Инйәр
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Ғинуар 2020, 18:55

Банандың тышы файҙалымы?

Банан ҡабығынан ниндәй файҙа булһын, тиһегеҙме?

Банан ҡабығынан ниндәй файҙа булһын, тиһегеҙме? Тик ташларға ашыҡмағыҙ. Уның да файҙалы үҙенсәлектәре бар бит. Эйе, уны ашлама итеп ҡулланыу тураһында күптәрҙең ишеткәне бар. Серетеп, гөл йәки үҫенте төбөнә һалһаң, ул ерҙе ашлай. Бынан тыш та варианттар бар икән.

Аяҡ кейемен ялты­ратабыҙ. Химик составы буйынса ул аяҡ кейеме кремына оҡшаған. Бананда иң күбе – калий, ә был матдә йоҡа пленка булдыра һәм көҙгөләй ялтыратыу сифатына эйә. Ипләп кенә банан ҡабығы ме­нән күн аяҡ кейемен ышҡығыҙ. Аҙаҡ ҡоро сепрәк менән һөртөп ҡуйығыҙ. Аяҡ кейеме өр-яңы кеүек буласаҡ.

Ҡош итен һутлыраҡ итәбеҙ. Әгәр грилдә бешеп ятҡан тауыҡ итенең өҫтөн банан ҡабығы менән ҡаплаһаң, уның һутын һаҡлап, ризыҡты тәмлерәк һәм хуш еҫлерәк итер.

Күн әйберҙәрҙән ҡа­ра таптарҙы бөтөрәбеҙ. Авторучканан ағып сыҡҡан ҡараны һыу менән йыуып бө­төп булмай. Банан ҡабығының эске яғы менән бысранған урын­ды ышҡығыҙ. Соста­вындағы тәбиғи майҙар пигмент менән күн араһындағы “бәйләнеште” өҙә.

Серәкәй тешләгән урын ҡысыһа. Борсоп торған урынды банан ҡабығының эске яғы менән ышҡығыҙ. Составындағы полисахаридтар, тире эсенә үтеп, ҡысыған ерҙе тынысландыра.

Теште ағартыу. Ғә­жәп, көн һайын тештәр­ҙе банан ҡабығының эс­ке яғы менән ышҡып торһа­ғыҙ, эмалдең төҫө бер нисә тонға ағарасаҡ. Салицил кислотаһы тешкә ултырған матдәләрҙе алып ташлаһа, цитрус кислотаһы эмалде зарарламай ғына ағарта.

Шырау ҡаҙалһа. Шы­рауҙы тартып сығарыр­ҙан алда шул урынға банан ҡабығын эске яғы менән һалып тороғоҙ. Уны ярты сәғәткә ҡалдырығыҙ. Банан­дың ферменттары һәм май­ҙары тирегә һеңәсәк һәм уны йомшартасаҡ. Был шырауҙы еңелерәк сығарырға ярҙам итер.
Читайте нас: