Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2019, 15:44

Сәйәхәтсе ғаиләләргә дуҫлыҡ юлдаш булды Һәм сағыу ҡояш, хозур тәбиғәт, алтын көҙ...

Башҡортостанда трэвел-шоу рәүешендә “Ҙур ғаиләнең — ҙур сәйәхәте” тип исемләнгән яңы социаль проект старт алды. Ул дүрт миҙгел дауам итәсәк: тапшырыуға төшөрөү барышында республиканың күп яҡлы туризм тармаҡтары асып һалынасаҡ. Проекттың нигеҙендә экология һәм тирә – яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тора. Сараның ойоштороусылары — БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Архангел районы хакимиәте. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе күп балалы ғаиләләр тапшырыуҙарҙың төп геройҙары буласаҡ. Һәр тапшырыуҙа ике ғаилә Башҡортостандың мөғжизәле һәм күркәм туристик мөйөштәренә сәйәхәткә юлланасаҡ. Үткән аҙнала проекттың тәүге ҡатнашыусылары — Семенчук һәм Бүләкҡоловтар ғаиләләре беренселәрҙән булып мажаралар донъяһын гиҙҙе, онотолмаҫ кисерештәр татыны, шул уҡ мәлдә уларҙың төп маҡсаты — берҙәмлек һәм еңеүгә ынтылыш.
Тау йылғалары буйлап ағып төшөү, мәмерйәләргә сәйәхәт, урындағы халыҡтарҙың милли йолаларын өйрәнеү, былар барыһы ла ике көн дауамындағы программаға индерелгән. Асыҡлап әйткәндә ошо арауыҡта сәйәхәтселәребеҙ умарталыҡта, туҡыу клубында, Еҙем йылғаһы буйында, Аҫҡын мәмерйәһендә һәм башҡа урындарҙа булып өлгөрҙө.
Бына тәүге туҡталыш — Абҙан шарламаһы. Белеүегеҙсә, һәр сәйәхәтте палаткаһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел: Семенчуктар һәм Бүләкҡоловтар ҙа эште тап уны сифатлы һәм тиҙ ҡороп ҡуйыуҙан башланы. Уларҙың тырышлығын тәжрибәле жюри баһаланы. Ә иң мөһиме, ҡатнашыусыларҙы сәләмләргә һәм сәйәхәттә уңыштар теләргә район хакимиәте башлығы Илшат Әминев килеп етте.
Икенсе туҡталыш — умарталыҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ, сағыу ҡояш, хозур тәбиғәт һәм алтын көҙ төҫөн мансыған башҡорт балы. Архангел районының татлы аҙығы республиканан ситтә лә киң танылған. Ул юғары сифаты һәм тәмлелеге менән дан алған. Нәҫел шөғөлөн дауам итеүсе Руслан Ҡәйетҡолов сәйәхәтселәргә ике һынау әҙерләгән: тәүҙә етеҙлектә һәм оҫталыҡта өлкәндәр бәйге тотһа, һуңынан һәләттәрен күрһәтергә бәләкәстәргә сират етте. Осрашыу аҙағында умартасы күстәнәскә кәрәҙле бал бирҙе.
Артабан юл Абҙан ауылында ойошторолған сыр бешереү йортона алып килде. Хужалар Раушания һәм Рәис Хәсәновтар ҡунаҡтарҙы шат ҡаршыланы. Улар был ризыҡты итальянса әҙерләү буйынса серҙәре менән уртаҡлашты һәм үҙҙәре аҫраған кәзәләр менән таныштырҙы.
Көндөң икенсе яртыһында проект геройҙарын ҡул эштәре оҫталығында һынау көтә ине. Орловка ауылында туҡыу станоктары әлегәсә һаҡланып килә. Урындағы халыҡ боронғоларҙың шөғөлөн быуындан-быуынға тапшырып, уны һаҡлауға ирешкән. Туҡыу оҫтаһы, ауыл клубы етәксеһе Фәнисә Сәйфетдинова ла сәйәхәтселәргә ғәҙәти булмаған конкурстар әҙерләгән. Был юлы уларға, ысынлап та, берҙәмлекте егергә тура килде.
Аҫҡын боҙло мәмерйәһе — тәбиғәт мөғжизәһе. Бында боҙлоҡ дәүеренән һаҡланып килгән реликтив боҙҙарҙы күрергә мөмкин. Мәмерйәгә илткән юл ҡатмарлы, бигерәк тә көҙгөһөн: күперҙәр үтергә, текә үрҙәр, һыуыҡ, батҡаҡ һәм башҡалар. Әммә сәйәхәтселәр бирешергә уйламаны.
Боронғо осорға экскурсия барыһына ла оҡшаны. Ныҡ ҡына арытҡан булһа ла, тамаҡ ялғап алыу өсөн барыһын да эшләйһең. Проект геройҙарын яҡындағы бағры балығы фермаһы хужалары ҡунаҡҡа саҡырҙы. Иң тәмле аш әҙерләү оҫталығында ике ғаилә лә һынатманы. Сәйәхәттең тәүге көнө тамамланды.
Иртәнсәк сәйәхәтселәрҙе йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән Айгөл Усманова һәм уның ҡыҙы Таңсулпан көтә ине. Ҡунаҡтар башҡорт тирмәһендә хужабикәнең тырышлығы һалынған һыйлы табынға рәхим итте. Өҫтәлдә ниҙәр генә юҡ — бишбармаҡ, ҡаймаҡ, ҡорот, вәҡ бәлеш һәм башҡалар. Усмановаларҙың хужалығы ҙур ғына: йылҡыларҙан тыш, бында өс тиҫтәгә яҡын эре мөгөҙлө малдар аҫрала. Айгөл был яҡтарҙы тәү күреүҙән оҡшата, шуға ла ғаиләһе менән ҡаланан ошонда күсеп киләләр, үҙҙәренең эшҡыуарлыҡ шөғөлөн асып ебәрәләр һәм һис тә үкенмәйҙәр.
Таңсулпан иһә бына биш йыл инде ат спортын үҙ иткән. Ул сәйәхәтселәрҙе яңы бәйгегә саҡырҙы: был юлы аттарҙы ашатырға, таҙартырға һәм эйәрләргә кәрәк ине. Тәү ҡарашҡа бик еңел һынау булып тойолһа ла, ныҡлы тырышлыҡ һәм ныҡышмалыҡ талап ителде. Беренсе тапҡыр һыбай ултырған балаларҙың иһә шатлығының сиге күренмәне.
Сәйәхәттең аҙағы яҡынлашты. Һуңғы туҡталыш — Ҡурғаш ауылы. Проектта ҡатнашыусыларҙы башҡорт һәм латыш милләте вәкилдәре ҡаршы алды. Тарихҡа килгәндә, Ҡурғашта күсеп килгән латыштарҙың тәүге утарҙары урынлаша.
Финал оло байрамға әүерелде. Халыҡ йырҙары, бейеүҙәре, сағыу милли кейемдәр һәм, әлбиттә, уйындар! Сәйәхәт геройҙары ҡыйыулыҡта, сослоҡта хатта хәйләкәрлектә көс һынашты, еңеү өсөн бар тырышлығын һалды.
Шулай итеп, ваҡыт елеп үтеп тә китте. Әммә ҡыҫҡа ғына арауыҡта байтаҡ ғәжәйеп донъя асылды, тәжрибә тупланды, яңы шөғөлдәргә өйрәнелде. Һынауҙарҙа дуҫлыҡ еңде. Семенчуктар һәм Бүләкҡоловтарға район хакимиәтенән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: