтен һәм хаттарын ҡосаҡлап әрнеүҙәрен онотмайым...
Өләсәйем халыҡ дауаларын да яҡшы белде. Хатта күрше ауылдарҙан да ярҙам һорап киләләр ине. Әллә күпме сабыйға кендек әсәһе лә ул. Мин уның һүҙ бәҫен аңлатып һөйләшеүенә айырыуса иғтибар итә торғайным. Башҡорт һүҙҙәренең асылын, килеп сығышын белеүе, үҙ-ара оҡшашлыҡтарын тойомлауы, туған телебеҙҙе ҙурлауы һоҡландырҙы. Бер генә миҫал килтерәйем. Миңә ун биш йәш самаһы булғандыр. Өйҙә икәү генә ултырабыҙ. Был әңгәмә тиҫтәне белдергән һандар тураһында барған икән, шуға йылдар үткәс кенә төшөндөм.
Өләсәй, миңә ун йәш тулды бит. Ҙурмы мин хәҙер? Ҙурһың, ҡыҙым, бик ҙурһың. “Ун” — “уң” тигән һүҙ ул. Ун йәшлек бала ата-әсәнең уң ҡулы, бәләкәй туғандарын да ҡарашырлыҡ була. Тағы ла ун йылдан егерме йәш тә тулыр һиңә, алла бирһә. Ә ниңә “егерме” тигәндәр? Ул саҡта бер кем дә бала түгел, ә балиғ йәшкә еткән егет һәм ҡыҙ. Егермелә йәш кеше тормош һынауҙарын “еңерме”, ауырлыҡтарға бирешмәҫ өсөн барлыҡ көсөн “егерме”-юҡмы — бөтәһе лә үҙеңдән тора. “Егерме” һәм “егәрле” һүҙҙәре лә оҡшаш бит: егермегә тиклем егәрле булмаһаң, тырышып уҡымаһаң, һөнәр алырға әҙерләнмәһәң — йәш ваҡытың бушҡа үткән тигән һүҙ. Егерменән һуң утыҙ йәш килә, өләсәй. Эйе. Утыҙ йәштә уттай янып, үҙеңде аямай-йәлләмәй эшләргә, һәр яҡтан өлгөр йәшәргә кәрәк. “Утыҙ” һүҙе әллә “Уттыр” тигәндән килеп сыҡҡанмы икән, тим (өләсәйем бер аҙ уйланып тора). Шулай инде ул: был саҡҡа тиклем егеттәр өйләнеп, ҡыҙҙар кейәүгә сығып, донъя көтә башлайҙар бит. Өй һалып, балаларын үҫтерәләр. Йортһоҙ, йотһоҙ-утһыҙ, усаҡһыҙ ҡалһаң, атай-әсәй булырға өлгөрмәһәң — харап бит. Аҙаҡ, олоғайғас, бигерәк тә ауырға тура киләсәк. Халыҡ та һәр аҙымыңды барлап, тикшереп тора. Өләсәй, ә “ҡырҡ” һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан икән? Был осорҙа айырыуса тырышып, “ҡырҡ”ылып эшләргә, йәшәргә кәрәк. Бала-сағаны ашатып, кейендереп, уҡытып, һөнәрле итеп, ысын кеше итеп тәрбиәләүе, башлы-күҙле итеүе лә ай-һай еңел түгел ул. Шунан илле йәш тә етә инде. Эйе, балам. Ысынлап та, ярты быуат йәшәүеңә ғаилә үҙе бер “ил” булып етешә. Ул-ҡыҙҙарҙың донъяһы ишәйә, ейән-ейәнсәрҙәр күбәйә. Татыу тормошло, ныҡлы илең барлығы — үҙе ҙур бәхет. Бына минең өс ҡыҙым, өс кейәүем, ун ике ейән-ейәнсәрем бар икән — бик бай әсә бит мин, ошоноң ҡәҙерен генә белеп йәшәрлек (һуңынан өләсәйемдең тағы алты ейән-ейәнсәре донъяға килде). Илленән һуң алтмыш йәш килә... “Алтын эш” тигән һүҙ был. Хөкүмәткә хеҙмәт итеп, балалар үҫтереп, хаҡлы ялға сығаһың. Ул-ҡыҙҙарың матур итеп, уңғанлыҡта донъя көтһә, йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килтермәһәләр, ошо йәштә лә хужалығыңды алға тәгәрәтһәң — ошолар инде алтмышта ла алтын эштәр. Ә бына “етмеш” һүҙе уйландыра, ҡыҙым. “Етте эш тигәнде аңлата ул. Арытылған, һаулыҡ та ҡаҡшаған кеүек. Көсөңдө барлап ҡына ғүмер итергә инде. (“Барғаны бара тора, ҡалғаны ҡала тора” тип йырлайҙар бит хәҙерге заманда. Мин, өләсәйемдең оло ейәнсәрҙәренең береһе, үҙем дә шул сал ҡартлыҡ миҙгеленә аяҡ баҫтым).
— Өләсәй, һин бик күп беләһең. “Һикһән йәш” нимәне аңлата?
“Һикелә генә ултыр” тигән мәғәнәләлер инде. “Ҡартлыҡ — шатлыҡ түгел” тиҙәрме әле?.. Тимәк, был йәштә кеше туҡ: бар яҡтан туҡ — күпте күргән, күпте кисергән, әсе-сөсөһөн дә татыған, әммә йәшәүҙән төңөлмәй ул. Шул йәшкә етһәң, бик шәп инде. Оҙон ғүмерле булыу хоҙай бүләге, тиҙәр. Йөҙ йәшкә етеүе — ой, ой, ой... Йөҙйәшәрҙәр бик һирәк, балам. Күңелдәре лә, ҡараштары ла күккә төбәлгән. Уйҙары менән зәңгәр күктә “йөҙ”әләр, тип әйтәйемме. Күпме йән — шунса рух... Һәр ҡайһыбыҙ Аллаһы Тәғәлә ҡулында. Эй, өләсәйем, һин үҙең оҙон-оҙаҡ йәшә, йәме. Шул тиклем ныҡ яратабыҙ бит һине. Ошондай һөйләшеүҙәр күп булды һәм күңелемә рухи көс, дәрт – дарман бирҙе. Яҡшы өмөттәр уянды, күп теләктәр тормошҡа ашты. Ҡояш берәү, ай ҙа бер генә. Наҙлы яҙҙы килтергән нурлы март айында ҡәҙерле әсәй, өләсәйҙәребеҙҙе, уларҙың яҡты рухын ҙурлап иҫтәребеҙгә төшөрәбеҙ. Тәрбиәләренә рәхмәтлебеҙ. Туған телебеҙҙе, динебеҙҙе һаҡлап-яҡлап, хәҙерге көндәргәсә түкмәй-сәсмәй килтереп еткергән изге заттар алдында мәңге бурыслыбыҙ. Әсәйем Фариза Хәлиулла ҡыҙының ҡулынан гәзит – журнал төшмәне, китап уҡырға яратты, ғәжәйеп оҫта йырсы булды, дәфтәрҙәребеҙҙе көн дә тикшереп, дәрестәр әҙерләшергә ярҙам итте. Атайым Миңлеғәли Һарун улы менән бергә үҙҙәре тураһында ҡайғырмайынса, бар көстәрен һалып, беҙҙе, балаларын аяҡҡа баҫтырырға тырышты. Әүлиә Хәмиҙә өләсәйем оҙон көйгә йырлағанса:
Күпме халыҡ, быуын-быуын булып,
Ғүмер иткән Инйәр буйында.
Күпме шатлыҡ, күпме хәсрәт күргән,
Гел күндәмлек булған уйында.
Икенсе өләсәйем — Оҙондар ауылы ҡыҙы Сәлхиҙә йәшләй генә донъя ҡуйған, өс улы малай саҡтарында ғына етем ҡалған. Үгәй өләсәйем — Шәмситап нәнәйем бик хәстәрлекле, Аҙау ауылында көслө дауалаусы ағинәй булды.
Ирҙәр күтәрмәҫлек йөк тартҡан, күңелдәре тулы хазина-изгелек менән йәндәребеҙҙе имләгән, һеңдереп кенә кәңәш һүҙ әйткән башҡорт әсәләренә мәңгегә рәхмәтлебеҙ.
педагогик хеҙмәт ветераны.