Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Август 2019, 17:39

Республика етәксеһе ҡултамғаһы яҡшыға этәргес биреп торасаҡ

И. Куркова фотоһы
И. Куркова фотоһы
Архангел районына эш сәфәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров байтаҡ проекттарға башланғыс бирҙе.

Радий Хәбиров Березовка ауылындағы 2016 йылда асылған "Сабитов"крәҫтиән-фермер хужалығында булды. КФХ етәксеһе Артур Сабитов ферма эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Бында 380 баш эре мөгөҙлө мал, шул иҫәптән 200 баш һуғым өсөн һыйыр, 25 баш йылҡы малы бар. 470 гектар ер эшкәртелә, 14 төрҙәге ит ярымфабрикаттары сығарыла. 2018 йылда "Эш башлап ебәреүсе фермер" грант программаһы буйынса фермер 2 985 750 һум аҡса алған, быйыл ул мал һатып алыу өсөн тотоноласаҡ.
Яңы Шишмә ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа киләсәк. XX быуаттың 67-се йылдарында төҙөлгән ағас бинала халыҡты хеҙмәтләндереү хәүефле. Липовка ауыл хакимиәте башлығы Илдар Әбдрәфиҡов әйтеүенсә, бина ныҡ иҫкергән, шул саҡтан бирле бер тапҡыр ҙа ремонт яһалмаған, ауыл халҡының, бигерәк тә балаларҙың сәләмәтлеген һаҡларға кәрәк. Медицина ярҙамына мохтаждар байтаҡ, әле күптәр күрше ауылға һәм район үҙәгенә йөрөргә мәжбүр.
Радий Хәбиров таушалып бөткән бинала медицина хеҙмәтләндереүенә юл ҡуймаясағын, киләсәктә заманса йыһазландырылған медицина учреждениеһы сафҡа индереләсәген әйтте.
Яңы Шишмәлә йәшәүселәр транспорт бәйләнеше булмауына зарланды. Радий Фәрит улы мәсьәләне хәл итергә ҡушып, аҙнаһына бер тапҡыр автобус бүлеү кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ интернет проблемаһы, газ юҡлығы ла “Хөкүмәт көндәлеге”нә яҙылды.
Архангел ауылындағы Ворошилов урамындағы күп ҡатлы йорт айырыуса сетерекле: торлаҡ иҫәпкә бар, ә һанға юҡ тигәндәй, фатир хужалары документтары булмаған өйҙә йәшәй, шунлыҡтан бер ниндәй ремонт, төҙөкләндереү программаларына инә алмай. Йыйылған халыҡ ошо хаҡта Радий Хәбировҡа әсенеп бәйән итте. Ул башҡа һыймаҫлыҡ хәл тип, кисекмәҫтән хәл итергә ҡушты.
Йорттар, ихаталар төҙөклөгө, халыҡтың йәшәү шарттары Р.Хәбировтың һәр эш сәфәрендә айырым иғтибарға алынды. Бигерәк тә “Башҡортостан ихаталары”, биләмәләрҙе төҙөкләндереү программалары үтәлеше етди күҙәтеүҙә. Райондың төп проблемалары: юлдар, газ һәм һыу үткәреү. Быларҙың барыһы ла башҡа мәсьәләләрҙе киҫкенләштерә. Йәшел урамы, яңы Йәштәр микрорайонында юлдарҙың торошо иғтибарға алынды. Район хакимиәте башлығы Илшат Әминев был объект буйынса проект-смета документтары төҙөлөүенең тамамланыуы, әлеге ваҡытта дәүләт экспертизаһына ебәрелеүе тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
Республика етәксеһе район үҙәгендә халыҡ һорауы буйынса физик культура үҙәге төҙөтәсәген белдерҙе:
“2024 йылға тиклем барлыҡ муниципалитеттарҙа муниципаль бассейндар булдырылырға тейеш. Бөтәһе 16 муниципаль район, тимәк, йыл һайын дүртәр сафҡа индереләсәк. Киләһе йыл Архангелдә бындай беренсе социаль объектты төҙөй башлаясаҡбыҙ”.
Совет урамы, 151-се, 54-се, 50-се йорттары, "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса йорт яны ихаталарын ҡарауҙан тыш, Радий Фәрит улы 1-се Архангел мәктәбендә булды. Белем биреү учреждениеһы директоры Мансур Ғәбитов төбәк проектына ярашлы, "Заманса мәктәп", "Үҫеш нөктәһе" һанлы һәм гуманитар профилле үҙәктәр булдырыу йәһәтенән кабинеттар асыласағы тураһында яҡтыртты. Республика башлығы шулай уҡ ирекле көрәш секцияһында шөғөлләнеүселәрҙең күнекмәһен ҡараны. Йәштәр күп беҙҙә, 1-се Архангел мәктәбендә быйыл 570 бала уҡыясаҡ. Мәғариф учреждениеһының республикала барлыҡҡа киләсәк 133 “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең береһе генә тип иҫәпкә алғанда, бында уҡыусыларҙың артасағын төҫмөрләргә мөмкин. Уҡытыусылар был йәһәттән белемдәрен камиллаштыра. Кабинеттарҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу өсөн шарттар тыуҙырылған, юғары тиҙлекле интернет, башҡа коммуникацияларҙы уҡыу йылы башланғанға тиклем урынлаштырырға иҫәп тотола. Радий Фәрит улының ҡултамғаһын ҡуйҙырып ҡанатланған малай ҙа, бәлки, тап ошо һанлы технологиялар класында уҡыр.
Артабан "Йылылыҡ" муниципаль унитар предприятиеһы директоры Азат Мостафин республика башлығына үҙәк ҡаҙанлыҡ тураһында һөйләне, проблемаларҙы барланы.
Еңеү паркы территорияһында Р.Хәбировты "Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу" программаһы сиктәрендәге төҙөкләндереү, дизайн-проект буйынса асыҡ тыңлауҙар уҙғарылыуы һәм башҡа мәсьәләләрҙең хәл ителеше менән И.Әминев таныштырҙы. Бөтә планлаштырылған эштәр август аҙағына тамамланырға тейеш.
Радий Хәбировтың һәр бер мәсьәләгә үҙ ҡарашын әйтеп һәм хәл итәсәгенә ышаныс белдереп, көндәлеккә теркәп барыуы, әлбиттә, ҙур өмөттәр уята.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: