Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
17 Февраль 2020, 17:21

Киҙеү йөрөй. Нисек һаҡланырға?

Киҫкен респираторлы-вируслы инфекциялар бөгөнгө көнгә тиклем алдан әйтеп булмаҫ мәсьәлә булып ҡала. Улар бөтә илдәрҙең халҡы һаулығына һәм иҡтисадына ҙур зыян килтерә. Киҙеү эпидемияһы осоронда халыҡтың 5-15 проценты ауырый, шуларҙың 50 процентын балалар тәшкил итә.

Ҡағиҙә булараҡ, киҙеү һәм киҫкен респираторлы-вируслы инфекцияларҙың эпидемияһы йылдың һыуыҡ осоронда башлана һәм ҡапыл, тиҙ рәүештә ауырыуға еңел бирелгән кешеләр араһында тарала.
“Роспотребнадзор” хәбәр итеүенсә, республика биләмәһендә киҙеү һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыу осраҡтары артты. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 27 ғинуарҙан 2 февралгә тиклем 27 мең 469 кеше ошо сирҙәргә дусар булған, шул иҫәптән 69,8 проценты — балалар.
Киҫкен респираторлы-вируслы инфекциялар осрағанда ауырыу кеше, йәки вирусты йөрөтөүсе инфекция сығанағы була. Сир һөйләшеүҙә, сөскөрөүҙә һәм тын алыуҙа һауа-тын юлы аша йоға. Киҫкен респираторлы-вируслы инфекцияларға ҡыҫҡа инкубацион осор һыҙатлы. Ауырыу йоҡҡандан алып клиник билдәләр барлыҡҡа килгәнсе 12-48 сәғәт үтә.
Киҙеү тәүге тәүлектәрҙә интоксикацияланыу
билдәләре менән киҫкен башланып китә: юғары температура (38-40), көслө баш ауыртыуы, һөйәктәр, быуын һыҙлауы, хәлһеҙлек, арығанлыҡ. Ауырыуҙың 2-3-сө тәүлегенә тымау, ҡоро йүткереү барлыҡҡа килә. Киҙеү менән ауырыусы үҙен ныҡ насар тоя һәм шунлыҡтан 3-7 көн дауамында түшәктә ҡалырға мәжбүр.
Өҙлөгөү сифатында пневмония, отит үҫеше, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм үҙәк нервы системалары зарарланыуы, бәләкәй
балаларҙа — тамаҡ шешеүе мөмкин. Киҙеү организмдың һаҡланыу көстәрен хәлһеҙләндерә. Айырыуса ул бәләкәй балаларға һәм өлкән йәштәге кешеләргә ҡурҡыныс.
Киҫкен респираторлы-вируслы инфекцияларҙан нисек һаҡланырға? Специфик иҫкәртеүгә бөтә илдә киҙеүҙән һаҡланыуҙың төп ысулы итеп билдәләнгән вакцинация ҡарай. Прививкалар эпидемия алдынан үткәрелә. Уның өсөн Рәсәй һәм шулай уҡ сит ил етештергән төрлө вакциналар ҡулланыла, улар йыл һайын яңырып тора. Организмдың ныҡлығын күтәреү өсөн иҫкәртеү сифатында А,С,В группаһы витаминдары, үҫемлек препараттары, медикоментоз сараларҙы ҡулланырға мөмкин. Вируслы инфекцияға ҡаршы көрәштә — елләтеү, бүлмәләрҙе таҙа тотоу, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү кеүек дөйөм гигиена саралары ла ҙур роль уйнай. Сирҙе йоҡтормайым тиһәгеҙ: халыҡ күп йыйылған урындарҙа, йәмәғәт транспортында оҙаҡ булырға тырышмағыҙ, битлек кейегеҙ, сөскөргөн-йүткергән кешеләр янынан тиҙерәк китеү яғын ҡарағыҙ, ҡулығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ, айырыуса урамда йөрөп ингәндән һуң, танау эсен һәйбәтләп йыуығыҙ, аш-һыуға һуған, һарымһаҡ өҫтәгеҙ.
Әйткәндәй, район буйынса 2019 йылда киҙеүгә ҡаршы 5240 оло кешегә һәм 4230 балаға киҙеүгә ҡаршы вакцина эшләнгән.
Әлфир Мырҙағолов,
үҙәк район дауаханаһының табип-эпидемиологы.

Читайте нас: