Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
17 Март 2020, 12:09

Ташҡын килә!

Йыл һайын йоҡа боҙ арҡаһында әллә күпме кеше һәләк була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында балалар һәм балыҡсылар йыш осрай...
Бына ошондай фажиғәләрҙең булмауы өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мөһим. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: кешегә 10-12 сантиметр ҡалынлыҡтағы боҙ ғына артыҡ ҡурҡыныс янамай, ә унан йоҡарағы иһә - хәүеф-хәтәр сығанағы.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты граждандарға йылға-күлдәрҙә булғанда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра:
һыу ятҡылығындағы рөхсәт ителмәгән урындарҙан үтмәгеҙ;
йылға-күлдәрҙең йоҡа боҙло өлөштәрен урап үтегеҙ;
ҡараңғы төшкән мәлдә һәм томан, ҡар, ямғыр яуған ваҡытта боҙ менән ҡапланған йылға-күлгә яҡын бармағыҙ;
боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп тикшермәгеҙ;
әгәр ҙә боҙ менән ҡапланған күл йәки йылға буйлап үтмәйенсә булмай икән, һис юғында кешеләр һалған һуҡмаҡ буйлап атлағыҙ;
айырым боҙ киҫәгендә төркөмләп йөрөү кәңәш ителмәй.
Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы боҙ менән ҡапланған йылға-күлдәргә яңғыҙын ебәрмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Бынан тыш, тиҙҙән ташҡын башланасаҡ. Был осорҙа республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты бәлә янаған осраҡта радиоалғысты йәки телевизорҙы тоҡандырырға кәңәш итә, сөнки кәрәкле мәғлүмәттең хәбәр ителеүе ихтимал. Билдәләнгән ваҡытта хәүеф янаған райондан күсеп китергә тырышығыҙ. Өҫтәүенә яҡындарығыҙға, күршеләрегеҙгә етеп килгән хәүеф тураһында хәбәр итегеҙ. Документтарығыҙҙы, ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе, медикаменттарҙы, аҙыҡ-түлекте, кейем-һалымды һәм башҡа кәрәк-яраҡты алдан әҙерләү зарур. Мөлкәтте өй башы кеүек хәүефһеҙ урындарға күтәреп ҡуйыу ҙа ҡамасау итмәҫ. Өҫтәүенә ишек-тәҙрәләрҙе ябыу, кәрәк икән, уларҙы таҡта менән ҡаҙаҡларға кәңәш ителә.
Ташҡын башланһа, иң беренсеһе – тыныслыҡ һаҡлау. Тағы ваҡытында кәрәкле мәғлүмәтте ишетеү өсөн радиолғыс тыңлау, телевизор ҡарау кәрәк. Артабан һыу етмәҫ урынға, мәҫәлән, йорт башына күтәрелегеҙ. Автомобиль камераһы, өрөп тултырыла торған матрас кеүек иң кәрәкле әйберҙәрҙең үҙегеҙ менән булыуы мотлаҡ. Ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем бәлә-ҡазаға тарыуығыҙҙы белдергән билдәләрҙе элегеҙ йәиһә улар күренһә, ҡул болғағыҙ.
Ярҙам килмәгән икән, иң һуңғы сиктә генә, мәҫәлән, медицина ярҙамы, аҙыҡ-түлек, һыу кәрәкһә, һыу баҫмаған урынға күсегеҙ. Ташҡынға эләккән осраҡта иһә эргә-тирәләге һыу өҫтөндәге әйбергә тотонорға тырышығыҙ. Кемдер батып барһа, уға йөҙә торған әйберҙе бирегеҙ. Әгәр ул үҙен ҡулға ала алмай икән, ярҙам итегеҙ.
Ташҡындан һуң да йортоғоҙға кире килгәндә һаҡ булығыҙ: өҫтөгөҙгә берәй әйбер ишелеп төшә күрмәһен. Бүлмәләрҙе елләтегеҙ, уларҙағы әйберҙәрҙе сүп-сарҙан, бысраҡтан таҙартығыҙ. Бының өсөн ҡайнар һыу менән ағартҡысты файҙаланығыҙ. Электр, газ, ут менән һаҡ булығыҙ. Уларҙың төҙөклөгөн белгестәрҙең тикшереүе хәйерлерәк. Ҡоҙоғоғыҙ бар икән, уны таҙартыу кәрәклеген дә иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Читайте нас: