Үткәнен онотҡан халыҡтың киләсәге булмай. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, боронғо ҡан-бабаларыбыҙ башҡорт телендә һөйләшкән, аралашҡан, үҙ телендә оҙон көйлө йырҙар йырлаған, риүәйәт-легендалар , әкиәттәр һөйләгән, таҡмаҡтар әйткән, мәғәнәле, фәһемле мәҡәлдәр, әйтемдәр уйлап сығарған. Милләттәштәребеҙ туған телебеҙҙе бөгөнгә ҡәҙәр һаҡлап, ҡәҙерләп беҙҙең ҡатмарлы, буталсыҡ заманыбыҙға килтереп еткергән. “Буталсыҡ” тиеүем шул: күп ғаиләләрҙә ата-әсәләр үҙ балалары менән русса ғына аңлаша башланы, башҡортса тапшырыуҙарҙы радионан да, телевизорҙан да тыңлауҙы онотоп, йәштәрҙе боҙоҡ юлға этәреүсе кинофильмдарҙы, хатта күмәкләп, бергә ултырып ҡарауға күстеләр.
Ҡайһы бер битараф күңеллеләр башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы ла алдырмай, хәлле генә йәшәгәндәре үҙебеҙҙең район баҫмаһы “Инйәр”гә хатта айлап ҡына яҙыла. “Был нисек үҙебеҙҙең төбәктәге яңылыҡтарҙы , үҙгәрештәрҙе белгеләре килмәй?” — тип аптырайым. Республика гәзиттәрендә Архангел ауылдары тормошо, уңған кешеләре, юбилярҙары, үҙебеҙҙә үткән байрамдар, матур-матур мәҙәни саралар хаҡында мәғлүмәт юҡ та инде. Бик аяныслы хәл был. Элек, мәҫәлән, ете-һигеҙ балалы ғаиләләр аҡсаға ҡыҫыҡ ваҡыттарҙа ла баҫмаларҙы күпләп алдырып, китапханаларҙан ҡалын-ҡалын китаптарҙы күтәреп ҡайтып, уларҙы рәхәтләнеп уҡый ине. Әлеге көндә ҡайһы бер йорттарҙа радионы ла күргән-ишеткән юҡ. Нисек инде үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың яңылыҡтарынан, йөрәккә майҙай яғылған йырҙарыбыҙҙан, көйҙәребеҙҙән, тәрбиәүи тапшырыуҙарҙан төңөлөргә мөмкин?
Был кире күренештәрҙе нисек аңлатырға? Туған телебеҙҙе икенсе, артҡы планға ҡуйыуҙан был, тип уйлайым. Ҡайһы бер мәктәптәргә ниндәйҙер сараға саҡырһалар, уҡыусылар нишләптер башҡортса йыр ҙа йырламай, шиғыр ҙа уҡымай. Бындай хәлдең башҡорт ауылдарында булыуы күңелде ҡыра, әсендерә.
Башҡорт теле — үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың, төп халҡыбыҙҙың теле, милләтебеҙҙең булмышы, йөрәгебеҙгә рух һәм көс-ғәйрәт, дәрт һәм өмөт биреүсе сығанаҡ икәнен онотмайыҡ. Башҡорт теленең рус теле менән бер рәттән тәү башлап юридик статусы Башревкомдың 1920 йылдың 24 мартындағы ҡарары менән билдәләнгән.Тимәк, был законлы рәсмиләштереүҙең 100 йыллыҡ тарихы бар. Тора-бара документ үҙ көсөн юғалта башлағас, икенсе тапҡыр был статус 1993 йылда ҡабул ителгән ҡанун һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы нигеҙендә нығытыла.
Донъяла миллион ярымдан ашыу кеше башҡорт телендә һөйләшә, тиҙәр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең ҡәҙерле, изге башҡорт телебеҙ 2009 йылда ЮНЕСКО тарафынан сығарылған “Донъяның хәүеф аҫтында булған телдәре атласы”на индерелә. Тимәк, туған телебеҙҙе ҡулланыу даирәһе сикләнеүе ихтимал (мәҫәлән көнкүрештә генә һөйләшеү). Быйыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 29 октябрҙәге ҡарарына ярашлы, 14 декабрь — Башҡорт теле көнө тип раҫланды, ә 2020 йыл Башҡортостаныбыҙҙа Башҡорт теле йылы тип аталды һәм республикабыҙҙа ул ғинуарҙан старт алды.
Туған телебеҙ яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Ошо изге эшкә берҙәм ҡушылайыҡ! “Башҡорт халҡы вәкилдәре үҙ асылын иҫкә төшөрһөн, балаларыбыҙҙы туған телдән мәхрүм итмәйек” тигән саҡырыуҙы тормошҡа ашырайыҡ! Быйыл үтәсәк сараларҙа әүҙем ҡатнашайыҡ, туған телкәйебеҙҙе юҡҡа сығарылыуға хөкөм итмәйек.
Күп көс түгеп, бихисап райондаштарыбыҙҙың башланғысы менән тыуҙырылған “Инйәр” гәзитен даими алдырайыҡ, уның биттәрендә мәҡәләләребеҙ донъя күрһен. Баҫмала ауылдарыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәгенә байҡау яһала, һуғыш һәм тыл ветерандары, халыҡтарыбыҙ дуҫлығы, әхлаҡ, тәрбиә, мәғариф, медицина, дин һә башҡа темалар яҡтыртыла. Төрлө быуын, төрлө һөнәр эйәләре гәзиттән үҙенә иң кәрәкле мәғлүмәтте таба ала. “Инйәр”ҙе йылдың-йылы алдырып, уны ҡәҙерләп, барлыҡ мәҡәләләрҙе уҡып барған райондаштарыбыҙҙың һәр көнө бәхет-бәрәкәттә үтһен, Башҡортостаныбыҙ, халҡыбыҙ имен булһын.