Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Февраль 2020, 12:10

Ир намыҫы — ил һаҡлау

Ысын ир-егеттәр генә һайлаған был изге һәм яуаплы юлды.

Бәләкәй малайҙарҙың ҡайһыһынан да: “Үҫкәс, кем булаһың?” — тип һораһаң, “Һалдат булам,”— тигән етди яуап ишетә торғайныҡ. Ниңә ир-ат кесе йәштән үк ошо хаҡта хыялланған? Был, әлбиттә, юҡтан ғына түгелдер. Меңәр йылдан дауамында формалашҡан аңыбыҙ “Ир кеше — яугир, тыуған ерен һәм халҡын һаҡлаусы” тигән уй-фекерҙе бала ҡанына ла һеңдереп, уның теле менән шулай әйттергәндер. “Яугир” — бик мәғәнәле,боронғо һүҙ, “яу” һәм “ир” төшөнсәләрен берләштерә. Ә башҡорт халҡының булмышында айырыуса көслө тойғо ята — ил өсөн йәшәү, уны һаҡлау хәстәрлеге. Ысын ир-егеттәр генә һайлаған был изге һәм яуаплы юлды.
Билдәле булыуынса Афғанстанда интернациональ бурысын үтәп, бик күп ватандаштарыбыҙ ут эсенә ингән. Әле утығып та етмәгән йәш егеттәр әсе һынау үтергә тура килә: күптәренең хәрби бәрелештәрҙә ғүмере өҙөлә. Районыбыҙҙан байтаҡ егеттәр Афған ерендә башын һала. Абҙан ауылынан да Кинйәғолов Хәлил, Татлыбаев Рәмис, Яҡшығолов Илфат, Килмөхәмәтов Марат, Шәрипов Риф, Яҡшығолов Илшат, Аҡбаев Рәис һәм башҡалар ошо илдә интернациональ бурысын үтәй. Һуңынан федераль ғәскәрҙәр составында Башҡортостан егеттәре лә Чечен Республикаһында тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнаша. Ауылдаштарыбыҙ Ғүмәров Салауат, Яҡшығолов Ринат, Хөсәйенов Риф, Әлибаев Айнур, Татлыбаев Рәис, Ҡотлозаманов Вадим, Хәсәнов Фәнзил, Ҡужәхмәтов Рафил, Хәсәнов Таһир, Иманғәлин Мират, Фәтҡуллин Айҙар, Ҡотләмбәтов Динар ошо аяуһыҙ ауыр хәрби хәрәкәттәрҙе үҙ иңендә татыны.
Абҙанда тыуып-үҫкән Рәмил Дәүләнов тураһында айырым туҡталып үткем килә. Ул да бәләкәстән офицер булыу теләге менән яна. Хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында хәрби училищеға бара, әммә уны уҡырға алмайҙар. Егет Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай. Шулай ҙа баласаҡ хыялынан ваз кисмәй. Рәмил контракт буйынса хеҙмәт итеүгә ғариза яҙа һәм федераль ғәскәрҙәр составында Чечен Республикаһына юллана. Бында ул комендант ротаһы составында конституцион тәртипте тергеҙеүҙә ҡатнашып, үҙен ҡыйыу рухлы, көслө ихтыярлы офицер итеп таныта. Ябай һалдаттан майор дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән Рәмил Әхмәт улына барыһы ла еңел бирелмәй, әлбиттә: күпме ҡаршылыҡтар һәм юғалтыуҙар кисерелә. Икенсе Чечен кампанияһында ла ҡыҙыу нөктәләрҙә булыу, йәрәхәтләнеү, Моздок һәм Резаль госпиталдәрендә дауаланыу, хәрби наградалар...
  • Егеттәр үҙ хеҙмәтенә бик яуаплы ҡарай. Юғарынан ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәй. Ауыр климат шарттарында, диңгеҙ кимәленән 1700 метр бейеклектә һалдаттарыбыҙ ҙур ойошҡанлыҡ, бер-береһенә ярҙамсыллыҡ, түҙемлелек күрһәтә, — тип һөйләй торғайны яҡташыбыҙ хеҙмәт мәлдәрен иҫкә төшөрөп.. Ауылға ҡайтҡан саҡтарында мәктәпкә барыр, мәктәптәге экспонаттар менән танышыр ине, хәҙер инде мәрхүм яугир-ветеран Рәмил Дәүләнов.
  • Эйе, көслө, ҡеүәтле армияһыҙ бөйөк ил исеменә лайыҡ булыу мөмкин түгел. Рәсәйҙең бар тарихи тәжрибәһе быға асыҡ миҫал. Ерҙә тыныслыҡ тантана итһен, тыуған Ватаныбыҙ, Башҡортостаныбыҙҙа, тыуған төйәгебеҙҙә донъялар имен булһын.
  • Нәсиә Йосопова,
    педагогик хеҙмәт ветераны. Абҙан ауылы.
    Читайте нас: