Ҡорбан ғәйете уңайынан Архангелдәге “Зифа” мәсетенә байтаҡ халыҡ йыйылды. Район мосолмандарын оло байрам менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Илшат Әминев, уның урынбаҫары Фәрзәнә Хәсәнова килде.
Изге йорттоң иман-мөхтәсибе Фәнзил хажи Хисаметдинов Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы имам Айнур хәҙрәт Бирғәлиндең ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.
Ҡорбан салыу тураһында аңлатып, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, етем, фәҡир, мохтаждарға ярҙам итергә, шәфҡәтле, мәрхәмәтле, үҙ-ара дуҫ, килешеп йәшәргә өйрәткән хаҡ диндең тәғлимәттәре тураһында бәйән ителде.
Район хакимиәте башлығы Илшат Әминев мөһим байрам менән тәбрикләне, уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләне. Уның телмәрендә район тормошондағы социаль-иҡтисади-мәҙәни хәл-торош, ауылдарҙа мәсет төҙөлөшө, күп милләтле Архангел ерендәге татыулыҡ, ислам диненең тәрбиә йәһәтенән әһәмиәте хаҡында ғына түгел, шулай уҡ күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә берҙәмлек кәрәклегенә лә баҫым яһалды. Етәксенең ихлас күңелдән сығыш яһауынан халыҡ ифрат ҡәнәғәт ҡалды.
Ҡорбан намаҙынан һуң Фәнзил хажи вәғәздәр һөйләне. Был көндө иман йортона килеүсе һәр кем әруахтар рухына бағышлап, хәйер-саҙаҡа һалды.
Ҡорбан салыусы райондаштарыбыҙ ҙа байтаҡ ине. Марат Фәхретдинов (Өфө ҡалаһы) өс баш һарыҡ, Айгөл һәм Руслан Сәмиғуллиндар, Венер Ишморатов, Рима Ишморатова 2 баш һарыҡ (Уҫаҡлы), Альбина Батырғәлиева ике баш һарыҡ (Өфө), Миңнеғаян Ғилмануров, Ғәзиз Ғафаров ике баш һарыҡ (Баҡалды ауылы), Рәис Хәйретдинов (Архангел) һәм башҡалар ҡорбан салды. Ит шулай уҡ йолаға ярашлы мохтаждарға ла бирелде, мәсеттә ҡорбан ашы әҙерләнде. Салынған ҡорбан һәр яҡлап хәйер һәм бәрәкәткә сәбәп.
Ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Зилә Фәйзуллина бөтә эштәрҙә әүҙемлек күрһәтеүсе ағинәйҙәргә — Рәсимә Мөхәмәтйәрова, Мөслимә Сәйғафарова, Нәфисә Юлдашбаева, Факиһа Әхмәтгәрәева, Рәхилә Йомағолова, Тәғлимә Ғиниәтоваға, йәмәғәт эштәренән бер ҡасан да ситтә ҡалмаған Нәзир Сурағоловҡа бүләктәр тапшырҙы.
Мул һыйлы табын артында халыҡ уңған хужабикәләр әеҙрләгән аш-һыуҙан ауыҙ итте, бер-береһе менән аралашты, хәл-әхүәлдәр белеште. Мосолманса кейенеп килгән кескәйҙәрҙең ата-әсәһе менән бергә намаҙға баҫыуы был көндө һөйөнөслө булды. Уларҙың бәләкәйҙән ислам диненә ылығыуы, иманлы үҫеүе шатландыра. Мәсет янында балалар өсөн изге ниәттән сығып, бәүелсәк тә булдырылған.
Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ризалығына, рәхмәтенә ирешеү маҡсатында ҡояшлы августың был көнөндә йөрәктәргә миһырбанлыҡ тулды, тормош ниғмәттәренә шөкөр итеп, күңелдәр сафланды.
Приуралье ветеринария участкаһы мөдире Вера Морозова:
— Беҙ йыл һайын ҡорбан өсөн килтерелгән һарыҡтарҙы хәүефһеҙлек йәһәтенән тикшерәбеҙ. Сөнки төрлө мал сирҙәре кеше һаулығына зыян килтереүе ихтимал, бигерәк тә эхинококк хайуандарҙың эсәктәрендә осрай торған таҫма кеүек паразит селәүсен ҡурҡыныс. Әгәр мал зарарланған икән, уны бөтөнләй файҙаланыу тыйыла. Тикшереү һөҙөмтәһенә килгәндә, малдарҙың барыһы ла имен.