Республикабыҙҙа бар күңелен балаларға, яратҡан эшенә бағышлаған уҡытыусылар күп. Уларҙың һәр береһе маҡтауға һәм оло хөрмәткә лайыҡ. Ә ниндәй ул бөгөнгө уҡытыусы? Йәш уҡытыусы? Хеҙмәтенең төп асылын, мәғәнәһен нимәлә күрә? Ошо һорауҙарға яуап алыу маҡсатында Абҙан мәктәбенең биология һәм химия уҡытыусыһы Лиана Лоғаманова менән осраштыҡ.
— Лиана Марс ҡыҙы, нисек уҡытыусы булып киттегеҙ?
— 1-се Архангел мәктәбен тамамлағас та күп уйлап тормай М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәбиғи фәндәр факультетына документтарымды тапшырҙым. Мауыҡтырғыс студент йылдары һиҙелмәй үтеп тә китте. Ҡулға диплом алыу ғына маҡсатҡа ирешеүҙе аңлатмай, һөнәреңә ярашлы эш урыны табыу ҙа хәҙерге заманда ҡатмарлы. 2014 йылда Абҙан мәктәбендә уҡытыусы кәрәклеген ишеттем. Уҡыуымды тамамлағанға тиклем йыш ҡына килеп һорашып йөрөнөм һәм бер йылдан ошонда биология һәм химия уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлымды башланым.
— Ни өсөн был һөнәрҙе һайланығыҙ? Бәләкәстән хыялландығыҙмы?
— Юҡ, кескәй сағымда табип булырмын тип уйлай торғайным. Юғары кластарға етәрәк теләгем үҙгәрҙе. Был һөнәрҙе һайлауымда мине уҡытҡан уҡытыусыларҙың, айырыуса класс етәксебеҙ Вячеслав Михайлович Моисеевтың роле ҙур булғандыр, тип уйлайым.
— Йәш уҡытыусыны һынап ҡараған, баш бирмәй маташҡан уҡыусылар ҙа юҡ түгелдер. Нисек ҡаршы алды һеҙҙе уҡыусылар?
— Балалар менән уртаҡ тел табыуы ауыр булманы. Уҡыусылар менән, ғөмүмән, бер тиңдә аралашам, уҡытыусымын тип өҫтән ҡарамайым, кәмһетергә юл ҡуймайым. Һәр ҡайһыһының фекеренә ҡолаҡ һалам. Ә дөйөм алғанда, балаларҙың тәртиптәре яҡшы. Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар, тигәндәй, тәрбиә тышҡы ҡиәфәттән башлана. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары, аллаға шөкөр, ҡиәфәттәре яғынан күркәмдәр, белем йәһәтенән дә тырыштар.
— Биология һәм химия еңел предметтар иҫәбенән түгел. Балаларҙы фәнгә ылыҡтыра алғанһығыҙ, тимәк.
— Уҡытыу тәжрибәм күп түгел, әле үҫергә лә үҫергә әле. Шулай ҙа төрлө ысулдар ҡулланып, ҡыҙыҡһыныу уятырға, дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итергә тырышам, әлбиттә. Балаларҙың күҙҙәре янып тора икән — миңә шул етә. Күҙҙәрендә ут булмаһа – насар уҡытыуың аңлашыла. Эҙләнергә тура килә. Яңы алымдар ҡулланырға тырышам. Мәҫәлән, балаларға “ментальная карта” ысулы бик оҡшай. Уның ярҙамында темалар еңел үҙләштерелә, хәтерҙә лә оҙаҡ һаҡлана.
— Уҡытыусы һөнәрен һайлағанығыҙға үкенмәйһегеҙме?
— Яңы быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен. Әлеге мәлдә дәрестәр биреүҙән тыш директорҙың тәрбиә эштәрҙе ойоштороу буйынса урынбаҫары ла, эш менән йылдарҙың үткәне лә һиҙелмәй. Быйыл йәш белгестәрҙе дәртләндереү йәһәтенән республика программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Был бик хуп. Ауыл мәктәптәренә йәш уҡытыусыларға ылыҡтырыуға ҙур этәргес булып тора. Күптән түгел үҙем дә ошо программала ҡатнашыу йәһәтенән документтар йыйып тапшырҙым.
Уҡытыусы эшенең өҫтөнлөктәре, ысынлап та, бик күп. Дәрестәрҙән тыш, төрлө КВН-дар, кисәләр, конкурстар үткәрә, талантлы балаларҙың кәңәшсеһенә, серҙәшенә әйләнә, ата-әсәләр менән аралаша, коллегалары менән тәжрибә уртаҡлаша, өйрәнә һәм белгәнен башҡалар¬ға өйрәтә. Гонаһһыҙ күҙҙәрен тултырып ҡарап ултырған, ҡыҙыҡһыныусан, шуҡ, шаян, күпте белергә теләгән уҡыу¬сыларым һәм уҡытыусы булыуым мин бик бәхетлемен.
— Лиана Марс ҡыҙы, һеҙҙең киләсәк хеҙмәт юлығыҙҙа яңынан-яңы асыштарға, шатлыҡлы ҡаҙаныштарға өлгәшеүегеҙҙе теләйем.
Педагог хеҙмәтенең баһаһын арттырыу, һөнәри эшмәкәрлектә юғары ҡаҙаныштарға дәртләндереү маҡсатында республика етәксеһе Радий Хәбиров ауылдарҙа эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, быйыл 1 июлдән йыл да биреләсәк 600-әр мең һум күләмендә йөҙ грант булдырылды. Конкурста халҡы ун меңдән ашмаған ауыл биләмәһендәге дөйөм белем биреү ойошмаларында кәмендә ике йыл эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала.