Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Август 2019, 18:09

“Сигеүҙәрҙә — күҙ нуры” — Ғафури районында республика йыйыны

Ауылдарыбыҙ тормошон рухи яҡтан йәнләндергән, күп матур башланғыстарҙа таяныс булған ағинәйҙәр ойошмалары әленән-әле төрлө тәрбиәүи саралар ойоштора һәм ҡатнаша. “Ярһыҙ йылға юҡ, йолаһыҙ халыҡ юҡ”, тигәндәй, ысынлап та, һәр төбәктең үҙенә генә хас ғөрөф-ғәҙәте, ерлеккә генә ҡағылған йолаһы була. Ошо көндәрҙә Ғафури районы ағинәйҙәре, ҡунаҡтарҙы тирмәләрҙә ҡаршылап, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо тормошо, ғөрөф-ғәҙәте менән таныштырып, милли аш-һыуы менән һыйлай-һыйлай, халҡыбыҙҙың йолаларын сәхнәләштереп күрһәтте.
Еҙем туғайҙары был көндө бал ҡорттары күс айырған мәлде хәтерләтте. Ғафури районы ауыл биләмәләре ҡорған тирмәләр бер рәткә теҙелгән умарталар кеүек, эргәһендә мыжғыған меңләгән кеше юғарынан ҡарағанда, ысынлап та, күскә оҡшағандыр. Әйткәндәй, бығаса туҡтамай ямғыр яуып торһа ла, Уҡлыҡаяла был көн матур ине. Тәбиғәт тә ағинәйҙәрҙең хәленә керҙе, буғай. Туғай, һүрәттәге кеүек, тағы йәмләнеп китте.
Ғафуриҙар өлгө алырлыҡ эш күрһәтте. Боронғо йолаларҙы тергеҙеүҙең сағыу тәжрибәһен ҡараным мин бында. Өфө ҡалаһынан һәм республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан, Силәбе өлкәһенән, райондың төрлө ауылдарынан вәкилдәрҙе ҡотлап, хакимиәт башлығы Фәнзил Сыңғыҙов “Сигеүҙәрҙә-күҙ нуры” тип аталған республика йыйынын асыҡ тип иғлан итте.
Ғафури ир-егеттәре уңған, эште ҡойоп ҡуйғандай итеп башҡарһа, ҡатын-ҡыҙҙары иһә аш-һыуға маһир. Һәр тирмәлә ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар менән һыйланылар, йыр- бейеүҙәр менән күңелдәрен астылар. Өҫтәлдәрҙәге ризыҡтарҙың төрлөлөгөнә иҫең китерлек, милли аҙыҡтарыбыҙ мул итеп өйөлгән: ул баллы сәк-сәк тиһеңме, кәсәләргә ҡойолған шифалы ҡымыҙ, буҙа, татлы бауырһаҡ тиһеңме, телеңде йоторлоҡ бәлештәр, ҡорот, ит ризыҡтары, ул ҡыҙарып бешкән баҡса еләге…
Ошондай осрашыуҙар кемгә генә ҡәҙерле түгел? Сәйе лә, ашы ла тәмләп бөткөһөҙ. Шундай табын артында үткәрелгән байрамдар үҙ-ара татыулыҡты, быуындар бәйләнешен нығыта. Ғафури районында һәр ауыл мәҙәни саралар үткәреүҙе көтөп ала, уға бергәләшеп әҙерләнә. Күптәр үҙ өлөшөн индерергә тырыша: йырын да, бейеүен дә, аш-һыуын да әҙерләй, иң мөһиме – йәш быуынға үҙ кәсептәрен күрһәтә, уларҙы йәлеп итә. Икенсенән, был сара ауыл халҡын бергә туплай.
Танышыу һәм иртәнге аштан һуң барыһы ла сәхнә янына йыйылды. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да ҡул эштәре теҙелгән бай күргәҙмә һоҡландырмай ҡалмағандыр. Матур итеп биҙәлгән сәхнәлә Ғафури ағинәйҙәре ”Өләсәйем һандығы”, “Ҡатыҡ тәмләшеү”, “Йыйын” һәм башҡа йолалар залды геүләтеп, ҡеүәтләп ебәрҙе.
Йола — бер яҡтан әхлаҡи төшөнсә, йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана. Халыҡты халыҡ итеп һаҡлап ҡалыусы мәшһүр система ул. Юғиһә, ошо көндәргә тиклем башҡорт йолаһы үҙ халҡының хәтерендә изге итеп һаҡланыр инеме?! Туған телен яҡшы белгән, шулай уҡ ысын мәғәнәһендә үҙ халҡының традицияларын, йолаларын, мәҙәниәтен ихтирам иткән кеше тәрбиә һәм әхлаҡ яғынан да айырылып тора. Һәр милләттең бай мәҙәни мираҫы бар һәм улар йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо юҫыҡта эш алып барыу, ата-бабаларыбыҙҙан изге ҡомартҡы булып ҡалған рухи хазинабыҙҙы һәр баланың күңеленә һеңдереү мәҙәниәт-ара компетентлы, толерантлы шәхес тәрбиәләүҙә үҙенең ыңғай һөҙөмтәһен бирә. Тәрбиәле быуын – ышаныслы бөгөнгөбөҙ, өмөтлө киләсәгебеҙ. Шуның өсөн мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында ла төплө белем биреү менән бер рәттән уҡыусыла кешелеклелек һыҙаттары, әҙәплелек тәрбиәләү мөҡәддәс бурыс һанала. Ә кеше үҙ халҡының быуындан-быуынға күсә килгән рухи байлығына эйә булғанда, шул нигеҙҙә тәрбиә алғанда, физик камиллыҡҡа өлгәшкәндә һәм әхлаҡи сафлыҡҡа ынтылғанда ғына үҙен тәрбиәле, әҙәпле, мәҙәниәтле, йәмғиәттең тулы ҡанлы ағаһы итеп иҫәпләй ала. «Сигеүҙәрҙә-күҙ нуры» байрамы бик сағыу, күңелле үтте. Барыһы ла көс-ҡеүәт, дәрт, ижади үрҙәр яуларға илһам алды. Грамоталар, татлы бүләктәр тапшырылды. Ошо оло форумда ағинәйҙәргә беренсе тапҡыр тапшырылған «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнеүсе дүрт кенә ағинәй араһында минең дә булыуым — икеләтә шатлыҡлы ваҡиға.
Форсаттан сығып, мәртәбәле форумға беҙҙе хәстәрләп ебәргән район хакимиәт башлығы Илшат Әминевҡа һәм район Советы секретары Фәйез Йортомбаевҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.
Зилә Фәйзуллина, район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе.
Ағинәйҙәр ниндәйҙер байрамдар ваҡытында, бер датанан икенсе датаға тиклемге арауыҡта ғына осраша, аралаша торғандарҙан түгел, һәр көнөн, һәр сәғәтен ағинәйлек бурысын үтәүгә бағышлай. Ағинәйлек — йәшәү рәүешебеҙ, шуға ла әле бер, әле икенсе районда үткән йыйындарға аптырарға ярамай. Ағинәйҙәр шулай аралаша, бер-береһенең эш тәжрибәһен өйрәнә, үҙе белгәнде башҡаларға өйрәтә һәм йәмәғәт эшен артабан тағы ла дәртләнеп дауам итеү өсөн йөрәктәренә ҡуҙ, ялҡын өҫтәй.
Читайте нас: