Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Февраль 2020, 12:00

Һөнәренән йәм таба

Уҡыусыларына төплө белем биреп, уларҙың күңеленә һәм йөрәгенә асҡыс табып, үҙ аллы тормош юлына сығарған уҡытыусылар бихисап. Районыбыҙҙа башҡорт урта мәктәптәре өсәү генә. Башҡорт балаларында бөйөк рус теле һәм әҙәбиәтенә оло һөйөү тәрбиәләп, күп яҡлы күп яҡлы талант эйәләре — рус шағирҙары, яҙыусылары әҫәрҙәренә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, тырышып эшләүсе педагогтар айырым иғтибарға лайыҡ.

Шундайҙарҙың береһе — Оҙондар урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фая Миңлеғәли ҡыҙы Ғәзизова ошо белем усағында ғына 33 йыл хеҙмәт юлы үткән юғары категориялы педагог менән һөйләшәбеҙ.
  • Фая Миңлеғәли ҡыҙы, һөнәрегеҙгә мөкиббән бирелгәнлек һоҡландыра. Ҡайҙан килә был сифат?
  • Мин Аҙау ауылы ҡыҙымын. Тыуған мәктәбемдә гуманитар фәндәрҙән һәр саҡ бик көслө уҡытыусылар дәрес бирҙе.Уларға ихлас рәхмәтлемен. Оло апайым Гөлира кеүек мин дә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерҙем. Зәйтүнә һеңлем дә беҙҙең кеүек тел уҡытыусыһы. Ә Зифа апайым ғүмере буйы башланғыс кластарҙа эшләне, ошо йүнәлеш буйынса мәғариф бүлегенең методисы булды. Өсөһө лә Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы исемен йөрөтә. Улар минең өсөн өлгө.
  • Оҙайлы хеҙмәтегеҙ дәүерендә үҙ фәнегеҙ буйынса яҡшы өлгәшкән уҡыусыларығыҙ ҙа бихисаптыр инде.
  • 5-се кластан алып 11-сегә ҡәҙәр уҡытҡан өс сығарылышым булды. Белем усағын алтын һәм көмөш миҙалдарға тамамлаған егет-ҡыҙҙар менән сикһеҙ ғорурланам. Тиҫтәләгән уҡыусыларым рус теле һәм әҙәбиәтенән алған белемдәренең ныҡлы булыуын раҫлап төрлө юғары уҡыу йорттарына инде.
  • Һәләтле йәштәр олимпиадаларҙа ла һынатмай бит...
  • Әлбиттә. Уҡыусыларым юғары кластарҙа йыл һайын район этабындағы олимпиадаларҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Ундайҙарға айырым туҡтарға була: Мәҫәлән, Әбделвәлиев Рөстәм, Бәширова Алһыу, Шаһиева Ирина, Шәрәфетдинова Әлфиә рус теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында юғары күрһәткестәр менән ҡыуандырҙы. Бындай ярыштарға ентекле әҙерлек кәрәк, күп көс һалырға тура килә.
  • Берҙәм дәүләт имтихандарының йомғаҡтары хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙсе
  • Алдынғы технологиялар заманында башҡорт балаһының рус теле һәм әҙәбиәтен үтә лә яҡшы белеүе мөһим. Шуға күрә айырыуса яуаплылыҡ тоям. Өс йыл рәттән сығарылыш уҡыусыларыбыҙ араһында рус теленән юғары күрһәткестәр менән һынау тапшырған уҡыусыларымды атап үткем килә. Улар — Хәлиҡолова Дилә, Ғәзизова Венера — авиация университетына, Шаһиева Лилиә һәм Ғәзизова Гөлназ — БДУ-ға, Ғәзизов Айҙар дәүләт аграр университетына уҡырға инделәр.
  • Уҡыусыларығыҙ араһында һеҙҙең фәнде үҙ иткән, һөнәрегеҙҙе дауам иткәндәр бармы?
  • Бар һәм берәү генә түгел. Һанап үтәм: Мөхәмәтдинова Инзирә, Шәрипова Әлиә, Фәйзуллина Айгөл, Әбхәлиҡова Миләүшә,Фәйзуллина Гөлзирә, Аҫылбаева Гөлфиә, Хисамова Гөлназ, Шаһиева Ирина, Зәйетҡолова Наилә, Шәрипова Гөлиә, Хәсәнова Альбина һәм башҡалар.
  • Тәжрибәле педагог булараҡ асыҡ дәрестәр ҙә үткәрәһегеҙҙер?
  • Уларҙың береһен дә оноторлоҡ түгел. Арх-Латыш урта мәктәбендә “Сергей Есенин һәм Рәми Ғарипов шиғриәтендәге оҡшашлыҡтар” исеме аҫтында (2010 йыл), Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек һәм инше яҙыуға өйрәтеү йүнәлешендә (2014) оҫталыҡ дәрестәре, мәктәп директорҙары һәм урынбаҫарҙары алдында “Беҙ һайлаған тормош юлдары” темаһына асыҡ класс сәғәтен түңәрәк өҫтәл формаһында үткәрҙем (2016). Һанай башлаһаң, күп улар. Бынан тыш, йәмәғәт эштәре лә етерлек, ағинәйҙәр ҡорона етәксе итеп тә һайланғанмын. Районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре менән осрашыуҙар уҙғарам. Элек өс йыл ярым директор бурысын атҡарыуым да үҙе бер тәжрибә мәктәбе. Ирем — Фәтих Ситдыҡ улы, минең хеҙмәтемде аңлап, хуплап тора. Ауылыбыҙҙың имам-хатибы булараҡ, үҙе лә изге эштәр башҡара.
  • Хеҙмәтегеҙҙе баһаланғанын да ишетеп торабыҙ...
  • Эйе, БР мәғариф министрлығының, район мағариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары бар. 2010 йылдағы Уҡытыусы йылы сиктәрендә уҙғарылған республика һөнәри бәйгеһендә районыбыҙҙа тәүгеләрҙән ”Иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы” грантына лайыҡ булдым. Ошо барлыҡ уңыштарым, еңеүҙәр мәктәп коллективының да ҡаҙанышы, берҙәм эшләү һөҙөмтәһе тип уйлайым.
  • Фая Миңлеғәли ҡыҙы, һеҙгә артабан да яңынан-яңы үрҙәр, матур башланғыстар теләйбеҙ. Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
  • Рәғиҙә Ғиззәтуллина әңгәмәләште.
    Читайте нас: