Инйәр
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
27 Февраль 2020, 16:03

Мәктәп булһа, ауыл йәшәр

Айытмәмбәттә яңы белем усағы асылды

Был шатлыҡлы ваҡиға менән ауыл халҡын район хакимиәте башлығы Илшат Әминев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Рушанна Бабич менән Айгөл Гәрәева, яҡташыбыҙ, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Ғарифулла Япаров, район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев, педагогик хеҙмәт ветераны Роза Ғәббәсова, Оҙондар ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Мөхәмәтдинов һәмм башҡалар ҡотланы.
Ауыл ерендә мәктәп белем усағы ғына түгел, ә тормош сығанағы, дөйөм бер социаль үҙәк булып тора. Шуға күрә бөгөн уны тергеҙеү көнүҙәк мәсьәлә. Мәктәп булһа, йәштәр тыуған ерҙәрендә ҡала, балалар һаны ла арта, ғөмүмән, ауыл йәшәй.
Байтаҡ йылдар Айытмәмбәттә башланғыс мәктәп кенә эшләне. 1991 йылда Валентиновканан иҫке ағас бина күсереп килтерелә. Ауыл халҡы уны һипләп алғас, уҡыусыларға тыуған ауылдарында 11–се класҡа тиклем белем алыу мөмкинлеге тыуа. 1993 йылда ҡулдарына өлгөргәнлек аттестатранын алған тәүге 11-селәр сығарыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағас бина иҫкерә һәм бер нисә йыл элек ул авария хәлендә тип таныла. 2018 йылда тыуған төйәгенең яҙмышына битараф булмаған кешеләр ярҙамында яңы белем усағына нигеҙ һалына башлай. Төҙөлөш барған ваҡытта уҡыусылар Аҙауҙа уҡып тора.
Яңы учреждение “Республиканың 100 йыллығына — 100 объект” программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Халыҡтың әүҙемлеге, БР мәғариф министрлығының, етәкселәрҙең берҙәмлеге менән объект тиҙ арала сафҡа индерелә.
Бөгөн Айытмәмбәт ауылы мәктәбе 60 уҡыусыға иҫәпләнгән төп дөйөм белем биреү мәктәбе статусында. Бында шулай уҡ 40 тәрбиәләнеүсегә иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ла урынлашҡан. Унда кескәйҙәр 1,5-3 йәшкә һәм 3-6,5 йәшкә тиклемге төркөмдәргә бүленгән. Баҡсала ике уйын һәм ике йоҡо бүлмәһе эшләй. Белем һәм тәрбиә биреүсе яңы комплекстың эргә-тирәһе тәртипкә килтерелгән, бина алды биләмәһендә асфальт түшәлгән. Спорт-уйын майҙансыҡтары махсус резина япма менән көпләнгән. Ғөмүмән, балаларҙың хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлеге өсөн бар шарттар ҙа булдырылған. Уҡыу бүлмәләре яңы мебель, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Тулы комплектлы өс компьютер, ике проект-таҡта, уҡыусылар өсөн 15 нетбук-планшеттан торған махсус компьютер класы бар. Йыуыныу бүлмәле спорт залы, иркен һәм яҡты ашханаһы, фельдшер бүлмәһе үҙенә йәлеп итеп тора. Ошондай заман талаптарына яуап биргән белем усағында бер нисә сәғәттән шат ауаздар яңғырап торасаҡ.
Тантаналы сараға йыйылған ҡунаҡтар ауыл халҡын, балаларҙы ошо иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, изге теләктәрен, төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Район хакимиәте башлығы Илшат Әминев: “Мәктәп асыу — ҙур шатлыҡ. Айытмәмбәттәрҙең ҡул арты еңел булды. Районыбыҙҙа тағы ла ошондай әһәмиәтле биналар асыу ҡаралған,”- тип уҡыусыларҙың белем тауҙарына үрләүҙәрен һәм артабан кесе Ватаныбыҙға кәрәкле белгестәр булып кире ҡайтыуҙарын теләне. Ғарифулла Япаров та: “Бөгөн тарихи мәл. Ауыл булһын өсөн мәктәп кәрәк, мәктәп булһын өсөн — балалар. Ошо белем усағын барлыҡҡа килтереүгә күп көс түгелде. Берҙәм һәм әүҙем халыҡ булғанға эш ырамлы барҙы. Айытмәмбәттәр оло һынау үтте. Ҡасандыр мәктәптең 100 йыллығы булырына ышанам”,- тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
Ал таҫмалар киҫелгәс, ҡунаҡтар яңы буяу еҫтәре аңҡып торған, иркен, яҡты, бөхтә мәктәп эсенә инде. Бында уларҙы бәхетле йылмайып балалар ҡаршы алды — матур шиғырҙар һөйләне, йырҙар башҡарҙы. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, күрше ауыл һәүәҫкәр артистары ла байрамға үҙҙәренең музыкаль бүләктәрен килтерҙе. Мәртәбәле сара шулай йыр-моңға үрелеп дауам итте.
Айытмәмбәт мәктәбе уҡыусыларына хәҙер бар булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, тырышып уҡырға, остаздарының өмөттәрен аҡларға ғына ҡала.
Дилара Бәҙретдинова.
Альберт Рәхимов фотоһы.
Читайте нас: