Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Декабрь 2019, 14:05

Ҡәҙерле кешеләребеҙгә арналды

Сара барышында балалар иң ҡәҙерле кешеләренә арнап шиғырҙар һөйләне, “Әсәйемә”, “Гөлназ”, “Күңелле музыканттар”, “Алға барабыҙ” йырҙарын башҡарҙы. Ә бына “Айыу менән төлкө” әкиәте бөтәһенә лә оҡшаны. Зәйнәғәбдинова Динә — айыу, Урманцева Радмила — төлкө булды. “Эшләһәң ашың булыр” (Тит — Зәйетҡолов Әдил һәм балалар — Наҙгөл, ДИнә, Радмила) тип аталған сәхнәләштерелгән тамаша ла матур килеп сыҡты.

Әсәйҙәр ғүмер, көс бирә
Кешеләргә йәшәргә.
Дан һәм рәхмәт, ҡәҙер-хөрмәт
Беҙҙең һәр бер әсәгә.
Ошондәй матур шиғыр юлдары менән башланып китте “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында әсәләр көнөнә арналған иртәлек.
Сара барышында балалар иң ҡәҙерле кешеләренә арнап шиғырҙар һөйләне, “Әсәйемә”, “Гөлназ”, “Күңелле музыканттар”, “Алға барабыҙ” йырҙарын башҡарҙы. Ә бына “Айыу менән төлкө” әкиәте бөтәһенә лә оҡшаны. Зәйнәғәбдинова Динә — айыу, Урманцева Радмила — төлкө булды. “Эшләһәң ашың булыр” (Тит — Зәйетҡолов Әдил һәм балалар — Наҙгөл, ДИнә, Радмила) тип аталған сәхнәләштерелгән тамаша ла матур килеп сыҡты.
“Ҡап та ҡоп”, “Өкө” уйындарында балалар “яза” үтәп, шиғыр ятланы, һамаҡтар әйтте, һананы, йомаҡтарға яуап эҙләне, шулай уҡ үҙҙәре лә әсәләргә ҡотлау открыткаларын бүләк итте. Әүҙем ҡатнашыусыларға Көҙһылыу приздары тапшырылды. Бәләкәстәрҙең ағай-апайҙары ла буш килмәгән. Урманцев Марсель рус телендә Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында”, Шаһиева Гөлдәр Гөлфиә Юнысованың “Башҡортостан” шиғырҙарын яттан һөйләне. Иртәлек аҙағында бергәләп иҫтәлеккә фото төштөк.
Һуңынан әсәләргә “Балаларҙың телмәрен үҫтереү” буйынса күп-кенә файҙалы кәңәштәр бирелде. Мәктәпкәсә йәштәге осор — балаларҙың телмәре үҫешкән мәл. Башланғыс кластарҙа бала уңышлы уҡыһын өсөн, ул бөтә өндәрҙе лә аныҡ һәм дөрөҫ әйтергә, һүҙҙәрҙе боҙмаҫҡа тейеш. Бәләкәсегеҙ һөйләгәнен ишетергә, тыңларға, тулы итеп һөйләшергә өйрәнһен, уларҙың телмәрендәге етешһеҙлектәр өҫтөндә ентекле һәм даими эшләргә кәрәк. Ошо маҡсатта балалар фольклоры әҫәрҙәре, аҙ күләмле шиғырҙар өйрәнеү бик отошло. Был осорҙа улар әхлаҡи ҡағиҙәләрҙе лә тиҙ отоп ала. Бында инде ҡат-ҡат әйтеү кәрәкмәй, өйҙәге ғаилә ағзаларының өлгөһө мөһим роль уйнай — тине тәжрибәле уҡытыусы.
Сара бәләкәй йәштәге балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыуға булышлыҡ итте.
Лилиә Ғәзизова,
тәрбиәсе.
Читайте нас: