Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Август 2019, 17:51

Мөғәллимәлек уның булмышында

Уҡытыусы — донъялағы иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе. Был юлды һайлаған кеше үҙен тулыһынса һөнәренә бағышларға бурыслы. Шулай уҡ бөтә кеше лә уҡытыусы була алмайҙыр, сөнки һөнәргә ҡарата эскерһеҙ ынтылыш та кәрәк. Мәктәп кешегә тормош даръяһына юл күрһәтә, уны үҫтерә, шәхес итеп тәрбиәләй. Әлбиттә, был изге эштә төп урынды уҡытыусы биләй. Һүҙем ана шундай һоҡлан¬ғыс кешеләрҙең береһе — Римма Сәлихова хаҡында. Ул 2-се Архангел мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә.

Архангелдә тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәстән уҡытыусы булырға хыяллана. Гел генә кескәй балаларҙы йыйып уларға дәрестәр биреп уйнай. Етенсе кластан белем алыуҙы Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһында дауам итә. Ә инде өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алғас, БДПИ-ның рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, юллама буйынса Липовка мәктәбенә эшкә ҡайта. Унан Тәүәкәстә, 1-се һәм 2-се Архангел мәктәбендә хеҙмәт юлын үтә. Ниндәй генә бурысты йөкләтмәһендәр, йәш уҡытыусы намыҫына тап төшөрмәй, педагогик коллективта ла, уҡыусылар араһында ла абруй яулай. Вожатый, уҡытыусы, туған телдәр буйынса директор урынбаҫары һәм башҡалар — мәғариф өлкәһендә эшләүенә 33 йыл да булып киткән.

1993 йылдарҙа башҡорт теленән дәрестәр һаны арттырыла һәм ошо йүнәлештә белгестәр талап ителә. Римма Әүхәҙи ҡыҙы рус кластарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта башлай. Ул балаларҙың ижади ҡарашын, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирә. Үҙе етди, талапсан, шул уҡ ваҡытта иғтибарлы һәм ихтирамлы булған мөғәллимә. “Баланы, һин башҡортса дөрөҫ итеп һөйләшә, уҡый белергә, хатаһыҙ яҙырға тейешһең, тип кенә дәресеңә йәлеп итеп булмай. Уҡыусыларҙа башҡорт теленең гүзәллегенә, серле ҡурай моңона, Салауат батыр тоҡомоноң мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, үткәненә, бөгөнгөһөнә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, киләсәгенә ышаныс, өмөт тәрбиәләү өсөн педагогик алымдарға таянып эҙләнергә, яңынан-яңы алымдар ҡулланып, дәрестәремде төрләндерергә тырышам. Эшебеҙҙә компьютер, интернет, ксерокс, төрлө видеояҙмалар кеүек заманса технологияларҙы ҡулланыу дәрестәргә әҙерләнеүҙе һәм уҡытыуҙы күпкә еңеләйтте”, — ти тәжрибәле педагог.

Римма Сәлихованың эшмәкәрлеге байтаҡ маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған. Ә шулай ҙа уның өсөн иң ҡәҙерлеһе, моғайын, уҡыусыларының ҡаҙанышылыр. Быға уның портфолиоһында тупланған дипломдар, сертификаттар, маҡтау ҡағыҙҙары асыҡ дәлил.

— Һеҙгә ҡайһы осорҙа эшләүе еңелерәк булды? — тип һорайым. “Элекке менән хәҙерге мәктәптәр араһында айырма ҙур. Иҫке ағас биналарҙа һалҡындарҙа өшөп ултыра торғайныҡ. Әлегеләрендә уңайлы шарттар булдырылған. Әлбиттә, йылдан-йыл уҡытыусыға мәктәптә эшләүе лә ҡатмарлаша бара. Сөнки тормош алға бара, шунлыҡтан мәғариф системаһында ла үҙгәрештәр арта, уҡытыусыға ҡарата ла талаптар көсәйә. Замандан ҡалышмай, яңылыҡтар¬ҙы үҙләштереп барырға, компьютер, интернетты оҫта файҙалана белергә, яңы алымдарҙы үҙләштерергә, уйланырға, эҙләнергә һәм башҡа күп кенә бурыстар тора. Шулай ҙа минең өсөн хәҙер эшләүе еңел тип уйлайым”.

Римма Әүхәҙи ҡыҙы тормош иптәше Радик Иҡсан улы менән Айнур исемле ул үҫтергән. Егет хәҙер эске эштәр органдарында хеҙмәт итә, уңыштары менән һөйөндөрә.

Уҡытыусы бар булмышы, асылы, үҙ-үҙен тотошо менән һабаҡ биреүсе ул. Тимәк, уға аҡыл мөмкинлектәренең, мәҙәниәттең, әхлаҡтың, кеше менән аралашыу һәләтенең иң бейек түбәһендә булыу шарт. Римма Сәлихова менән аралашҡандан һуң күңелдә нәҡ шундай тойғолар ҡалды.

Рәғиҙә Ғиззәтуллина.

Автор фотоһы.
Читайте нас: