Инйәр
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Март 2020, 12:19

Насип булған мөхәббәт

яҡташтарыбыҙ алтын туйҙарын билдәләне

Абҙан ауылында йәшәүсе Фәнүзә Мансур ҡыҙы менән Әхмәт Кинйәбай улының һөйөү усаҡтарын һүндермәй, иңде-иңгә терәп, бер-береһен хөрмәт итеп бергә ғүмер итеүҙәренә быйыл 50 йыл. Ошо айҡанлы уларҙы ауыл биләмәһе башлығы А.Хәсәнов, идарасы Г.Ғүмәрова, ауыл ветерандар советы рәйесе Ф.Дәүләнова тәбрикләп, БР Башлығы Р.Хәбировтың Ҡотлау хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Мөхәббәт! Был тылсымлы һүҙгә күпме илаһи ҡөҙрәт һыйған. Кешеләрҙең иңенә ҡанат ҡуйып, күктәргә сөйгән дә, сикһеҙ даръяларҙы иңләткән дә, уттарҙа яндырған да, илатҡан да, йырлатҡан да ул.
Мөхәббәтте кемдер йылдар буйы көтә, ә кемгәлер ул йәшен тиҙлегендә ҡапыл килә. Абҙан ауылында ла алыҫ 1968 йылда Фәнүзә һәм Әхмәт Хәсәновтарҙың йәш ғаиләһе көтмәгәндә барлыҡҡа килә.
Армия хеҙмәтен тултырып, тыуған колхозында электрик булып эшләп йөрөгән егет бағана башында сымдарҙы төҙәтеп йөрөгән бер көндө нескә билле, оҙон толомло, ҡыйғас ҡашлы һылыу ҡыҙға иғтибар итеп ҡуя. Мәктәпкә йүгерә-атлай ашыҡҡан Фәнүзә лә егеткә күҙ һирпеп өлгөрә. Ул ваҡытта сибәркәй — ун ете, ә егет егерме ете йәш менән бара. Әхмәттең йөрәгендә, тәү күреүҙән үк, йәш ҡыҙға ҡарата ғашиҡ уты ҡабына. Ул мөхәббәт хисен башта берәүгә лә һиҙҙермәй күңелендә һаҡларға тырыша. Ни тиһәң дә йәш айырмаһы бар, етмәһә һөйгәне унынсы класта ғына уҡып йөрөй. Бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, ул ахырҙа түҙмәй, уңайлы ваҡыт табып Фәнүзәгә асыла. Бәхеткә күрә, һылыуы ла уны күптән яратып йөрөгән икән. Яратмаҫһың да, заманында Әхмәт ағай ауылдың иң матур егеттәренең береһе була. Шулай итеп, һөйгән йәрҙәр осраша башлай һәм оҙаҡ уйлап тормай, ата-әсә ризалығын алып, сәстәрен-сәскә бәйләй. Кәләштең йәше етмәү сәбәпле, улар башта ЗАГС-ға бармай никах ҡына уҡытып тора, тик ике йыл үткәндән һуң 1970 йылдың март айында рәсми рәүештә никахтарын теркәй.
— Әсәйем иртә кейәүгә сығыуыма бер ҙә ҡаршы булманы. Ҡатын-ҡыҙ бәхете — үҙеңә тап килгән йүнле кешегә кейәүгә сығып, балалар үҫтереү, тип ризалығын бирҙе. Уға мең рәхмәттәр уҡыйым. Ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп, мине яңғыҙы тәрбиәләп, яҡты тормошҡа аяҡ баҫтырҙы.
Кейәүгә сыҡҡас, ҡорған донъяның бар мәшәҡәте гүзәл зат иңенә төшә, шуға күрә уҡыуҙы ташларға тура килде. Икебеҙ ҙә, барлыҡ ауылдаштарыбыҙ кеүек колхозда хеҙмәт иттек. Мин күберәге сөгөлдөр яланында тир түктем. Иҫемдә, 1976 йылда ирем менән бер мең центнер татлы тамыр сығарҙыҡ. Колхозда ла тырыштыҡ, үҙебеҙҙең хужалыҡта күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫраныҡ, баҡсабыҙҙа йәшелсә-емеш тә үҫтерҙек, эшкә ауан булдыҡ. Бер-бер артлы алты балаларыбыҙ тыуҙы. Бөгөн улар Рәсәйҙең төрлө тарафтарында хеҙмәт итеп, үҙ донъяларын көтә. Балаларыбыҙ, Аллаға шөкөр, беҙҙән өлгө алып, тағы ла яҡшыраҡ, етешерәк донъя көтә. Ун ике ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә беҙҙе тик ҡыуандырып ҡына тора.
Тормош иптәшем — күҙ терәп торған ышаныслы ҡәлғәм. Уның ихласлығы, миһырбанлығы, киң күңеллеге, итәғәтле булыуы татыу ғаиләбеҙгә нигеҙ һалды. Бергә йәшәй башлауыбыҙҙың тәүге мәлендә үк уңған, хәстәрлекле, аҡыллы ир-уҙаман матур киләсәккә өмөт тыуҙырҙы.
Бөгөн, оло йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла ҡул ҡаушарып ултырмайбыҙ. Һаман бесәнен дә әҙерләйбеҙ, бал ҡорттарын да ҡарайбыҙ, ихатаны ла ялт иттереп төҙәтеп, йыйыштырып ҡуябыҙ. Икебеҙ ҙә донъяның матурлығын тойоп йәшәйбеҙ. Һәр эште килешеп башҡарабыҙ, балалар ҙа аталары менән кәңәшләшмәй бер нимәгә тотонмай. Ғаиләлә уның абруйы ҙур,— тип ғүмер миҙгелдәрен бәхетле йылмайып ҡыҫҡаса иҫкә төшөрөп үтте уңған хужабикә.
Хәсәновтарға, ысынлап та бик һирәк осрай торған бәхетле мөхәббәт насип булған. Ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп килгән райондаштарыбыҙ бөгөн оло һөйөү тойғоларын ҡайтанан кисерә. Ҡыуаныслы ла, һағышлы ла мәлдәренә йәнә бер әйләнеп ҡайта.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: