Прокуратура тарафынан уңайлы мөхиткә инвалидтарҙың хоҡуҡтарын күҙәтеү өлкәһендә ҡанундарҙы үтәү тикшерелде. Һөҙөмтәлә “Урал” сауҙа үҙәге етәкселеге тарафынан ҡануниәттең сәләмәтлеге сикләнгәндәргә уңайлылыҡ тыуҙырыуға ҡағылған талаптары боҙолоуы (бина пандустар менән йыһазландырылмаған) билдәләнде.
Асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙарға бәйле, прокуратура сауҙа үҙәге хужаһына билдәләнгән арауыҡта уларҙы бөтөрөргә ҡушты. Һөҙөмтәлә бинаға ингән ерҙә электр менән эшләүсе күтәргес урынлаштырылды.
Эшселәргә хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс бөтөрөлдө
Прокуратура “Водник” ЯСЙ-һы тарафынан хеҙмәт ҡануниәте талаптарының үтәлешен тикшереҙе. Уның барышында предприятиеның 24 эшсе алдында бурысы барлығы асыҡланды. Асыҡланған закон боҙоуҙарға бәйле прокуратура бурыстарҙы түләүҙе, шулай уҡ хеҙмәт хаҡын тотҡарлаған өсөн әхлаҡи зыянды ҡаплауҙы талап итеп дәғүә ғаризалары ебәрҙе.
Суд прокурорҙың талаптарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе: һөҙөмтәлә хеҙмәт хаҡы буйынса 250 мең һумдан ашыу күләмендәге бурыс түләтелде.
Ҡатын административ яуаплылыҡтан бушатылды
Административ яуаплылыҡҡа законһыҙ рәүештә тарттырылыуы тураһында прокуратураға мөрәжәғәт иткән ҡатындың дәлилдәрен тикшергәндән һуң, прокуратура төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ҡатындың район административ комиссияһы тарафынан яуаплылыҡҡа тарттырылыуын асыҡланы.
Әммә закон талаптарына ҡаршы, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған ханым үҙенә ҡарата протокол төҙөлөүе, шулай уҡ уның хоҡуҡһыҙ ғәмәлдәре административ комиссия ултырышында ҡаралыуы хаҡында бер ни белмәй.
Билдәләнгән закон боҙоуҙар нигеҙендә прокуратура комиссия ҡарарының ғәмәлен туҡтата. Ҡырмыҫҡалы район-ара суды тарафынан прокурорҙың талаптары ҡәнәғәтләндерелде, ҡарар кире ҡағылды һәм уның буйынса башҡарыу эше туҡтатылды.
Бергә йәшәгән ҡатынға үлтереү менән янаған
Прокуратура кеше ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә зыян килтереүгә бәйле енәйәттәр категорияһына ингән енәйәт ҡылыусы, электән бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән, Т. ауылында йәшәүсе иргә ҡарата дәүләт ғәйепләүен хупланы.
Суд ултырышы барышында билдәле булыуынса, 2019 йылдың июлендә ир иҫерек хәлдә килеп тыуған низағ мәлендә ҡулына бысаҡ алып, бергә йәшәгән ҡатынға үлтереү менән янай. Һуңғыһы үҙенең ғүмеренең хәүеф аҫтында булыуын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә.
Суд дәүләт ғәйепләүсеһе дәлилдәре менән килешеп, ирҙе РФ Енәйәт кодексының 119-сы статьяһының 1-се бүлеге (үлтереү йәки сәләмәтлеккә ауыр зыян килтереү менән янау) буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип таныны һәм ҡаты режимлы колонияла 1 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын билдәләне.
Граждандың элек РЙ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 2-се бүлеге (алдан һөйләшеп төркөм менән бергә урлашыу) нигеҙендә БР Ҡырмыҫҡалы район-ара суды тарафынан хөкөм ителеүен, Архангел районы суд участкаһы мировой судьяһының үлтереү йәки сәләмәтлеккә ауыр зыян килтереү менән янау өсөн шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү тураһындағы 2018 йылдың 5 декабрендәге ҡарарын иҫәпкә алып, Енәйәт кодексының 70 –се статьяһы нигеҙендә енәйәт ҡылыусыға һуңғы язаны тәғәйенләне. Йәғни ул 2 йыл һәм 2 айын ҡаты режимлы колонияла үткәрәсәк. Ҡарар законлы көсөнә инмәгән.
район прокуроры вазифаһын башҡарыусы.