Бишенсе тапҡыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтте. Өфөгә республикабыҙҙың төрлө ҡалаларынан, Рәсәй төбәктәренән, донъя илдәренән 500 –ҙән ашыу делегат килде. Ҡоролтайҙың төп бурыстарының береһе — кесе ватанында барған эштәр, ҡаршылыҡтар тураһында хәбарҙар булыу, унда йәшәгән халыҡ тормошонда әүҙем ҡатнашһындар өсөн башҡорттарҙы туплау. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса әлеге мәлдә Рәсәйҙә 1673389 башҡорт милләте йәшәй. Шул иҫәптән 1172287-һе (дөйөм һандың 28,79 проценты) тыуған республикабыҙҙа ғүмер кисерә. Башҡорттар һаны буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урынды биләй. Милләтебеҙ вәкилдәренең 26 проценты Башҡортостандан ситтә көн күрә. Донъяла иһә дөйөм һан — ике миллионға яҡын. Башҡорт теленең яҙмышы борсой, балаларға әсә телендә белем биреү өлкәһендә күп мәсьәләләр бар, шул уҡ мәлдә башҡорт кинематографияһының, һөнәри сәнғәт һәм халыҡ мәҙәниәтенең, айырып әйткәндә, этномузыканың киң танылыу яулай барыуы һөйөнөслө.
Һәләтле хореограф, “Нуриев кеүек бейейбеҙ” бейеү һәм сәнғәт мәктәбе етәксеһе, “SWISS-URAL” яҡташлығы ассоциацияһына нигеҙ һалыусы, “Сит илдәрҙәге яҡташтар”, “Беҙҙең тамырыбыҙ — Башҡортостандан” төркөмдәре авторы, 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, Гүзәл Усманова – Гобе фекерҙәре менән уртаҡлаша:
— Февралдә Өфөгә килгәнемдә Ҡоролтай башҡарма комитеты миңә Европалағы башҡорттар ҡоролтайын булдырырға йөкләмә бирҙе. Һәм мин тиҫтәләгән Европа илдәренән яҡташтарымды эҙләп табып, эшмәкәрлегемде башлап ебәрҙем. Күптәр шатланып ҡабул итте: сөнки кесе ватаныбыҙ тарафынан үҙҙәрен онотолғандар иҫәбендә һанаған. Шул уҡ мәлдә араларында әүҙем йәмәғәт тормошо алып барғандар, шәхси хеҙмәте нигеҙендә Башҡортостаныбыҙҙың донъя кимәлендә билдәлелек яулауына ҙур өлөш индереүселәр ҙә юҡ түгел. Иң мөһиме — тыуған еребеҙҙән ситтә улар тамырҙарын ҡоротмаған.
Мин үҙем дә йәмәғәтсе: Швейцарияның күп кенә рус телле халыҡтарына хеҙмәтем менән танышмын. Даими рәүештә осрашыуҙар, концерттар, һабантуйҙар ойошторам. Сит илгә аяҡ баҫҡан көндән алып милли кейемдә башҡорт бейеүҙәре башҡарҙым. Күптәрҙә был ҡыҙыҡһыныу уята: Башҡортостан ниндәйерәк ил, ҡайҙа урынлашҡан һәм нисек йәшәй? 17 йыл элек Швейцарияла төбәгебеҙ тураһында томанлы ғына беләләр ине, Рудольф Нуриев кеүек күренекле яҡташтарым тураһында һөйләгәндәрем уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Журналистар ғәҙәттә минән Европала башҡорт балы хаҡында беләләрме тип һорай, ул бик билдәле түгел, сөнки Швейцарияла йыйылған был татлы ризыҡтың да сифаты яҡшы.Ә бына беҙҙең мәҙәниәтебеҙ — Башҡортостандың ысын бренды ул.
Ватаным менән Европа илдәре араһында күперҙәр булдырыу тураһында уйланам: ситтә йәшәгән һәр ҡайһыбыҙ тыуған иле мәнфәғәте өсөн бар тырышлығын һала. Минең дә хеҙмәтемдең һөҙөмтәһе — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына төрлө илдәрҙән 25 делегат йыйҙым. Бар булмышым менән рәсәйлемен. Шуға күрә Башҡортостандың донъяға етерлек кимәлдә үҙ ҡаҙаныштарын танытмауын аңлай алмайым. Ә бит республикабыҙ башҡа илдәрҙән бер ҙә кәм түгел. Эйе, беҙҙең халыҡ баҫалҡы ла, эшһөйәр ҙә, дарманлы ла. Ҡалаларыбыҙ сәнәғәт өлкәһе булараҡ ҡына билдәле. Уларҙан күпме күренекле ғалимдар, арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан. Ниңә ошо хаҡта һөйләмәҫкә?
Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына сит илдәрҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ делегат булып килде. Уңышлы кешеләрҙән торған командам тәжрибәләре менән уртаҡлашһын, “Мин ҙур компанияның менеджеры”, “Мин донъяға билдәле ғалим” тип әйтерҙән алда үҙҙәренең тормошо, эшһеҙлек буйынса пособиела ултырмаҫ өсөн ниҙәр эшләүе хаҡында һөйләһен тигән маҡсат менән яндым. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: беҙ булмаған бөтә ерҙә лә яҡшы. Киреһенсә, үҙ ватаныңда уңышҡа ирешеү еңелерәк. Сит илдә эш табыу өсөн кәмендә ике телде өйрәнергә кәрәк. Һеҙҙең үҙ фатирҙарығыҙ бар: европалыларҙың күбеһе бар ғүмере буйына сит торлаҡта йәшәй. Шул уҡ мәлдә унда хаҡтар һәм һалымдар күләме иҫ киткес ҙур.
Үкенескә күрә, Ҡоролтайҙағы бер нисә сәғәт эсендә яҡташтарыбыҙ менән яҡшылап аралашып өлгөрмәнек. Шулай ҙа дөйөм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтерҙәй кешеләр менән таныштыҡ. Яҡшы тормош артынан сит илгә китеү, ҡайһы саҡта яңылыш аҙым ул. Тәүҙә барыһын да аҡыл бизмәненә һалып үлсәү мөһим. Уйлап ҡарағыҙ: һеҙҙең Тыуған илегеҙ бар, ә балаларығыҙҙың булмаясаҡ. РФ Президенты программаһының эшләүе яҡшы: төрлө сит илдәрҙәге рус телле балаларҙы, олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәрен “Артек”та, “Орленок”та ял итергә саҡыралар. Өлкән улым Морат ошондай халыҡ-ара лагерҙа булғандан һуң, “Мин Рәсәйҙе яратам” тип үҙенең кисерештәрен белдерҙе. Шул саҡ сабыйҙарыбыҙға ватанлыҡ тойғоһоноң ни тиклем кәрәклеген аңланым.Әйткәндәй, 13 йәшлек ҡыҙым үҙенең спорттағы уңыштары менән тыуған еребеҙгә бурыслы. Лилиәгә 5 йәш булғанда уны тәүге тапҡыр Өфө паркында пониҙа йөрөттөк. Женеваға ҡайтҡас, ул ат спорты менән шөғөлләнергә теләген белдерҙе. Әлеге мәлдә өсләтә еңеүгә өлгәшеп, Швейцарияның абсолют чемпионы исемен яуланы.
Быйыл Башҡортостан 100 йыллығын билдәләй. Үҙаңдарыбыҙҙы үҫтереү өсөн бик үҙенсәлекле дата: кем беҙ, ҡайҙа табан барабыҙ, нимәгә өлгәшергә теләйбеҙ? Был эш итеүгә яҡшы этәргес. Мин, мәҫәлән, ватандаштарым менән бәйләнеш тоторға әҙермен. Тиҫтә йылдар буйына Мәҙәниәт министрлығынан Женева һабантуйына ҡурайсы ебәреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итеүҙәрем бушҡа ғына. Бындағы халыҡтың күбеһе ҡурайҙы күргәне лә юҡ: ниндәй ҙур ваҡиға булыр ине! Беҙҙең һабантуйға Европаның барлыҡ илдәренән тиерлек ижади коллективтар йыйыла, былауҙан ауыҙ итергә теләүселәрҙән һыу буйы сират хасил була, ә концерт иртәнән кискә тиклем һуҙыла. Сит илдәге яҡташтарым менән берлектә был милли байрам йәмәғәт башланғысында үткәрелә. Шуныһы ҡыуаныслы, Ҡоролтай Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләгән йылда ҡурайсыларҙы ебәреүҙе ойошторорға вәғәҙә бирҙе. Теләһә ҡайһы проектты тормошҡа ашырыуҙа йәмәғәтселек эшенең тәьҫирлерәк булыуын аңланым. Ассоцияциябыҙҙың (Азия, Америка, Европа) географик урыны буйынса эшсе төркөм булдырырға теләйбеҙ. Арабыҙҙа Башҡортостан халҡының йәшәйешен яҡшыртыуға өлөш индерергә теләгән көслө лидерҙарыбыҙ бар. Мәҫәлән, Канадала өс ай элек төҙөлгән башҡорттар ҡоролтайы күп кенә ҙур ҡалаларҙың иғтибарын яулап та өлгөрҙө. Биш йылға бер тапҡыр осрашыу — бик аҙ. Шуға күрә онлайн режимында ла аралашыуҙы көйләргә теләйбеҙ. Миҫал өсөн, БДУ – ла уҙған башҡорт телендәге диктантты, онлайн тапшырыу ярҙамында бөтә донъя киңлегендәге башҡорттар яҙҙы.
Киләһе йылда Башҡортостан Бөтә донъя Фольклориадаһын ҡабул итәсәк. Минең бурысым — ошо әһәмиәтле мәҙәни сарала ҡатнашыуҙың ни тиклем мөһим булыуын Европалағы яҡташтарға аңлатыу. Өфөгә килеп, 50-нән ашыу илдәрҙең мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеге тейәсәк. Үкенескә күрә, Ҡоролтайҙағы бер көн эсендә бөтә мәсьәләләрҙе тикшерергә, уларҙы йырып сығыу юлдарын эҙләргә өлгөрөп булмай. Әммә мине башҡорт теленә ҡарата иғтибарҙың төп урында тороуы һөйөндөрҙө. Кескәй сағымда ата-әсәйем Стәрлетамаҡтағы балалар баҡсаһына илткәндә мине аңларҙай бер генә тәрбиәсе лә юҡ ине, барыһы ла рус телендә һөйләште. Хәҙер иһә башҡаса: әсә телебеҙҙе бүтән милләт вәкилдәре лә ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Әйтергә кәрәк, башҡорт телен беләһең икән, һин төрки халыҡтарының бай мәҙәниәте донъяһын асып ҡына ҡалмайһың, ә инглиз телендә идеаль һөйләшеү нигеҙенә эйә булаһың. Июлдең тәүге яртыһында Мәскәүҙә хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаштым һәм “Киләсәктең бейеү педагогикаһы: теория һәм практика” конференцияһында спикер булдым. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән йыйылған 300-әҙ ашыу делегат сығышымды йылы ҡабул итте. Бер уңайҙан коллегаларымды киләһе йылда Женевала үтәсәк үҙемдең проектыма — “2020 йылда Рәсәйҙәге Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршылап” фестиваленә саҡырыуға өлгәштем.
Бынан тыш, Швейцариялағы Рәсәй ватандаштарының Координацион советы һәм Сит илдәге башҡорттар конференцияларында онлайн режимда ҡатнаштым. Бына шулай Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң тормошом айырыуса йөкмәткеле, төрлө саралар ҡаҙанында ҡайнайым. Әйтергә кәрәк, беҙҙең, сит илдәге яҡташтарыбыҙҙың маҡсаты — кесе ватаныбыҙҙы һөйөү, уның халҡына ярҙам итеү, Башҡортостандың донъя кимәлендә лайыҡлы урын биләүенә берҙәм тырышлыҡ һалыу. Һәм ошо йүнәлештә эшләйбеҙ ҙә...
Рәғиҙә Ғиззәтуллина яҙып алды.