Инйәр
-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Март 2020, 13:15

Таҙа һыу менән тәьмин итергә кәрәк...

Организмдағы һәр ағза, шул иҫәптән бөйөрҙәр ҙә, кешенең тулы ҡанлы йәшәү рәүеше, эшмәкәрлеге өсөн мөһим роль уйнай.

Улар оҙаҡ йылдар дауамында сәләмәт булһын, үҙ функцияһын теүәл үтәһен тиһәгеҙ, ҡайһы бер насар ғәҙәттәрҙән арынырға кәрәк.
  1. Тәмәке тартыу. Табиптар был ғәҙәттең бөйөрҙәргә емергес тәьҫирен аныҡ билдәләй. Тәмәкеләге токсик матдәләр һәм ыҫмала артерияларҙың стеналарын ҡатыра һәм тарайта, һөҙөмтәлә ҡан әйләнеше насарайып, тотош организм зыян күрә.
  2. Газлы эсемлектәр. Бындай эсемлектәр менән мауығыу һейҙектә аҡһым барлыҡҡа килтерә, артабан бөйөрҙәрҙең патологияһына килтереүе ихтимал. Шулай уҡ составында шәкәр, һәр төрлө буяуҙар, углекислы газ булған эсемлек бөйөр эшмәкәрлегендә көсөргәнеш тыуҙыра.
  3. Организмға В төркөмө витаминдары (айырыуса В6) етмәү бөйөрҙәрҙә таш барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Тәҡдим ителгән продукттар – емеш-еләк, борсаҡ, йәшелсәләр.
  4. Магний – бөйөрҙәр өсөн бик кәрәкле микроэлемент, ул организмда кальцийҙы үҙләштерергә ярҙам итә. Әгәр магний етмәһә, кальций бөйөрҙә туплана башлай. Магнийға көнбағыш, сәтләүектәр, борсаҡ, йәшел төҫтәге йәшелсәләр бай.
  5. Йоҡо туймау кеше организмына, шул иҫәптән бөйөрҙәргә насар тәьҫир итә, сөнки төнгө йоҡо мәлендә барлыҡ туҡымаларҙа яңырыу процесы бара.
  6. Тоҙҙо самаһыҙ ҡулланыу бөйөрҙәр системаһын көсөргәнештә эшләргә мәжбүр итә.
  7. Дарыуҙар. Ҡайһы бер дарыуҙар, бигерәк тә ауыртыуҙы баҫҡан төрҙәре бөйөрҙәргә ныҡ зыянлы. Көслө тәьҫирле дарыуҙарҙы табип күрһәтмәһенән тыш ҡулланмағыҙ.
  8. Бөйөрҙәр ҡәһүә эсеү менән мауығыуҙы ла яратмай.
  9. Иҫерткес эсемлектәр бөтә организмға, шул иҫәптән бөйөрҙәргә лә емергес тәьҫир итә.
  10. Һыуҙы аҙ эсеү. Бөйөрҙәр һәйбәт эшләһен, организмдан насар матдәләрҙе өҙөклөкһөҙ сығарып торһон өсөн уларҙы етерлек кимәлдә таҙа һыу менән тәьмин итергә кәрәк. Һыу етешмәүен бәүел төҫөнә ҡарап белергә мөмкин: ул тоноҡланһа, ҡуйы һарыға әйләнһә, тимәк, уйланырға урын бар.
  11. Сәләмәт булығыҙ!
    Фотоһүрәт: асыҡ сығанаҡтарҙан.
    Читайте нас в