Ҡыш миҙгеле йәйәүлеләр өсөн дә, водителдәр өсөн дә хәүефле осорға әйләнә. Көндөҙ ҡояш ҡыҙҙыра, кисен һыуыта, төндә туңдыра, ә иртәнсәк боҙлауыҡтар барлыҡҡа килә. Бындай шарттарҙа айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк.
Күңелһеҙ осраҡҡа юлыҡмаҫ өсөн түбәндәге ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.
- Һәр саҡ хәрәкәт иткән саҡта юлға иғтибар бирергә кәрәк;
- Ҡулдарҙы кеҫәгә “һалырға” кәңәш ителмәй;
- Тубыҡтарҙы ҡаҡшатыу талап ителә;
- Артыҡ ҡабаланмай хәрәкәт итергә;
Аяҡтарҙы бейек күтәрмәй, үксәгә тулыһынса баҫып атлау зарур.
- Беренсе көн: полиэтилен һауытҡа һыуыҡ предмет һалып 20 минутҡа ҡәҙәр (биш минуттан һуң) тоторға;
- Икенсе көн: бәрелгән урынға йод менән сетка яһау, күгәргән урынды тиҙерәк юҡҡа сығарыу;
- Өсөнсө көн: шешенеү кәмегән осраҡта, бәрелгән урынға йылытыусы май, йәиһә йылытҡыс (грелка) һалыу яҡшы һөҙөмтәләргә килтерер.
- Тәгәрмәстәрҙе “энәле”һенә алмаштырыу зарур;
- Тайғаҡта автомобилде яйыраҡ йөрөтөргә кәңәш ителә. Рулде ҡапыл борғанда, ҡапыл тормозға баҫҡанда, машинаны ситкә “ташлауы” ихтимал. Ул саҡта иң яҡшыһы – рулде “ташлаған” яҡҡа табан бороу һәм шундуҡ тәгәрмәстәрҙе тигеҙләү, әммә тормозға баҫыу ҡәтғи тыйыла.
- Бигерәк тә юлға төшөрөлгән билдәләрҙә (“разметка”) һаҡ булырға кәрәк. Юлға һалынған аҡ буяу еүеш мәлдә, һалҡында, һабын шикелле, тайғаҡҡа әйләнә һәм тәгәрмәстәрҙең юл менән тығыҙлығы ла кәмей.
- Тәгәрмәстәрегеҙҙәге тындың баҫымын үлсәгеҙ. Бындай көндәрҙә 0,5 атмосфераға артығыраҡ тултырылған баҫым күпселек осраҡта фажиғәләрҙең сәбәпсеһе була.
- Юлда автомобилдәр араһындағы дистанция тураһында ла онотмағыҙ. Һынауҙар күрһәтеүенсә, машина-ара дистанция, йәйгеһенә ҡарағанда, кәм тигәндә өс тапҡырға артығыраҡ булырға тейеш. ABS системаһына ышанырға ярамай – ул туҡтау арауығын кәметеү өсөн түгел, ә тормоздарҙың блокировкаһын булдырмау өсөн тәғәйенләнгән.
- Тәбиғәттең көйһөҙ миҙгелендә машиналар өсөн иң хәүефле урындар – күперҙәр, юл саттары, боролоштар. Улар – иң “тапалған” урындар. Шуға ла был урындарҙа тиҙлек менән шаярырға ярамай.
райондың граждандар оборона һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгес.