Инйәр
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Март 2020, 16:19

Алтын алма уңһың тиһәгеҙ…

Помидор орлоғон һайлағанда, ҡасан өлгөрөүен һәм ниндәй климатҡа яраҡлашыуын иҫәпкә алыу мөһим.

Тәмле йәшелсә детерминат һәм индетерминат сорттарға бүленә. Детерминат үҫентеләре билдәле бер күләмдә ботаҡтар үҫтергәс, үҫешен тотҡарлай һәм асыҡ тупраҡҡа ултыртыу өсөн ҡулайлы. Индетерминат сорттарҙа төп һабаҡтың үҫеше оҙаҡ ваҡыт дауам итә. Улар ябыҡ тупраҡҡа ултырған хәлдә юғары уңыш бирә.
Сәсеү өсөн март уңайлы ай һанала. Беҙҙең климат шарттарына яраҡлы сорттар иҫәбенә түбәндәгеләр инә: “Москвич” — ул 80 көндә өлгөрә, аҫҡы һабаҡтарын өҙөргә, таяҡ бәйләргә кәрәкмәй. “Монгольский карлик”, “Драгоценность” сорттары ла әрһеҙ, тәрбиәләүе еңел. Мартта ултыртһаң, июлдә үк ашарға мөмкин. “Взрыв”, ”Бедуин”, “Драгоценность”, “Розовый гигант”, “Бордо”, “Бычье сердце”, “Русский любительский сладкий”, “Чудо земли” сорттары һорау менән ҡулланыла.
“Бычье сердце” сиргә бик бирешеп бармай. Ҡоролоҡ булғанда ла яҡшы үҫә. Помидорҙары эре, итләс була.
“Дамские пальчики” — иң ҡулайлы сорт. Һалҡындан да, оҙайлы ямғырҙан да ҡурҡмай, тоҙлау өсөн дә яҡшы. “Ракета” ла беҙҙә уңа. “Белый налив” һалҡынға сыҙамлы, итләс, фитофторозға бирешмәй.
Һуңғы ваҡытта хәстәрлекле баҡсасылар орлоҡто үҙҙәре етештерә. Әгәр ҙә орлоҡтарҙы һатып алырға тура килә икән, уларҙы тәүҙә тоҙло һыуға һалып тикшерергә кәрәк. Бының өсөн бүлмә температураһындағы бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ ҡушырға һәм шуға орлоҡтарҙы һалып болғатырға. Стакан төбөнә төшөп ятҡандарын тоҙло һыуҙан алып сайҡатҡандан һуң, ултыртырға, ә өҫкә ҡалҡҡандарын ташларға мөмкин. Йоғошһоҙландырыу өсөн марля йәки сепрәккә төрөлгән орлоҡтарҙы 15-20 минут алһыу төҫтәге марганцовка йәки фунгицидтарҙан әҙерләнгән иретмәлә дауалау кәңәш ителә. Ултыртыр алдынан үҫеш стимуляторҙары “Эпин-экстра”, “Энерген” һәм башҡа иммуноцитофит иретмәләренә һалып алыу отошло. Шулай уҡ халыҡ ысулдары ла киң ҡулланыла. Мәҫәлән, орлоҡтарҙы 5-6 сәғәт 200 мл һыуға бер сәй ҡалағы бал һалынған ҡатнашмала тоторға, алоэ япраҡтарын ике аҙнаға һыуытҡысҡа ҡуйып, унан һутын һығып, һыу менән 1:1 нисбәтендә ҡушып, бер тәүлеккә, бер сәй ҡалағы көлдө 200 мл һыуға һалып, бер тәүлек төнәтеп, һөҙөп,орлоҡтарҙы 5-6 сәғәткә шунда ҡалдырырға.
Орлоҡто “Байкал-ЭМ1” йәки икенсе төрлө препарат ҡушылып еүешләтелгән туҡымала 10-12 сәғәт тотҡандан һуң, алдан әҙерләп ҡуйылған тартмаға (1 см тәрәнлектә, араларын 2-3 см ҡалдырып) тупраҡҡа сәсәбеҙ һәм йылы, яҡты ергә урынлаштырабыҙ.
Бер аҙна тирәһендә беренсе үҫентеләр баш ҡалҡытасаҡ. Улар 5-7 см-ға тиклем үҫкәс, яртылаш тупраҡ һалынған ҙурыраҡ стакандарға күсереп ултыртырға, үрләгән һайын аҙ-аҙлап тупраҡ өҫтәргә. Аҙнаһына бер тапҡыр органик ашлама менән туҡландырырға. Оҙоная башлау менән, аҫта өс япраҡ ҡалырлыҡ итеп, осон киҫергә. Был саранан һуң, помидор япраҡ аҫтарынан тамырлана һәм өс ботаҡлы булып үҫеп китә.
Яҡты, иркен тәҙрә төптәре йәки махсус өҫтәмә яҡтыртыу помидорҙар өсөн бик әһәмиәтле. Һыуҙы йыш, ләкин күп һибергә ярамай. Артыҡ дым тамырҙарҙы серетә, бәшмәк ауырыуҙары ҡурҡынысы тыуҙыра.
Иртә сыҡҡан помидор тиҙерәк өлгөрә. Үҫенте 30-40 см бейеклеккә еткәс, көслө тамыр системаһын үҫтереү маҡсатынан 1 литрлы һауыттарға күсерелә. Әгәр ҙә алтын алманы май баштарында уҡ теплицаға ултыртырға планлаштыраһығыҙ икән, быны эшләмәһәгеҙ ҙә була. Пленка аҫтына сығарыу өсөн
помидорҙы 1-10 мартҡа тиклем, асыҡ грунтҡа — марттың 25-нән апрелдең 5-нә тиклем сәсеү яҡшы. Асыҡ тупраҡҡа сығарырға ике аҙна ҡалғас, үҫентеләрҙе сыныҡтырыу зарур.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: