Инйәр
+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Ноябрь 2019, 12:49

Мутлашыусылар ауына эләк¬мәҫ өсөн һәр кем түбәндәге ҡа¬ғиҙәләрҙе күҙәтергә тейеш:

- бер ваҡытта ла таныш бул­ма­ған ке­ше­гә аҡса күсермәгеҙ;
- тикшерелмәгән һәм билдәһеҙ сайт аша билет, тауар һатҡан һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәткәндәргә мөрәжәғәт итмәгеҙ;
- әгәр ҙә телефонға яңы симка ҡу­­йып, оҙаҡ ваҡыт иҫкеһе менән файҙа­ланмаһағыҙ, ул номерға тоташ­ты­рылған мобиль банкты һүндерегеҙ;
- бүләк отоу тураһында йәки баш­ҡа ошондайыраҡ мәғлүмәт килһә лә, аҡса күсермәгеҙ;
- электрон янсыҡҡа, иҫәпкә һәм кеҫә телефонына аҡса күсермәгеҙ, һа­тыусы менән үҙегеҙ күҙмә-күҙ осра­шы­ғыҙ, танышығыҙ;
- мобиль банк хеҙмәте тоташты­рыл­ған төрлө операциялар үткәреү мөмкинлеге булған телефондарға (Android, Baba, IOS) вирустан һаҡ­ланыу программаһын урынлаш­ты­рығыҙ, ә иң яҡшыһы – интернетҡа сығыу мөмкин­леге булмаған теле­фон­дарға ғына тоташ­тырығыҙ;
- “Мин аварияға эләктем, йә­йәү­ле зыян күрҙе”, “Полиция хеҙ­мәт­кәрҙәре ҡулға алды” тигән йөк­мәткеле смс-хәбәрҙәр һәм шылтыратыуҙар буйынса аҡса күсермәгеҙ. Ул номерға үҙегеҙ шылтыратмағыҙ, банкоматҡа барма­ғыҙ. Уғры талап иткән опера­цияларҙы үтәмә­геҙ. Бындай осраҡта туғанда­рығыҙға, яҡын кешегеҙгә шылтыратып, хәлде асыҡлағыҙ;
- һеҙ һатырға теләгән әйберҙе алыр­ға булып, аванс күсерәм, тип әйтһәләр ҙә, банк операцияһын үтәү өсөн бер ваҡытта ла картағыҙҙың һандарын һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе бирмәгеҙ;
- әгәр ҙә банк картаһын юғалт­һа­­ғыҙ, тиҙ арала һеҙҙе хеҙмәт­лән­дергән банкка хәбәр итеп, картағыҙҙы яптырығыҙ.
Айгөл Сәйғафарова,
административ күҙәтеү буйынса өлкән инспектор.
Читайте нас: