Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Сентябрь 2019, 10:52

Үҙ эшенең оҫтаһы

“Һүҙе лә татлы, ҡулдары ла шифалы,” — тибеҙ фельдшерыбыҙ Рәмзиә Мозафарова тураһында. Эйе, ысынлап та, уның яғымлы һүҙҙәре, тилбер, йомшаҡ ҡулдары сирле кешеләргә һауығыуға этәргес көс бирә, ышаныс уята. Уның янында үҙеңде бөтөнләй сәләмәт кешеләй тояһың. Белгес Убалар ауылының фельдшер – акушерлыҡ пунктында 2017 йылдан алып эшләй. Бер юлы Заря ауылы халҡын да хеҙмәтләндерә. Тиҙ арала үҙен тырыш, талапсан, үҙ һөнәренең оҫтаһы итеп танытты, урындағы халыҡтың ихтирамын яулап өлгөрҙө.
Атаһы Ғәйсәр Шәмсетдин улы һәм әсәһе Хәҙисә Хәлиулла ҡыҙының өлгөлө ғаиләһендә бәләкәстән ҡыҙ бик теремек, эшкә егәрле булып үҫә. Әсәһенә йорт мәшәҡәттәрендә лә, фермала һыйыр һауырға ла ярҙамлаша ул. Максим Горький урта мәктәбен тамамлағас, һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Бында маляр, плитасы һәм мозаикасы һөнәрен үҙләштерә. Салауат ҡалаһында ошо йүнәлеш буйынса йыл ярым эшләгәндән һуң, үҙенең тыуған ауылына ҡайта һәм хеҙмәт юлын һауынсылыҡта дауам итә. Ҡыҙҙың күңелен был һөнәрҙәр бер ҙә ҡәнәғәтләндермәй, шуға үҙен медицина өлкәһендә һынап ҡарарға уйлай. Етмәһә атаһы менән әсәһе лә: “Һиңә аҡ халат бигерәк килешә, ҡулдарың да ипле, фельдшерға уҡып сығырға кәрәк,” — тип теләктәрен белдерә. Ошо һүҙҙәр уға ҡанат ҡуя. Тиҙҙән Рәмзиә Стәрлетамаҡ медучилищеһына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студент тормошона баш-көллө сума.
1991 йылда ҡулына диплом алған белгес хеҙмәт юлын тәүҙә Ҡыҙыл Ырғыҙлыла, унан “Тиҙ ярҙам”да дауам итә. 1993 йылда тыуған Заря ауылына ҡайтып, фельдшер булып эшләй. Әлеге мәлдә ул Убалар халҡын хеҙмәтләндерә.
Рәмзиә һылыу хәстәрлекле әсә лә, уңған хужабикә лә. Тормош иптәше Ғайса Йәрмөхәмәт улы менән биш балаға ғүмер биргәндәр. Өсәүһе инде үҙ аллы тормош ҡорған: өлкән улдары ғаиләһе менән Краснодар крайында йәшәй, икенсеһе Стәрлетамаҡ физкультура колледжының 3-сө курс студенты. Оло ҡыҙҙары Өфө ҡалаһында башланғыс кластар уҡытыусыһы, икенсеһе — балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, ситтән тороп юғары белем ала. Иң кеселәре Максим Горький ауылындағы мәктәптә 8-се класта уҡый.
Рәмзиә — үҙ эшенең оҫтаһы, һәр саҡ белемен камиллаштырып тора, кешеләр менән ихлас мөғәмәләлә, пациенттарына иғтибарлы, итәғәтле мөнәсәбәттә. Уның йылы һүҙҙәре йәнгә дауа. Сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй ул. Ауырыу кешеләрҙең килеүҙәрен көтөп ултыра торғандарҙан түгел, өй беренсә йөрөп хәл-әхүәлдәрен белешә. Бигерәк тә ололарға иғтибарлы: район үҙәгенән кәрәкле дарыуҙарҙы алып ҡайтып бирә, уколдар яһай. Үҙ техникаһында сирлеләрҙе район дауаханаһына илтә, диспансер тикшереүҙәре үтеүҙә ярҙам күрһәтә.
Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша ул. Күптән түгел уҙған һайлауҙарҙа комиссия ағзаһы ролен үтәне. “Мираҫ” төркөмөнә лә ҡушылып, саралар уртаһында ҡайнай. Бына шундай өлгөр, егәрле фельшерыбыҙ булғанға һөйөнөп бөтә алмай убаларҙар. Уңыштар һиңә, Рәмзиә Ғәйсәр ҡыҙы!
Әлмира Юламанова.
Читайте нас: