Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый. Белем усағы 1956 йылдан 1-се республика мәктәп-интернаты булһа, 1991 йылда 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә, 1994 йылда уға халыҡ шағиры исеме бирелә һәм уҡыу йорто бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип атала. 1988 йылда Рәми Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. 1989 йылда тыуған ауылы Арҡауылда, тыуған йорто урынында йорт-музейы асыла. Унда шағирҙың шәхси әйберҙәре, стена газеталары, портреттары һаҡлана. Йорт эргәһендә бюсы ҡуйылған. Музей Салауат районының Арҡауыл ауылында Рәми Ғарипов урамының 60-сы йортонда урынлашҡан.
Рәми Ғарипов ижады матбуғатта 1950 йылдан күренә башлай. Уның “Йүрүҙән” исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. “Таш сәскә”, “Һабантурғай йыры” шиғырҙар йыйынтыҡтарын Р.Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы “Осоу”, “Аманат”, “Миләш-кәләш” йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу шағир ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур.
1957 йылда “Туған тел” шиғырын ижад итә.
Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай.
Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш телгә алына. Мәҫәлән: “(башҡорт) батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ”; “Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ” һәм башҡалар.