Инйәр
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Февраль 2020, 19:11

Һөйөү нуры янып тора…

Беҙҙең районда 50 йыл бергә ғүмер кисергән ғаилә парҙарын тәбрикләү матур йолаға әүерелде.

Ғинуар айының матур бер көнөндә Яңы Һарт ауылында бер-береһен ихтирам итеп, һөйөп, тормош мәшәҡәттәренә бирешмәй матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтергән Ғәлиә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙы һәм Рәшит Кәшфулла улы Сәйфуллиндар үҙҙәренең алтын юбилейҙарын билдәләне. Уларҙы муллыҡ туйына аяҡ баҫыуҙары менән тәбрикләү өсөн Липовка ауыл биләмәһе етәксеһе Илдар Әбдрәфиков, китапханасы Гөлфинә Блинова, яҡын күршеләре һәм туғандары йыйылды. Илдар Ислам улы юбилярҙарҙы ҡотлап, Радий Хәбировтың Ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Ярты быуат элек ҡоролған ғаиләнең үҙ тарихы бар. Байтаҡ йылдар элек Шәрәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә яҡын-тирәләге ауылдарҙан балалар йөрөп уҡыған. Тап ошонда үҙенән ике класҡа түбән белем алған оҙон толомло, нескә буйлы ҡыҙҙы Рәшит шәйләп ҡала ла инде. Һигеҙенсене тамамлағансы ғашиҡ хистәре уға тынғы бирмәй, тик мөхәббәте тураһында Ғәлиәгә әйтергә баҙнат итмәй. Өлгөргәнлек ҡағыҙын ҡулына алған Һарт егете Өфө ҡалаһына ДОСААФ-ҡа шоферлыҡҡа уҡырға инә, ә һөйгәне бер нимә лә һиҙмәй мәктәптә белем алыуын дауам итә.
Бик ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙ һәр эштең мәғәнәһен белеп үҫә. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, тормош йөгөн ата-әсәһе менән бергә тарта: мал-тыуар ҡараша, аш-һыу, ҡашығаяҡ тирәһендә лә сос, оҫта була, ҡул эштәрендә лә һыр бирмәй. Ундайҙар тураһында, бөгөндән кейәүгә бир, шартлатып донъя көтәсәк, тип әйтә торғандар.
Ваҡыт үтә…Рәшит хәрби хеҙмәткә алына, ә Ғәлиә һигеҙҙән һуң урындағы совхозға һауынсы булып эшкә инә. Ауылға һалдаттан хаттар килә. Һәр хәбәрендә ул “Минең кәләшкә сәләм” тип яҙып ебәрә. Барыһы ла баш вата, кем икән ул Рәшиттең кәләше? Тик Ғәлиәне яратып, һағыныу сәләмдәрен уға төбәлеүен, хеҙмәт итеп бөткәнсе кейәүгә сыҡмаһа, ҡайтҡас та һоратырға барам, тип егеттең үҙ-үҙенә һүҙ биргәнен Рәшиттән башҡа береһе лә белмәй.
Уғаса Ғәлиә һомғол, килешле кәүҙәле, нескә билле, сибәр ҡыҙ булып үҫеп етә. Күргән берәүҙең уға күҙе төшә. Әле бынан, әле тегенән ҡоҙалар уны яусылата. Ләкин ферма эшенән бушамай, алдынғылар рәтендә дәртләнеп тир түккән йәш һауынсы кейәүгә сығыу тураһында уйлап та бирмәй.
Армиянан ҡайтып, Липовка совхозында “ГАЗ-53” йөк машинаһында шофер булып хеҙмәт юлын башлаған Рәшит бер көн ата-әсәһенә Ғәлиәне күптән яратыуы һәм уға өйләнергә теләүе хаҡында хәбәр итә. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ тигәндәй, оҙаҡ уйлап тормай улар кәләшле йортҡа юл тота һәм ҡыҙҙың ата-әсәһе менән һөйләшеп-килешә. Үҙе өйҙә юҡта кейәүгә бирелеүе хаҡында ҡустыһынан ишеткән Ғәлиә башта ышанмай. Эштән ҡайтҡас әсәһенең “Сит-ят ергә ебәргәнсе, үҙебеҙҙең белгән кешегә сыҡ, йә урлап ҡуйырҙар”,- тип әйтеүенә ҡаршы була алмай, яҙмышы менән ризалаша.
Йәштәр оло туй мәжлесе йыймай ғына никах уҡытҡандан һуң, 1970 йылдың 29 ғинуарында рәсми рәүештә никахтарын теркәй. Йүнсел Сәйфуллиндар ауылдаштарын, туғандарын ҡыуандырып матур итеп йәшәп китә. Бер-бер артлы биш балаға ғүмер бирә улар. Рәшит ағай 35 йыл буйы үҙ һөнәренә тоғро ҡала. Намыҫлы хеҙмәте төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә. Ғәлиә апай ҙа ҡайҙа ҡушһалар шунда эшләй: һыйырын да һауа, яланда сөгөлдөрөн дә утай, халыҡтан һөт тә йыя. Уның да дөйөм хеҙмәт стажы 30 йылдан артыҡ. Бөгөн иһә ҡәҙерле олатай-өләсәйҙең аҡыллы, тәүфиҡлы балалары, 14 ейән-ейәнсәрҙәре үҙҙәренең уңыш-ҡаҙаныштары менән ололарҙы шатландырып ҡына тора.
Ике кеше араһындағы булған яратыу хисе ғүмерҙең һәр миҙгелендә үҙенсә матур, күркәм. Йәш саҡта ул ҡанатландыра, баштарҙы әйләндерә, ә олоғайғас артабан йәшәүгә өмөт, тормоштоң матурлығын, тәмен татыуға көс, ышаныс бирә. Беҙҙең юбилярҙарыбыҙҙың да, 50 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, мөхәббәт тойғоһо һүнмәгән, уларҙың күҙ ҡараштарында һөйөү нуры һаман янып тора.
Дилара Бәҙретдинова.
Альберт Рәхимов фотоһы.
Читайте нас: