Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
9 Август 2019, 17:46

Илһамлы хеҙмәт киләсәкте өмөтлө итә

Фәрзәнә Хәсәнова,
район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм туризмды үҫтереү буйынса урынбаҫары:
— Быйыл “Заманса мәктәп”, “ Киләсәк уҡытыусыһы”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Һәр баланың уңыштары” төбәк проекттары сиктәрендәге сараларҙы тормошҡа ашырыу башланды. “Заманса мәктәп” милли проекты буйынса 1-се Архангел һәм Максим Горький мәктәптәрендә һанлы һәм гуманитар профилдәрҙәге үҙәктәр булдырыу алып барыла. Шулай уҡ 2019 йылдың апрель-июль айҙарынан педагогтар белемдәрен камиллаштырҙы. Хәҙерге көндә ҡорамалдар һатып алыу, ремонт һәм уҡыу кабинеттары булдырыу өсөн саралар күрелә. “Һәр баланың уңыштары” мили проекты сиктәрендә Ҡыҫынды ауылы мәктәбенең спорт залына капиталь ремонт үткәрелде, финанс сығымдарының күләме —566 мең 048 һум. “Йылы бәҙрәф урынлаштырыу” программаһы буйынса 9 белем биреү учреждениеһында эштәр йәйелдерелгән, финанс саралары күләме 4 млн 156 мең һум тәшкил итә. Мәктәптәрҙе террорҙан һаҡлау саралары йәһәтенән аҡса бүленгән, ул 15 белем биреү учреждениеһын турникеттар менән йыһазландырыуға йүнәлтелә, 3 балалар баҡсаһына —домофонлы электр магнитлы йоҙаҡтарҙы монтажлау өсөн. Дөйөм сумма — 2 млн 145 мең 263 һум. Ағымдағы йылға балаларҙы һауытырыуға һәм ялын ойоштороуға, көндөҙгө һәм хеҙмәт лагерҙарындағы, палата тибындағыларҙағы, республика территорияһындағы балалар һауыҡтырыу учреждениеларына юлламалар алыу, балаларҙың туҡланыуы өсөн төрлө кимәлдәге ҡаҙнанан 4 млн 589 мең 500 һум аҡса бүленгән. Район бюджетынан өҫтәмә саралар аҙ сығым талап итеүсе ял (слеттар, фестивалдәр, күп көнгә иҫәпләнгән походтар, экскурсиялар, ата-әсәһе ҡарауынан мәхрүм ҡалған
балаларҙы һауыҡтырыу учреждениеларына, ярыштарға алып барыу) өсөн планлаштырылған.
Балаларҙың һауыҡтырыу кампанияһын асыуға әҙерлек сиктәрендә муниципаль район бюджетынан 380 мең һум күләмендә финанс саралары ял учреждениеларына экспертиза үткәреү барышында етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә бүленде, йәлеп ителгән саралар — 255 мең һум. Быларҙың барыһы ла аҙыҡ –түлек блогын һәм башҡа бүлмәләрен яңынан йыһазландырыуға китте (йыуыныу өсөн раковиналар, ванна, эшөҫтәлдәре, сифондар, бактерицид лампалар, вентиляция системалары, һыу эсеү ҡулайламалары). 2019 йылдың мартында 7 белем биреү мәктәптәре базаһында балаларҙың көндөҙгө лагерҙарының профилле сменалары ойошторолдо, унда 419 бала ял итте. Йәйге осорҙа муниципаль район территорияһында белем биреү учреждениелары тарафынан ойошторолған 15 көндөҙгө лагерҙа 920 балаға ял итеү мөмкинлеге биреү планлаштырылды. Шулай уҡ мәктәптәрҙә янғын хәүефһеҙлеге буйынса эш дауам итә. Валентиновка, Тәүәкәс, Тирәкле ауылдары мәктәптәрендә йәшен ҡайтарғыс ҡуйылды (муниципаль район бюджетынан дөйөм суммаһы 309 мең 435 һум аҡса бүленде) һәм “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә Тирәкле мәктәбенә янғынға ҡаршы люк урынлаштырылды, саралар күләме — 13 мең һум. Мәҙәниәт учреждениеларында эшмәкәрлек планға ярашлы башҡарыла. Йыл башынан райондың бөтә мәҙәниәт учреждениеларында Театр йылы, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы, Мостай Кәримдең юбилейы уңайынан байрам саралары уҙғарылды. Тәүге ярты йыллыҡта ижади коллективтар төбәк-ара һәм республика кимәлендә ярайһы уҡ уңыштарға өлгәште. БР Мәҙәниәт министрлығы һәм муниципаль район хакимиәте араһындағы килешеү нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы бюджетынан Абҙан ауыл клубының матди-техник базаһын үҫтереү һәм нығытыуға 2 335 754 һум күләмендә субсидия бирелде. Субсидия кәрәкле йыһаздар алыу өсөн өлөшләтә тотонолдо, мебель (399980 һум), оргтехника (240 000 һум), спорт кәрәк-яраҡтары (26 000), сәхнә кейемдәре ( 229 000), 808 152 һум күләмдәге суммаға яҡтыртыу һәм тауыш аппаратуралары һатып алыуға аукцион үткәрелде. Субсидияны һөҙөмтәле файҙаланыу күрһәткесе булып клуб формаларында ҡатнашыусыларҙың һанын 51 кешегә арттырыу тора. Тәүге ярты йыллыҡта район китапханаларына 246 мең һум суммаһында 950 дана китап алынды. Бүләк рәүе шендә — 200 дана (68 мең һум). Үҙәкләштерелгән китапхана селтәренә яңы баҫмалар алыныуы үткән йылдың ошо осоро кимәле менән сағыштырғанда 114 процент тәшкил итә. Уҡыу йылы барышында Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары һаны 440 ине. Мәктәпте 139 уҡыусы уңышлы тамамланы. Балалар сәнғәт мәктәбе 13 белем биреү программаһы буйынса уҡыта:фортепиано, баян, гитара, ҡыл-ҡумыҙ, думбыра-ҡурай, һынлы сәнғәт, театр, вокал, эстетик класс, фольклор (башҡорт, рус), хореография. Белем биреү хеҙмәтләндереүе бөтә күрһәткестәр буйынса —100 процент. Балалар сәнғәт мәктәбенә музыка ҡорамалдары кәрәк, ағымдағы йылда ул һайлап алыу конкурсын үтте һәм софинанслау шарттары менән Башҡортостан Республикаһы бюджетынан субсидия бүленә. Март айында мәктәпкә Ватан музыка ҡоралдары етештереүселәрен хуплау дәүләт федераль программаһы буйынса бушлай “Н.Рубинштейн” фортепианоһы (хаҡы 349 мең һум) бирелде. Алты ай һөҙөмтәләре буйынса эш хаҡының маҡсатлы күрһәткестәре тейешле кимәлдә үтәлгән. Демография мәсьәләләренә, тәү сиратта, ауырыуҙаран үлем һәм тыуымың кәмеүенә айырыуса иғтибар итергә кәрәк. 2019 йылдың беренсе яртыһында тыуым кәмене. Районда 2018 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда сабыйҙар 40-ҡа аҙ (43 процент) ( 2018 йылда — -92, 2019— -52), күрһәткес 7,1. Бөтәһе 119 кеше үлгән ( 2018 й. —156 кеше , был 37-гә аҙыраҡ, күрһәткес 16,4. Халыҡ һаны кәмеүе — 9,3. Халыҡ үлеме сәбәптәре: 1-се урында — ҡан әйләнеше ауырыуҙары 43 кеше (36,1 процент); 2-се — башҡа төрлө сәбәптәр арҡаһында 18 кеше (15,1); 3-сө — шештәр барлыҡҡа килеүе 16 кеше (13); 4-се — тын алыу системаһы сирҙәре 12 кеше(10), тышҡы сәбәптәр 12 кеше ( 10 процент). Үҙәк район дауаханаһы тарафынан үлемде кәметеү һәм 2019 йылда маҡсатлы күрһәткестәргә етеү өсөн саралар планы төҙөлгән. Өлкән йәштәгеләрҙе диспансерлаштырыу алып барыла. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сик- тәрендә мобиль ФАП-тарҙа халыҡтың тикшерелеүен, балаларҙы, бөтә граждандарҙы йылына бер тапҡыр профилактик ҡаралыуын ойоштороу бара. Учреждение,ойошмалар етәкселәре диспансер үтеү өсөн хеҙмәткәрҙәрҙең исемлеген бирә. Поликлиникаға барыу өсөн автотранспорт та бүленә. Айытмәмбәт, Максим Горький,Яңы Шишмә ауылдарында ФАП-тар төҙөү өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына заявка ебәрелде. Хәҙерге көндә кадрҙар мәсьәләһе һәм медицина ҡорамалдары менән комплектлау киҫкен тора. Тәүге ярты йыллыҡта үҙәк район дауаханаһында 45 табип эшләй, 5 табип-терапевт һәм 1-әр табип — оториноларинголог, табип-инфекционист, функциональ диагностика табибы, табип-хирург,табип-психиатрға мохтажлыҡ бар. ФАП фельдшерҙары —26, тағы ла 6 фельдшер кәрәк. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Бөрө медколледжы студенттары менән осрашыуҙар үткәрелә. Дауахана етәкселеге студенттарҙы һәм ординаторҙарҙы районға ҡайтарыу өсөн тырыша. Мәшғүллек үҙәгендә 123 эшһеҙ теркәлгән. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 6-ға күберәк (2018 й. —117 кеше). Миграция хәле былтырғы менән сағыштырғанда халыҡ һаны кәмеү менән ҡылыҡһырлана. 2019 йылдың ғинуар-майына халыҡ һаны 68-гә кәмене (2018 йылдың ғинуар-майында —14). Район предприятиеларында эш хаҡы буйынса бурыстар юҡ.
Миләүшә Бәширова
яҙып алды.
Читайте нас: