Балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең телдәре асылған ваҡытта уҡ әсә телендә әкиәттәр һөйләп, йырҙар башҡарһаҡ сабыйҙарыбыҙҙың ҡанына башҡорт теле һеңәсәк һәм артабан башҡа сит телдәрҙе үҙләштергән осраҡта ла уны һис онотмаясаҡ. Ғалимдар фекеренсә, сит телдәрҙе өйрәнеү кешенең фекерләү ҡеүәһен, аралашыу даирәһен киңәйтә. Һәр баланың әсә телен ҙурлауы башҡа телдәрҙе өйрәнеүгә тура юл аса. Шуға күрә бала өс йәшкә тиклем мотлаҡ туған телендә аралашырға тейеш. Был һәр кемгә алтын ҡағиҙә булып торһон ине. Сөнки үҙ телен яҡшы белгән, һаҡлаған, үҫтергән халыҡ ҡына көслө, үҫешкән, яҡты киләсәкле була ала.
Һәр телдең үҙ матурлығы, бөйөклөгө бар. Башҡорт теле — ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, бай тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем еткергән изге аманаты. Башҡорт борондан үҙенең ябайлығы, ҡунаҡсыллығы, мыһырбанлығы, моңло ҡурайы, аҫыл егет-ҡыҙҙары менән айырылып торған. Ул бер ваҡытта ла хәмер эсмәгән, тәмәке тартмаған. Бер һүҙ менән әйткәндә, иң саф, азатлыҡ һөйөүсән, ҡыйыу халыҡ булған. Ә бөгөн беҙҙе алмаштырып ҡуйғандармы ни! Арабыҙҙа илебеҙ, телебеҙ, тарихыбыҙ, киләсәгебеҙ өсөн вайымһыҙҙар ишәйеп китте. Эскелеккә һалышып, ғаилә ҡиммәтенә төкөрөп ҡараусылар ҙа аҙ түгел. Уларҙы балаларының үҙ телдәрен белмәүе лә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, йолаларҙың үтәлмәүе лә борсомай. Бындай әҙәмдәр бер көн менән генә йәшәй. Милләттебеҙҙе үҫтереү, телебеҙҙе һаҡлау кеүек мәсьәләләр уларҙы бөтөнләй борсомай.
Ҡатнаш никахлы ғаиләләрҙә, билдәле булыуынса, әсә кеше ниндәй милләттән, бала шул телдә һөйләшә. Мәҫәлән, башҡорт егете рус йәки татар ҡыҙына өйләнһә, балалары мотлаҡ рус йәки татар телендә һөйләшәсәк һәм башҡорттоң һаны артыу урынына кәмеп ҡуясаҡ. Ә иң ҡыҙғанысы, саф башҡорт ғаиләләрендә лә сабыйҙарын вата-емерә русса өйрәтеү. Туған телен белмәгән кеше — халҡының күңелен аңламай һәм үҙ ғаиләһендә лә телгә тейешле ихтирам, һөйөү бирә алмаясаҡ. Теле барҙың — рухы, иле, даны бар. Башҡортлоҡ беҙҙең телебеҙҙә, уны белмәйенсә башҡорт булыу мөмкин түгел. Йәшәүҙең ысын кинәнесен татыр, үҙеңә ҡарата хөрмәт яулар өсөн һәр кем үҙ урынында, үҙ милләтенең вәкиле булып ҡалырға тейеш. Ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар шуны аңлап, сабыйҙарының яҡты киләсәгенә күләгә төшөрмәһендәр ине.
Күкрәк һуғып, кинәнеп башҡортса һөйләшер урынға күптәр уны рус теленә алмаштырып, бәғзе берәүҙәр бөтөнләй үҙенең башҡорт булыуынан оялып аяныслы хата эшләй. Беҙ үҙ еребеҙҙә йәшәйбеҙ. Башҡаларҙа булмаған үҙенсәлекле батырҙарыбыҙ, сәсәндәребеҙ, ғалимдарыбыҙ, сәхнә оҫталары һәм башҡалар бар. Быуаттар буйына һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән иҫ киткес йомшаҡ һәм моңло телебеҙҙе юҡҡа сығарырға хаҡыбыҙ юҡ.
Туған тел — хистәр теле. Уны белмәгәндәр рухи байлыҡтан мәхрүм, ә рухһыҙ кеше — һыуһыҙ ҡоҙоҡ йәки балһыҙ ҡоро кәрәҙгә тиң. Ул буш ҡыуыҡ.
Милләттәштәр, быуындар ебен өҙмәйек, телебеҙгә булған ҡарашты үҙгәртеп, башҡортлоҡҡа ҡайтайыҡ.