Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
27 Февраль 2020, 15:56

Башҡорт халыҡ медицинаһында һөт аҙыҡтары файҙаһы

XIX быуат уртаһына тиклем башҡорттар малсылыҡ һәм һунарсылыҡ менән әүҙем шөғөлләнә.

Шуға күрә халыҡ медицинаһында йорт һәм ҡырағай хайуандарҙың һөт продукттары, айырым ағзалары, туҡымалары, физиологик шыйыҡсалары киң ҡулланыла.
Ҡымыҙ элек-электән ябығыу, хәлһеҙләнеү, аҙ ҡанлылыҡ, үпкә сирҙәре, боғаҡ (зоб) ваҡытында һәм тынысландырыусы сара булараҡ файҙаланыла. Бөгөн ҡымыҙ ентекле өйрәнелгән — унда бик күп биологик әүҙем матдәләр, шул иҫәптән биостимуляторҙар, антибиотиктар, витаминдар (бигерәк тә С витамины) табылған. Ҡымыҙ менән дауалау—үпкә һәм бәүел-енес ағзалары туберкулезын, гастритты, нервылар системаһының айырым сирҙәрен, йыуан эсәктең һәм үт ҡыуығының дискинезияһын һәм башҡаларҙы дауалағанда билдәле һәм һөҙөмтәле ысул булараҡ ҡулланыла. Бер үк ваҡытта ул үҙенә дауалау сифаттарын да, диетик аҙыҡтың ҡиммәтле сифаттарын да туплаған.
Ҡымыҙҙы кәзә һөтөнән дә эшләйҙәр. Был төрҙөң дә дауалау сифаттары юғары баһалана, сөнки кәзә һөтө составы буйынса әсә һөтөнә яҡын.
Ҡорот борон-борондан һалҡын алдырғанда тирләү, организмдан ҡайһы бер гельминттарҙы сығарыу, эс китеүен туҡтатыу, аппетитты көсәйтеү, күңел уйнауын баҫыу өсөн, шулай уҡ йылан саҡҡанда һәм ҡатын-ҡыҙ бала тапҡанда ҡулланыла. Шулай уҡ йөрәк ауыртыуын баҫа һәм күкрәктәге ауыр тойғоно еңеләйтә. Ҡорот һыуы (эркет) өҫтөнә ултырған үңәҙ яраларҙы һәм эренле шештәрҙе дауалағанда файҙаланылған.
Һары майҙы эс ҡатыуын йомшартыусы, гельминттарға ҡаршы сара булараҡ һәм һауа йыйылыуҙан эс ауыртҡанда ҡулланғандар. Сирле бер тында бер йәки ярты стакан иретелгән майҙы эсергә тейеш булған. Әлбиттә, бындай күләмдә ҡулланыу ҡайһы бер осраҡтарҙа (мәҫәлән, киҫкен аппендицит), йомшартыу тәьҫире һөҙөмтәһендә сәләмәтлекте насарайтыуға ла килтергән.
Һөт һалҡын алдырғанда, үҙәк көйгәндә, аҙыҡ-түлек менән ағыуланғанда яҡшы сара. Яңы ғына һауылған һөт үпкә туберкулезы һәм башҡа үпкә сирҙәрендә, аҙ ҡанлылыҡ ваҡытында, ябығырға кәрәккәндә һәм организмды дөйөм нығытыусы булараҡ ҡулланылған. Бала имеҙеүсе ҡатындарҙың һөтө менән күҙҙәр янғанда, конъюнктивит ваҡытында күҙҙе йыуып, сылатҡыстар эшләп дауалағандар. Һөттө ҡайнатып, бер нисә көн дауамында һаҡлағандар йәки ҡатыҡ, һөҙмә иткәндәр. Ҡышҡыһын — туңдырғандар. Аҡ майҙы тиҙ арала ҡулланырға булғанда бер аҙ тоҙлағандар, ә инде оҙаҡ һаҡлау өсөн һары май итеп иреткәндәр. Эремсектән әжекәй (ҡыҙыл эремсек) эшләп, уны киптереп, бер нисә ай һаҡларға мөмкин булған.
Шулай итеп, башҡорттарҙың дауалау саралары һәм ысулдарында бик күп ыңғай мәлдәр бар, улар бөгөн дә ҡулланыла. Йылҡы итен ҡулланыуҙың кешенең һыуыҡҡа тотороҡлолоғо, ҡороттоң оҙайлы һаҡлау һәм ҡулланыу өсөн уңайлы ризыҡ булыуы һәм башҡалар һаман да ныҡлы ғилми тикшереү талап итә.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: