Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Сентябрь 2019, 13:35

Ғаризалар ҡабул ителә башланы

Инвалид балаларға аҡсалата сертификаттар тапшырыла
Инвалид балалар реабилитациялауға мохтаж. Ләкин күпселек ата- әсәләрҙең улдарын йәки ҡыҙҙарын түләүле дауалау сараларына йөрөтөргә мөмкинлеге юҡ. Кемдәрҙер, сараһыҙҙың көнөнән, социаль селтәрҙә аҡса йыйыуға иғлан да бирә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ла һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙы реабилитациялауға иғтибар бүлеүҙе һорап, күп ата- әсә мөрәжәғәт итте. Ниһайәт, уларҙың үтенестәре ҡәнәғәтләндерелде.
Башҡортостанда инвалид балаларҙы реабилитациялауға аҡсалата сертификаттар тапшырыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Хәҙер һәр инвалид балаға был маҡсаттан сертификат тапшырыласаҡ. Уны Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге бирә. Хаҡы — 41 722, 59 һум. Был документ теләһә ниндәй шифаханала йәки реабилитация үҙәгендә 14 йәшкәсә мөмкинлектәре сикле балаларҙы дауалау һәм реабилитациялау өсөн тәғәйенләнгән. Бының өсөн Башҡортостан ҡаҙнаһынан 63 миллион һум аҡса бүленде. Сертификатты 2 ай эсендә файҙаланырға кәрәк.
Граждандарға уңайлы булһын өсөн сертификат тапшырыу тәртибе буйынса ҡулланма әҙерләнде. Уға ярашлы, сертификат алыу хоҡуғына эйә булыу өсөн инвалид бала Башҡортостан территорияһында йәшәргә, һуңғы ун ике айҙа БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкәләтендәге реабилитация үҙәктәрендә дауаланыуҙар алмаҫҡа тейеш. Баланың ата-әсәһенә (законлы опекундарға) документты юллау маҡсатында үҙҙәре йәшәгән урындағы күп функциялы үҙәккә йәки Өфө ҡалаһындағы Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенә (адресы: Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы,136/2-се йорт, бәйләнеш өсөн телефондар:+7 (347) 286-51-06, +7 (347) 286-51-05) ғариза менән килеү һәм түбәндәге документтарҙы тапшырыу зарур: ата-әсәнең паспорты (законлы вәкилдең паспорты һәм вәкәләтен раҫлаусы документы), баланың паспорты йәки 14 йәше тулмаған осраҡта тыуыу тураһында таныҡлығың, Инвалид баланың Башҡортостанда йәшәүен дәлилләгән документ, медицина-социаль экспертизаһы тарафынан бирелгән инвалидлыҡты раҫлаусы белешмә, реабилитация һәм абилитация сараларының шәхси программаһы (ИПРА), йәшәгән урыны буйынса дауахананан алынған (балаға реабилитацияға тыйыуҙар юҡлығы тураһында) белешмә. Документтарҙы ата-әсә (опекун) шәхсән йәиһә Дәүләт хеҙмәттәре ярҙамында электрон ысулда тапшыра ала.
Сертификатты биреү йә кире ҡағыу тураһында ҡарар Халыҡты социаль яҡлау үҙәге тарафынан ғариза теркәлгәндән һуң, биш көн эсендә ҡабул ителә. Кире ҡаҡҡан осраҡта инвалид баланың ата-әсәһенә был хаҡта сәбәптәрҙе күрһәтеп, өс көн арауығында белдереү ебәрелә. Ыңғай ҡарар ҡабул ителгәндә, шулай уҡ өс көндән һуңламай ата-әсәгә рәсмиләштерелгән Сертификат тапшырыла.
Сертификат реабилитация хеҙмәттәре күрһәтеүсе бер генә үҙәктә файҙаланыла. Уны ата-әсә үҙ аллы һайлай. Документты ҡулға алғас уларға хеҙмәтләндереүсе үҙәк менән бәйләнешкә инеү һәм унда талап ителгән рәсми ҡағыҙҙарҙы йыйыу мөһим. Ошонан һуң хеҙмәтләндереүсе реабилитация үҙәге менән килешеү төҙөлә. Күрһәтеләсәк хеҙмәттәр төрөн ата-әсә үҙ аллы һайлай йәки дауалаусы белгестәрҙең диагноздары буйынса үҙәк билдәләй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Сертификатты файҙаланыу мөҙәте ике ай. Был арауыҡ үткәнсе ул файҙаланылмаған булһа, өс көн эсендә документ Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә кире ҡайтарыла. Сертификат ыңғай сәбәптәр арҡаһында файҙаланылмаһа, уның мөҙәте тағы ике айға оҙайтыла. Документты икенсе тапҡыр юллау өсөн бер йыл үткәс кенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Сертификат буйынса реабилитация хеҙмәттәренән ирекле рәүештә баш тартҡан йәки хеҙмәтләндереүсе үҙәктәге эске тәртипте боҙған саҡта реабилитацияға хоҡуҡ туҡтатыла. Шулай уҡ Сертификатҡа индерелмәгән хеҙмәттәр һәм хеҙмәтләндереү күләме артып киткәндә уларҙы, ата-әсә (опекун) үҙ кеҫәһенән түләй.
Фәрзәнә Хәсәнова,
район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.
Читайте нас: