Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Март 2020, 14:30

Оло хәүефле бөжәк

талпандан һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы — прививкалар

Талпан энцефалиты нервы сис­те­маһын ҡаҡшата. Вируслы бөжәк ҡаҙалғандан һуң ауырыу уртаса 7-14 көндән беленә башлай. Кешенең тән температураһы ҡапыл күтәрелә, ул өшөп ҡалтырана, бите ҡыҙара, баш һәм муйыны, елкәһе, күкрәге, бил мускулдары ауыртырға тотона, күңеле болғанып, ҡоҫҡоһо килеүе мөмкин. Ауырыуҙың эҙем­тәләре төрлөсә: һауығырға ла була, инвалид булып ҡалыу йә үлеү хәүефе лә ҙур. Боррелиоз сире лә ҡаты: нервы ғына түгел, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ла ҡаҡшауы ихтимал.
Вирустар кеше тәненә талпандан тешләнгәс үк тарала. Әммә энце­фалиттың икенсе ысул менән дә зарарлауы мөмкин. Мәҫәлән, талпан һырыған кәзә һәм һыйыр аша күсеп. Был осорҙа һөттө ҡайнатыл­маған килеш эсмәҫкә тырышығыҙ. Шулай уҡ талпанды тәнгә иҙеп үлтермәгеҙ һәм тешләнгән урынды тырнамағыҙ.
Энцефалиттан һаҡлаусы прививкалар бар. Уларҙы йылдың төрлө осоронда эшләтергә була, әммә талпандар уяныр алдынан яһатыу яҡшыраҡтыр. Укол ике инъекциянан тора: берен­сеһенән һуң 3-5 ай үткәс, икенсеһе ҡаҙатыла. Һуңғы инъекциянан һуң, ике аҙна тирәһе ваҡыт уҙғас ҡына организмда талпан энцефалитына ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә. Бер йыл үткәс, ревакцинация эшләнә, артабан ул ғәмәлде өс йыл һайын ҡабатлау зарур. Вакцинаны талпандан сир йоҡтороу хәүефе ҙур булған биләмәләрҙә ҡырҙа (урманда) эшләүселәргә һәм ял итеүселәргә яһатыу мотлаҡ.
Талпан ҡаҙалды икән, ни эшләргә? Әлбиттә, тиҙ арала поликли­никаға йә травмпунктҡа күренергә. Бөжәкте тәндән тиҙерәк һурып алыу кәрәк, сөнки, төпкәрәк инһә, ҡотолоу ҡыйынға тура килер. Әгәр дауаханаға күренеү мөмкинлеге булмаһа, талпанды пинцет һәм көнбағыш майы ярҙамында үҙегеҙ сығарығыҙ. Тик һаҡ булығыҙ — моронсоғо тәндә тороп ҡалмаһын. Тешләнгән урынды спирт йәки йод менән эшкәртегеҙ.
Тәндән алынған талпанды лабораторияға тапшырып, унда энцефалит һәм боррелиоз вирусы бармы-юҡмы икәнен тикшертеү кәңәш ителә. Тикшереү һөҙөмтәһендә талпандың вируслы булыуы асыҡ­ланһа, зарарланған кешегә тиҙ арала травмпунктҡа барып, энцефалитҡа ҡаршы иммуноглобулин ҡаҙатырға кәрәк. Уколды талпан ҡаҙалғандан һуң дүрт көн уҙмаҫ борон эшләтеп өлгөрөргә тырышығыҙ. Ә инде боррелиоз булыуы асыҡланһа, уға ҡаршы антибиотик ҡулланалар.
Гөлгөнә Хисмәтуллина,
Максим Горький фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры.
Читайте нас: