Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Сентябрь 2019, 11:05

Архангел районында күрһәтерлек нәмәләр байтаҡ... Әммә уның хаҡында бик аҙҙар ғына белә.

Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” сиктәрендә “Архангел районы — Көньяҡ Уралдың байрам туризмы үҙәге” темаһы аҫтында “түңәрәк өҫтәл” үтте. Унда И.З.Солтанморатов — БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры, Р.Т.Ғәлиева — Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге етәксеһе, А.И.Лебедев — Иҡтисад һәм сервис институтының кафедра мөдире урынбаҫары, К.С.Ҡускилдин — “Урал Батыр” Милли туроператорының генераль директоры, шулай уҡ туризм йүнәлешендә эшмәкәрлек алып барыусы эшҡыуарҙар, ойошмалар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары вәкилдәре ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы И.Н.Әминев кәңәшмәгә йыйылыусыларҙы сәләмләгәндән һуң, райондың туризмды үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәре булыуын билдәләне.
— Архангел районы үҙенең иҫ киткес матур тәбиғәте һәм географик урынының уңайлығы менән төрлө кимәлдәге туристик инфраструктуралар булдырыу һәм ялдың был төрөн үҙ итеүселәрҙең ағымын үҫтереү өсөн ҡулай. Шул уҡ мәлдә тармаҡ район ҡаҙнаһын һәр яҡлап арттырыуға ла булышлыҡ итәсәк. Архангел районында күрһәтерлек нәмәләр байтаҡ, әммә уның хаҡында бик аҙҙар ғына белә. Әлеге мәлдә бында ауыл, мәҙәни, спорт, хеҙмәт, экология, балалар һәм ваҡиғаға бәйле туризмдар киң йәйелдерелгән. Был йәһәттән улар йәштәрҙе физик һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиткә эйә.
Бөгөн урында эске һәм ситтән килеүселәр өсөн туризмды үҫтереү, был өлкәлә алдынғы йүнәлештәрҙе билдәләү, халыҡ-ара компаниялар менән хеҙмәттәшлек итеү, туристарҙы йәлеп итерлек объекттар булдырыу талап ителә. Бынан тыш, тейешле финанслау юҡлығы аныҡ проекттарҙы инвестицияларға мөмкинлек бирмәй. Туристик объекттарҙа үҫешкән инфраструктура юҡлығы ҡамасаулай һәм эске туризм тармағында кадрҙарға ҡытлыҡ кисереү ҙә мөһим мәсьәләләрҙең береһе, — тине Илшат Нәжмитдин улы
Кәңәшмәлә сығыш яһаусылар үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын тикшерҙе. Әүҙем ял төрөнә өҫтөнлөк биреүселәрҙе ҡыҙыҡһындырыу өсөн райондың йөҙөн тамырынан яҡшыртыу кәрәклеген билдәләне. Шуға күрә лә эске туризмды үҫтереү буйынса дәүләт кимәлендә өҫтәмә саралар мөһим.
Ултырышта шулай уҡ туристик кластерҙар булдырыу һәм улар менән идара итеү, туризм һәм ял өлкәһенә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән туристарҙы районға йәлеп итеү маҡсатынан уны танып белерлек айырым бер брендын булдырыу талап ителә. Башҡортостандың туриндустрия берлеге рәйесе Кинйә Ҡускилдин әйтеүенсә, был йүнәлештә туризм үҫешенең стратегияһын билдәләргә, тармаҡҡа инвесторҙарҙы йәлеп итергә, ҡыҙыҡлы маршруттар һәм экскурсиялар ойошторорға кәрәк. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев әйтеүенсә, Башҡортостан брендтарын һәм продукттарын популярлаштырыу мөһим. Бының өсөн һалынған тырышлыҡ әлеге мәлдә етерлек түгел.
Сара һуңында Илшат Нәжметдин улы системалы эш итергә кәрәклеген билдәләне. Район етәксеһе ваҡиғалы туризмды үҫтереүгә айырым туҡталды:
— Беҙгә был өлкәгә иғтибар итергә кәрәк. Районда даими рәүештә һәр төрлө фестивалдәр, иҡтисади һәм мәҙәни ваҡиғалар үтә. Туристарҙы уларҙа ҡатнашыуға йәлеп итергә һәм бының өсөн бөтөн шарттарҙы булдырырға кәрәк.
Кәңәшмәне район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Салауат Фәтҡуллин алып барҙы.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: