Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Август 2019, 17:36

4 август — Тимер юлсылар көнө Хеҙмәттә иң мөһиме — берҙәмлек

Йәйҙең һуңғы айында тимер юл эшселәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
Тимер юлы, беренсенән, төбәктәр араһын тоташтырыусы булһа, икенсенән, бөтә хужалыҡ тармаҡтарының үҫешендә мөһим роль уйнаусы транспорт төрө.
Приуралье станцияһындағы кисектергеһеҙ эштәр буйынса 1-се бригада Куйбышев дирекцияһы инфраструктураһына ҡараған Белорет дистанцияһы. Был ойошманың етәксеһе — юл мастеры Рәфис Төлкөбаев. Күптән түгел бригада, колонна, участка һәм сменалар араһында еңеүсе исеменә лайыҡ булған. Бөгөн дә берҙәм коллектив юғары һөнәрилекте һаҡларға тырыша.
Рәфис Насретдин улы сығышы менән Оҙондарҙан. Мәктәпте тамамлағас, хәрби бурысын Забайкальела космос ғәскәрҙәрендә үтәп ҡайта. 1986 йылда бында килеп урынлаша һәм әлеге көндә лә һайлап алған һөнәре буйынса эшен дауам итә.
— Беҙҙең ҡарамаҡта ике станция — Приуралье һәм Раутау. 49 километр тимер юлын хеҙмәтләндерәбеҙ. Йәштәр аҙыраҡ, шулай ҙа тәжрибәле өлкәндәр уларға эш айышын төшөндөрөргә ярҙам итә. Бер-береңә терәк булыу беҙҙең хеҙмәттә иң мөһиме. Был инде юлдарҙың төҙөклөгөндә, йәғни эш һөҙөмтәһендә асыҡ сағыла. Сөнки ремонтлау буйынса технология, ағымдағы юл торошо, уны тикшереп тороу, етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөү берҙәмлек, яуаплылыҡ талап итә. Беҙҙең хеҙмәт еңелдәрҙән түгел, әлбиттә, төн-көн тимәй, һауа торошоноң ниндәй икәнлегенә ҡарамаҫтан, ваҡыт менән дә иҫәпләшмәй, үҙебеҙҙең бурысты атҡарыу — һәр саҡ тимер юлының хәүефһеҙ торошон тәьмин итеү. Етәкселек алдында ла йөҙөбөҙ яҡты. (был хаҡта Диплом, Маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй). Үтә лә яуаплы һәм физик көс талап иткән хеҙмәттә эшсәндәрҙең һәр ҡайһыһы тырышлығын һала: монтерҙар Илһам һәм Шамил Садиҡовтар, Ғәфүр Шәмсетдинов, Искәндәр Фәйзуллин, юл бригадиры Илнур Солтанов, Илнур Илназаров, Рөстәм Иҫәнбаев, Ришат Шаһивәлиев, Сабит Фәйзуллин, техник Зөлфиә Баһауетдинова, -ти абруйлы етәксе Р.Н.Төлкөбаев.
Ул хеҙмәткәрҙәренә талапсан да, шул уҡ ваҡытта ғәҙел дә. Был, күрәһең, тәрбиәнән киләлер. Юл мастеры әйтеүенсә: “Беҙ ғаиләлә һигеҙ бала үҫтек. Атайым Насретдин Ғәйнетдин улы эшһөйәр һәм беҙгә ҡарата үтә талапсан булды. Барыбыҙ ҙа хеҙмәттә сынығып буй еткерҙек, шуға бик рәхмәтлемен.”
Тимер юлы эшселәре һөнәре ныҡлы физик көс, техник белем талап итә. Тимер юлының өҙлөкһөҙлөгөн хәстәрләү, тейешле кимәлдә хеҙмәтләндереү кемдең ҡулынан килә? Әлбиттә, ҡыйыуҙар, батырҙар һәм физик яҡтан көслө ир-егеттәр генә был өлкәне үҙ итә. Шуға ла кисектергеһеҙ эштәр буйынса 1-се бригада ниндәй генә шарттар булмаһын һәр саҡ уяу. Һөҙөмтәле эштәре тик маҡтауға лайыҡ.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: