Инйәр
+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
21 Октябрь 2019, 07:58
Ауыр һәм яуаплы хеҙмәт
Юлдар — ул иҡтисадтың үҫешенә ғәйәт ҙур йоғонто яһай торған фактор. Тәбиғәттең ниндәй генә көйһөҙ мәле булмаһын, юл төҙөүселәр трассаларҙа көндө төнгә ялғап эшләй. Ҡышын иһә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу тәүлек әйләнәһенә
ойошторола. Шуғалыр ҙа был һөнәрҙе тырыштар, сыҙамлылар, сәмселдәр генә үҙ итәлер.
Район территорияһында бөтә юл селтәре 373 саҡрым тәшкил итә. Бөгөнгө көндә юл хужалығы Чкалов урамында төҙөкләндереү эштәре башҡара: ярты саҡрым тирәһе юлға асфальт түшәлгән дә инде.
Идаралыҡ мастеры Алексей Мальцев белдереүенсә, был йүнәлештә эштәр дауам итәсәк, әлбиттә, барыһы ла һауа шарттарына бәйле. Туғыҙ кешенән торған бригада бурыстарын еренә еткереп башҡара. Әйткәндәй улар 1-се Архангел мәктәбе янындағы майҙансыҡҡа ла асфальт һалды.
— Һуңғы туғыҙ айҙа районда 12 саҡрым юл ремонтланды. Бынан тыш, быйыл старт алған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә яҡын арала Максим Горький ауылы тарафындағы юлдарҙа төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ, — ти хужалыҡ мастеры.
Юлдарыбыҙ тағы ла яҡшыраҡ, төҙөгөрәк, уңайлыраҡ булһын — шундай изге ынтылыш менән йәшәй һәм эшләй районыбыҙҙың уңған юл төҙөүселәре.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Март , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Март , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Март , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Март , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"