Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Март 2020, 14:20

Ислам — тыныслыҡ дине

ысын мосолман яуызлыҡ эшләмәҫ

Ислам ышығында экстремистар көс ҡулланып дәүләт ҡоролошона үҙгәрештәр индереүгә, дәүләттең суверенитетын һәм территориаль бөтөнлөгөн боҙоуға, ошо маҡсатта дини дошманлыҡ һәм күрә алмаусанлыҡ уятыуға йүнәлтелгән. Ислам радикалдары хәрәкәтенең маҡсаты — бөтә донъя Ислам дәүләте (Хәлифәт) төҙөү. Икенселәй әйткәндә, белә тороп, тормошҡа ашмаҫ идея яҡлылар хәҙерге илдәр урынына, иң беренсе сиратта, мосолман динен тотоусылар менән бик ҙур Ислам дәүләте төҙөмәк була. Бында бөгөнгө бойондороҡһоҙ илдәрҙең территориаль бөтөнлөгөн боҙорға тырышыу ҙа күҙҙә тотола.
Экстремистар йоғонтоһона күберәк йәштәр эләгә. Шуға күрә уларға һуңғы ваҡытта таралып киткән төрлө «ислам белгестәре» менән аралашыуҙан һаҡланырға кәрәк. Ысынын әйткәндә, уларҙың күптәре ислам дини тәғлимәттәре өлкәһендә белгес түгел, ғәрәп телен белмәйҙәр, шулай булғас, ислам дине ғилемен һәм хоҡуҡтарының ике төп сығанағы булған Ҡөрьәнде һәм Сөннәне (бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең һүҙҙәре һәм эшләгән эштәре тураһында риүәйәттәр йыйынтығы) лә белмәйҙәр. Ләкин улар үҙҙәренә уҡымышлы ҡиәфәт бирә белеүсе, үҙҙәренең өгөт-нәсихәттәренә Ҡөрьәндән өҙөктәр һәм Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең хәҙистәрен ҡыҫтырып ебәрә алған яҡшы ғына психологтар. Уларҙы күркәм генә ислам ҡиәфәтенән танырға була (матур итеп үҫтерелгән һаҡал, Урта Азия йәки ғәрәп илдәрендә кейелгән кейем). Ғәрәп телен өҫтән- мөҫтән генә белгән йә иһә бөтөнләй белмәгән был «белгестәр» Ҡөрьәндең тәржемәһенә ҡарап үҙҙәренең «фекерен» һөйләй башлай. Беҙҙең күпселек граждандарыбыҙҙың үҙ диненең база нигеҙҙәрен белмәүе арҡаһында ғына улар үҙ ҡараштарын пропагандалауҙа ниндәйҙер уңышҡа өлгәшә ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 70 йыл буйы халыҡты көсләп атеист итеп, элекке СССР мосолмандары ислам дине һәм мәҙәниәте буйынса белемһеҙ ҡалды.
Мәсеткә йөрөүҙән баш тартыуға сәбәптәр юҡ. Киреһенсә, мәсет — дин тотҡан кешенең үҙенең фекерҙәштәре менән осрашып, үҙ диненең йолаларын башҡарыу урыны ул. Кешеләр мәсеткә йөрөүҙән ҡурҡмаһын, күп кенә мәсеттәр олатайҙарыбыҙ һәм өләсәйҙәребеҙ йөрөгән мәсет бит. Мәсеттәребеҙҙе ситтән килгән ялған исламсыларға йәки урындағы халыҡ араһынан сыҡҡан уларҙың ҡуштандарына һатыуға юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Иң беренсе сиратта исламда һәр ағым да тигеҙ хоҡуҡлы икәнен оноторға ярамай һәм «хаҡ мосолмандар» һәм «хаҡ булмаған мосолмандар»ға бүлеүҙе ислам дине инҡар итә. Шуға күрә, «хаҡ ислам дине» һәм «хаҡ түгел ислам» тураһында кемдәрҙеңдер раҫлауы һәм мосолмандарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға тырышыу ислам динендә була торған хәл түгел. Был бәйләнсек "ислам белгестәренән ислам диненә ҡайҙа уҡыуҙарын, юғары ислам уҡыу йорттарын тамамлау тураһында дипломдарын, ғәрәп телен белеү-белмәүҙәрен, өҫтәмә гуманитар йәки техник белемдәре булыу-булмауы тураһында туранан-тура һорарға кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙың күпселеге ошондай ябай ғына тест-имтиханды ла күтәрә алмай һәм һәр ваҡыт шуны иҫтә тоторға кәрәк, башҡорттар — дини фанатлыҡтан азат кешеләр. Башҡорт халҡының Салауат Юлаев, Әхмәт Зәки Вәлиди кеүек танылған вәкилдәре динде бер ҡасан да ыҙғыш-талаш, бер-береһенә ҡаршы тороу сараһына әүерелдермәне. Салауат Юлаев мосолмандарҙың һаҡалы ниндәй оҙонлоҡта йәки түбәтәйҙе нисек кейергә тип һүҙ көрәштергән өсөн түгел, ә ул үҙ халҡын батша залимдарынан һаҡлағаны, уның ерҙәрен, хоҡуғын яҡлағаны өсөн милли герой тип танылды. Әхмәт Зәки Вәлиди исламды тормоштоң ауыр минуттарында мөрәжәғәт итә алырлыҡ рухи дин тип иҫәпләне һәм динде сәйәсәткә бәйләүгә ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Ул диненә, милләтенә һәм сәйәси ҡараштарына ҡарамаҫтан, закон алдында бар халыҡтың да тиң булыуы яҡлы булды.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: