Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Февраль 2020, 18:17

Иман нурын таратыусылар

Халҡыбыҙҙың Исламға ынтылыуы йылдан-йыл нығыраҡ һиҙелә: дини йолалар үтәлә, кешеләр йыйылышып намаҙ, аяттар уҡый, вәғәз тыңлана.

Йәш быуынға дини һәм әхлаҡи тәрбиә биреп, иман орлоҡтарын сәсеүҙә, Исламды өйрәнгән белгестәрҙе әҙерләүҙә Башҡортостан мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының Мәрйәм Солтанова исемен йөрөткән Ислам колледжы әһәмиәтле. Ошо үҙенсәлекле уҡыу йортоноң төп маҡсаттарының береһе — республикабыҙ мәсеттәре өсөн махсус белемле белгестәрҙе әҙерләү.
Үткән айҙа бында бер төркөм шәкерттәр сығарылыш имтихандарын тапшырып, диплом эштәрен уңышлы яҡлап, ҡулдарына имам-хатиб, мәзин дипломдарын алды. Улар иҫәбендә беҙҙең район йәштәренең дә булыуы ҡыуаныслы хәл.
Максим Горький ауылынан Ҡанафин Илдус һәм Зарянан Үзбәков Илнур мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ урындағы мәсеткә йома намаҙҙарына, Батыргәрәй Мәзитов хәҙрәттең дини дәрестәренә теләп йөрөгән. Район, ауыл биләмәһе сиктәрендә үткәрелгән башҡа йәмәғәт сараларында ла әүҙем ҡатнашҡан. Ата-әсәләре лә дини ҡарашлы булғанға күрә, Исламға ҡыҙыҡһыныу, уның нескәлектәренә төшөнөү теләге артҡандан-артҡан.
2015 йылда туғыҙынсы класты тамамлағас, Батыргәрәй хәҙрәттең өгөтләүе менән синыфташтар документтарын М.Солтанова исемендәге мәҙрәсәгә тапшыра. Әйткәндәй, Батыргәрәй Хөрмәт улы үҙе үк уларҙы Өфөгә алып бара.
Был уҡыу йортонан тыш, тынғыһыҙ йәштәр Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университеты колледжында ла йәнәшә уҡыуҙарын дауам итә.
— Дин йортонда һабаҡ алыу еңелдән булманы. Ислам нигеҙҙәрен, ғәрәп телен үҙләштереү, Ҡөрьән аяттарын ятлау, дини тәрбиә, әхлаҡ, шәриғәт ҡағиҙәләрен, пәйғәмбәр тормошон, тарих, фәлсәфә һәм башҡаларҙы өйрәнеү ҙур ныҡышмалылыҡ талап итте.
Белем алыу хыял ҡанаттарын нығыта. Уҡыған, таныған һайын ғилем донъһының яңынан-яңы ҡапҡалары асыла, үрҙәре яулана. Тап ошо йылдар беҙҙең тормошобоҙға ныҡлы нигеҙ һалды, билдәле шәхестәр менән осраштырҙы, киләсәккә оло, ыңғай этәргес көс бирҙе, - тип үҙ тәьҫораттары менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте Илнур Айҙар улы.
— Дини белгес булыуҙан тыш, үрҙә әйтелгәнсә, беҙ педагогия колледжы студенттары, буласаҡ уҡытыусы, программистар ҙа. Халыҡтың тормошон еңеләйтеү өсөн яңы файҙалы программалар уйлап табабыҙ, сайттар булдырабыҙ, компьютер техникаһын энәһенән - ебенәсә яҡшы беләбеҙ.
Ғөмүмән, бер һөнәребеҙ икенсеһен тулыландыра ғына, шуға күрә беҙҙең һәр көнөбөҙ күңелле, файҙалы һәм яҡты иҫтәлектәргә ифрат бай. Өҫтәүенә, ирекмәндәр ойошмаһы, Архангел яҡташтар берекмәһенең әүҙем ағзалары булып торабыҙ,- тип шатлығы менән уртаҡлашты Илдус та.
Күп милләтле республикабыҙҙа төрлө милләт һәм дин кешеләре бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын аңлап, хөрмәт итеп дуҫлыҡта йәшәй. Ҡулдарына яңы диплом алған райондаштарыбыҙ ҙа артабан дини һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙа, әхләҡи тәрбиә биреүҙә, ислам нигеҙҙәрен киләсәк быуыныбыҙға уҡытып, халҡыбыҙға иман нурҙарын таратыуҙа үҙ өлөштәрен индерерҙәр тип ышанғы килә.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: