Ҡышты оҙатыуға бәйле күңелле, шаян байрамды күптәр яратып көтөп ала. Быйыл был сара 24 февралдән 1 мартҡа тиклем дауам итте. Төрлө күңел асыуҙар, ҡоймаҡ менән сәйгә саҡырыуҙар аҙна буйына дауам итте. Беҙҙең ата-бабалар ҙа Ҡояш аллаһына бағышлап, Масленицаны билдәләгән. Түңәрәк ҡоймаҡтың байрам символикаһы булыуы ошонан килә лә инде. Көн менән төн тиңләшкән арауыҡта яҙҙы саҡырып, тантаналар ойошторолған. Шул осорҙан килгән ҡыш ҡарасҡыһын яндырыу йолаһы әлегәсә һаҡланып ҡалған.
Яҙҙың тиҙерәк етеүен теләп, беҙҙең “Шәфҡәтлелек” ҡарттар йорто тәрбиәләнеүселәре лә ҡышты оҙатыу сараһында ҡатнашты: уйындар уйнаны, әйлән-бәйләндә өйөрөлдө, ҡайнар һәм тәмле ҡоймаҡтар менән һыйланды, шулай уҡ ҡарасҡыны яндырҙы.
Граждандар оборонаһы өлкәһендәге ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе, шул иҫәптән терроризм һәм экстремизмды иҫкәртеү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар планына ярашлы “Шәфҡәтлелек” ҡарттар йортонда янғын-тактик уҡыуҙар уҙҙы. Уның барышында интернатта эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең янғын һүндереү ҡорамалдарын ҡуллана белеүе күҙ уңында тотолдо, янғын тураһында хәбәр итеү, балаларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуациялау, бина ҡаттарында һәм дөйөм йортта электр утын һүндереү кеүек беренсел хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлеше тикшерелде. Бынан тыш, оло һәм хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға сығарыуҙа тәрбиәселәрҙең һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә эшләй белеүе мөһим ине. Уҡыуҙарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла алға ҡуйылған бурысты теүәл атҡарҙы, шул рәүешле ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта юғары әҙерлектә булыуҙарын иҫбатланы.
мәҙәни саралар ойоштороусы.