Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Август 2019, 18:32

Мосолман донъяһы 11 августа Ҡорбан байрамын билдәләй

Изге ниәт менән салынасаҡ ҡорбандарыбыҙҙың әжер-сауаптарын алырға яҙһын!
Ҡорбан — мал менән үтәлә торған ғибәҙәт
Ҡорбан — билдәле бер ваҡытта Аллаһы Тәғәләгә күңелебеҙ менән яҡынайыу менән салынған мал-тыуар. Ҡайһы бер ғибәҙәттәр тән менән булһа, был ғибәҙәт мал менән үтәлә торған һанала. Ҡорбан барыһынан да алда Хоҙай әмер иткәне өсөн салына. ”Хаж” сүрәһендә: “Беҙ һәр өммәттә Аллаһ тарафынан ризыҡ булараҡ бирелгән хайуанды салғанда, Аллаһ исемен иҫкә алһындар тип, ҡорбан үтәү ғибәҙәте ҡуйҙыҡ”, тиелә.
Ҡорбан салыу вәжип ғәмәл (үтәлергә тейеш). Дәлиле: ”Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә “Кәүҫәр” сүрәһендә: ”Ҡорбан салығыҙ!” тип әмер иткән.
—Эй, Мөхәммәт, һин Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал!-тип бойорған.
Шулай пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләһис-сәләм вәжип булғас, беҙгә, уның өммәте булараҡ,ҡорбан салыу ғибәҙәтен үтәү — мотлаҡ ғәмәл.
Һәр момолман кешеһе үҙ ғүмерендәбер тапҡыр булһа ла ошо бурысын үтәргә тейеш. Ҡорбан малы һатып алырға һәр кемдең хәленән киләлер. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә:” Һеҙҙең ҡайһы берегеҙ ҡорбан салырға көсө етеп тә, шуны үтәмәһә, ул кеше беҙҙең намаҙ уҡый торған еребеҙгә яҡын килмәһен,”-тигән.
“Әҙәм балаһы Ҡорбан байрамы көнөндә ҡорбан салып, Аллаһы Тәғәлә алдында оло мәртәбә ҡаҙана. Ул ҡорбан ҡиәмәт көнөндә мөгөҙө, тиреһе, тояҡтары менән килер. Хайуандың ҡаны ергә тамғансы уҡ, ҡорбан ҡабул ителгән булыр. Ҡорбан эйәһе шул ҡорбанына атланып,сират күперен үтер,”-тип әйтелә хәҙистә.
“Ул ҡорбан итен ашағыҙ, фәҡирҙәргә һәм теләгәндәргә таратығыҙ,”-тиелә “Хаж” сүрәһендә,36-сы аят.
Хоҙай насип итһә, Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп, уның ҡушыуы буйынса Ҡорбан байрамы көндәрендә ҡорбанға рөхсәт ителгән мал салайыҡ.
Ғәрәфә көнө
Ғәрәфә — Ҡорбан ғәйете алдынан бөтә хажиҙарҙың Ғәрәфәт тауында торған көнө. “Ғәрәфәттә тороу — хаждың төп йолаһы”.
“Хаж ғибәҙәтендә булмағандар был көндө ураҙа тотоп үткәрә. Ғәрәфә көнөндә тотҡан ураҙаның әжер-сауабы ике йыл дауамында ураҙа тотоуға тиң, тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. — Был көндө тотҡан ураҙаһы өсөн кешенең бынан алдағыһы һәм бынан һуңғы ике йылда эшләгән гөнаһтары ярлыҡана. Ғәрәфәлә ике көн ураҙа тотҡан кеше Әйүп пәйғәмбәргә бирелгән әжер-сауаптарҙы, Ғәрәфё көнөндә генә ураҙа тотҡан кеше Ғайсаға ғәләйһис-сәләм, бирелгән әжер-сауаптарҙы алыр”.
Дин өйрәтә: Ғәрәфә көнөндә һәр-береһен “бисмилләһ” менән башлап, мең тапҡыр “Әл-Ихлас” (Ихласлыҡ) сүрәһен уҡыу сауаплы,ти. Хәҙистәрҙең береһендә лә уны мең тапҡыр уҡыған кешенең гөнаһтары ярлыҡаныр тип әйтелә.
Шөкөр итһәгеҙ, ниғмәттәрегеҙ артыр
Кешенең үҙ хәленән ҡәнәғәт була белеүе, шул арҡала Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәрен белдереүе шөкөр тип атала. Шөкөр итеү — ғаләмдәр тәрбиәсеһе — Хоҙайҙы ололау. Ул өс төрлө була.
1. Йөрәк менән шөкөр итеү. Һәр ниғмәттең Алланың бирмеше икәненә ысын күңелдән ышаныу. Кеше ниғмәткә, байлыҡҡа өлгәшһә, Аллаһ юлынан һис тайпылмаҫ. Ниғмәткә шөкөр итеү ниғмәтте арттыра. Уның ҡәҙерен белмәү — исрафлауға сәбәпсе.
“Биргән ниғмәтемә шөкөр итһәгеҙ, ул ниғмәттәрҙе арттырырмын. Әгәр ҡәҙерен белмәһәгеҙ, ысынлап та, ғазабым көслө” (“Ибраһим” сүрәһе, 7-се аят).
2. Тел менән шөкөр итеү. Һәр ниғмәтте Аллаһ биргәнен аңлап, тел менән шөкөр итеү. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә шулай тигән: ”Аллаһ ниғмәт бирһә, кеше: ”Әлхәмдуллила!” — тиһә, был ниғмәттең шөкөрө үтәлгән булыр, икенсе мәртәбә “Әлхәмдуллила!” – тиһә, уның сауабын арттырыр. Кеше өсөнсөгә ҡабатлаһа, Хоҙай уның гөнаһтарын ярлыҡар.”
3. Ағзалар менән шөкөр итеү. Намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, хаж ғәмәлен үтәү кеүек ғибәҙәттәр менән дин юлында хеҙмәт итеү ҙә тән шөкөрөнә инә. Шөкөр иткән кеше бер ҡасан да Аллаһты онотмаҫ.Ул донъялыҡтағы ниғмәттәре менән тәкәбберләнмәҫ, үҙен башҡаларҙан өҫтөн күрмәҫ.
Читайте нас: