Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Октябрь 2019, 16:10

Мөһим сараға теүәл бер йыл ҡалды

Мөһим статистик ваҡиғаға — 2020 йылдың 1 октябрендә старт биреләсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға теүәл бер йыл ҡалды. Рәсәй тарихында ун икенсе тапҡыр уҙған сара бөтөнләй яңы, һанлы форматта үтәсәк: ил халҡы Дәүләт хеҙмәттәре порталын файҙаланып иҫәп алыуҙа үҙ аллы ҡатнаша ала, ә теркәүселәр махсус программа менән тәьмин ителгән планшеттар ҡулланасаҡ.
Әлеге мәлдә сараға әҙерлек йәһәтенән мәғлүмәт биреү-аңлатыу буйынса күләмле эштәр башланды. Росстат менән төҙөлгән дәүләт контракты сиктәрендә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу — 2020 медиа-офис тарафынан ойошторолған “Иҫәп алыуға бер йыл ҡалды” проекты кампанияны башлап ебәрҙе. Ошо маҡсатта 1 октябрҙә Мәскәүҙә Росстат етәкселәре ҡатнашлығында пресс сара үтте. Төп бурыс — 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһында киңерәк аудиторияға хәбәр итеү, уны үткәреүҙең айырым кеше, йәмғиәт, йәки дәүләт өсөн ни тиклем мөһим булыуын аңлатыу, үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Пресс конференцияла спикерҙар 2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың төп маҡсаты, логотип эшләү буйынса конкурс йомғаҡтары һәм иҫәп алыуҙың рәсми символикаһы, төрлө ысулда иҫәп алыу һәм яңы технологиялар, сара ниндәй арауыҡта уҙасаҡ, уның барышында кешеләр тарафынан биреләсәк һорауҙар, Дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон иҫәп алыу битен нисек тултырыу һәм башҡалар тураһында һөйләне.
Пресс конференциянан һуң райондың Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү буйынса комиссия ағзалары мөһим ваҡиғаға бәйле урындағы мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Район халҡының яҡынса 30 проценты Архангел ауылында йәшәй. Рәсми статистика төҙөлөш барышында ла асыҡ сағыла. Мәҫәлән 10 йыл элек һабантуй майҙаны булған урында әле яңы биҫтә. Үҙгәрештәр мотлаҡ картала билдәләнергә тейеш. Район ауылдарында хәл башҡасараҡ. Йәштәр ҡалаға күсенә, төпкөлдә халыҡ һаны кәмей. Миграция һөҙөмтәләре киләһе иҫәп алыу кампанияһы барышында асыҡ күренәсәк. Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышында теркәүселәр йорттарға инмәй. Улар бары тик күрһәтелгән адрестарҙың дөрөҫлөгөн тикшерә. Уртаса һәр хеҙмәткәргә 600-гә яҡын йорт биләмәһе тура килә. 2020 йылда халыҡ иҫәбен алыуға 10 меңгә яҡын кешене йәлеп итеү күҙаллана. Башҡа төбәктәр менән бер рәттән районыбыҙҙа ла ошо кампанияға әҙерлек бара. Белгестәр йорттарҙы һәм социаль объекттарҙы барлай, картография мәғлүмәттәренең дөрөҫлөгөн тикшерә. Иҫәп алыусыларға уңайлы булһын өсөн статистиктар урам исемдәре һәм йорттоң һаны яҙылған күрһәткестәр ҡуйырға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡайһы бер ауылдарҙа күрһәткестәр таратылған, әммә йорт хужалары тарафынан һаман да эленеп ҡуйылмаған. Шуға күрә ауыл биләмәләре башлыҡтарына был мәсьәләне контролгә алырға, шәхси хужалыҡтарҙы яңынан барлап сығырға тигән тәҡдим индерелде.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың октябрендә иҫәп алыусылар һәм Дәүләт хеҙмәттәре сайты ярҙамында башлана. Федераль статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иҫәп алыу анкеталарында әллә ни үҙгәрештәр юҡ. Бары тик миграция, шул иҫәптән хеҙмәт миграцияһы күләмен асыҡлау буйынса һорауҙар ғына өҫтәлә.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Вставка:
Иҫәп алыусыларға уңайлы булһын өсөн статистиктар урам исемдәре һәм йорттоң һаны яҙылған күрһәткестәр ҡуйырға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡайһы бер ауылдарҙа күрһәткестәр таратылған, әммә йорт хужалары тарафынан һаман да эленеп ҡуйылмаған. Шуға күрә ауыл биләмәләре башлыҡтарына был мәсьәләне контролгә алырға, шәхси хужалыҡтарҙы яңынан барлап сығырға тигән тәҡдим индерелде.
Читайте нас: