Күҙгә кескәй генә сүп йәки ләпәк керһә лә, ныҡ ыҙалайбыҙ, борсоп тороуы теш һыҙлауынан бер ҙә кәм түгел. Ап-асыҡ күргән ваҡытта ҡәҙерен генә белеп бөтмәйбеҙ икән. Бер танышымдың күҙенең насар күрә башлауы, көтөлмәгән ауырыу асыҡланыуы арҡаһында бошоноуына шаһит булып та шуға инандым. Ҡайһы бер сирҙәргә эш шарттары ла сәбәпсе була.
Үҙәк район дауаханаһының күҙ табибы, офтальмологы Нәйлә Хисаметдинова менән нескә органыбыҙҙы һаҡлау тураһында әңгәмәләштек. Ул беҙгә эшләгәндә күҙлек кеймәү арҡаһында йәйен сүп индереп имгәтеүселәр артыуы, гаджеттар тотҡоно булыу балаларҙың күҙен боҙоу ихтималлығы һәм башҡалар хаҡында һөйләне.
— Нәйлә Хәләф ҡыҙы, хәҙер гаджеттар осоро. Сабыйҙарҙың күкрәк һөтө имгәндән үк планшеттарға, телефондарға бәйлелеген күреп, күңел әрней. Балаларҙың күҙен нисек һаҡлап ҡалырға?
— Гаджеттар үҙҙәре ҙур зыян килтермәй, ләкин уйламайынса оҙаҡ ваҡыт ҡулланғанда, күҙ эсендәге мускул туҡымалары ҡыҫылырға мөмкин. Ә был күрә ҡараш, йыраҡтан насар күреүгә (близорукость) этәрә ала. Айырыуса нәҫелдә лә булһа, “шанстар” тағы ла арта, шуға күрә күҙгә көс яһау талаптарын үтәргә кәрәк. Балаларға гаджетты 20 минут ҡулланғандан һуң бер-ике сәғәтлек тәнәфес кәңәш ителә. Был ваҡытта бәләкәсегеҙҙе башҡа әйбер менән мауыҡтырырға тырышығыҙ — урамда велосипедта йөрөүме, йәки икенсе төрлө шөғөлдәр уйлағыҙ. Көнөнә ике тапҡыр 20-шәр минут гаджетта булыу етә, шунан артмаҫҡа тейеш.
— Балаларҙы табипҡа ни тиклем йыш күрһәтергә кәрәк? Ата-әсәләргә кәңәштәр бирһәгеҙсе...
— Күҙҙәренә зарланмаһа ла, мәктәпкә ҡәҙәр балаларҙы офтальмологта йылына бер тикшертеү зарур. Әгәр ата-әсәләр ҡәҙерлеләренең күҙен ышҡыуын, ҡыҫып ҡарауын, күҙе ҡыҙарғанын, насар (томанлы) күреүен һиҙә икән, офтальмологҡа тиҙ арала барыу талап ителә. Әгәр нәҫелдә насар күреүселәр булһа, мәктәп йәшендә лә йылына бер тапҡыр тикшерелеү хәйерле.
— Күреү һәләтен нисек һаҡлап ҡалырға һуң? Бәлки, махсус туҡланыу, витаминдар ярҙам итәлер?
— Аҙыҡ-түлек улай тәьҫир итмәй. Ләкин барыбер мөмкин тиклем аҙыраҡ консерванттар, газлы, баллы эсемлектәр ҡулланырға, ә йәшелсә, еләк-емеш, үҫемлек ризыҡтарына күберәк баҫым яһарға кәрәк. Ҡара көртмәле, кишер ҙә файҙалы. Уларҙа балалар организмына етерлек витаминдар, микроэлементтар күп. Балаларға күҙ өсөн махсус витамин биреүҙә ихтыяж юҡ.
— Ә ололарға? Хәҙер күҙ кибеүҙән интегеүселәр бар. Өлкән йәштәгеләргә унан ҡотолоу юлын ҡайҙан табырға? Бәлки, дарыу ғына түгел, ниндәйҙер витаминдар ҙа кәрәктер?
— Күҙ кипкәндә витаминдар ярҙам итмәй, уларҙы ғәҙәттә билдәләмәйҙәр. Был осраҡта күҙ йәшен алмаштырыусы дарыу тамыҙыу, күҙ тышсаһын дымландырыу талап ителә. Компьютер артында ултырғанда күҙ кибә, сөнки экранға текәлгәндә, күҙҙәрҙе йомоп алыу һирәгәйә, шуға күрә ял иттереү мөһим. Көн дауамында бер нисә тапҡыр дымландырғыс тамсылар һалыу яҡшы. Улар дарыуханаларҙа рецептһыҙ һатыла. Өҫтәүенә компьютер алдында тәүлегенә 20 сәғәт түгел, 6-8 сәғәт шөғөлләнеү етә. Эштән ҡайтҡас та, линзаларҙы һалыу хәйерле, һәм ҡабат гаджетҡа ултырмайбыҙ, саф һауала йөрөргә, ҡоро һауанан һаҡланыу зарур. Ҡышын батареялар, йылытҡыстар эшләгәндә, һауа ҡоро була, шуға ла был миҙгелдә күҙ нығыраҡ кибә.
Күҙ кибеү билдәләре бер нисә төрлө. Пациенттар күҙҙе асып-йомғанда, күҙ ҡыҙып тороуҙы, нимәлер ҡырған һәм ҡом кергән кеүек тоя. Ҡайһы берәүҙәр томанлыраҡ күреү, текстта хәрефтәр “йөҙөүенә”, күҙ ҡыҙарыуға зарлана. Был ауырыу күҙ ағы һәм күҙ алмаһының, йәше менән етәрлек дәрәжәлә дымланмауы арҡаһында барлыҡҡа килә. Ҡоро һауа ла тиҫкәре тәьҫир итә.
— Шулай ҙа, күҙ кибеү һәм башҡа сирҙәрен нисек киҫәтергә? Ниндәй иҫкәртеү саралары кәңәш итәһегеҙ?
— Көнө буйы компьютерҙа, зарарлы производствола эшләүселәргә эш һәм ял режимы бар. Компьютерҙа 40 минут эшләгәс, һис шикһеҙ, 20 минут ял итергә кәрәк. 40 йәштән уҙған пациенттар күҙ эсендәге баҫымды контролдә тоторға тейеш, кәм тигәндә, өс йылға бер булһа ла. Йыраҡтан насар күреүселәргә, күҙлек кейеүселәргә ғүмере буйына табипҡа күренеп тороу мөһим. Күҙҙәрҙе гимнастика ла бер аҙ ял иттерә.
— Бер танышыма медосмотрҙар ваҡытында күҙҙәрендә проблемалар бар тип әйткәндәре булмаған, ә һөҙөмтәлә, күҙ баҫымы арҡаһында өсөнсө дәрәжә глаукома асыҡланылар.
— Өсөнсө стадия булғас, ул үҙе лә ниҙер борсоғанын һиҙергә тейеш бит. Предприятиеларҙа уҙған профосмотрҙарҙа өҫтән-мөҫтән генә ҡарайҙар, әгәр кеше үҙе ҡыҙыҡһынһа, тәфсирләп тикшертеү өсөн махсуслаштырылған тар профилле учреждениеларға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ғәҙәттә, 40 йәшкә ҡәҙәр глаукома һирәк осрай. Тимәк, уның ниндәйҙер айырым үҙенсәлектәре булған, йә күҙ төҙөлөшөндә тайпылыуҙар барҙыр, йә нәҫелдән күскәндер, йә быға тиклем берәй травма үткәргәндер.
Глаукоманың беренсе билдәләрен кеше һиҙмәҫкә лә мөмкин. Сирҙең башында күҙ эсендәге баҫым күтәрелеү, һуңынан күҙ туҡымаларында ҡан әйләнешенең насарайыуы, һөҙөмтәлә, күҙ нервыларының үлеүе күҙәтелә. Глаукоманың башланғыс стадияһында күҙҙәрҙе нимәлер киҫкән, ҡырған кеүек тойғо була. Күҙҙең нығыраҡ дымланыуы, яҡтылыҡ насар урында күреү һәләтенең түбәнәйеүе, йыш баш ауыртыуы, күҙҙәрҙә ауырлыҡ тойолоу кеүек билдәләре лә бар.
— Йәрәхәт тигәндән, кемдәрҙеңдер быға бөтөнләй иҫе китмәй. Ботаҡ төртөлә, ҡайҙалыр бәрелә, ә табипҡа бармай. Тимәк, эҙемтәләре күпмелер ваҡыттан һуң да үҙҙәрен белдерә?
— Эйе, төрлө контузия үткәрһә, туҡмалған йәки башы менән йығылып бәрелгән булһа, мәҫәлән, селтәр ҡатлауы йыртылыуы ихтимал, был шул ваҡытта уҡ асыҡланмасҡа мөмкин. Һуңынан кеше зарланып килгәс, ҡараған ваҡытта беҙ күҙҙең селтәр ҡатлауы өҙөлөүен, ҡуба барыуын, күҙ төбөнә ҡан һауғанын асыҡлайбыҙ. Шуға күрә травма булһа, күренергә, һәр күҙҙең күреү һәләте боҙолмаҫ элек үҙ-үҙеңә иғтибарлы булыу зарур. Ошо урында травматизм профилактикаһы тураһында ла әйтеп үтергә теләйем. Йәйен был проблема айырыуса көнүҙәктә тора. Болгаркаларҙы, газон сапҡыстарын ҡулланғанда, кешеләр һаҡланыу саралары күрмәй, күҙҙәрҙе тулыһынса ҡаплай торған махсус күҙлектәр кеймәй. Шулай уҡ баҡсала, төҙөлөш, сварка эштәрендә травмалар һәм шуларға бәйле мөрәжәғәттәр ҙә арта. Газон сапҡыстарҙан ваҡ ташсыҡтар, болгарканан ҡыҙған тимер киҫәге осоп күҙгә керә. Сварканан күҙ тышсаһы һәм ҡатлауы бешергә мөмкин, шуға күрә һаҡланыу саралары, һис шикһеҙ, кәрәк.
— Күҙгә кергән сүпте сығарыу ни тиклем ҡатмарлы булырға мөмкин?
— Әгәр улар күҙ өҫлөгөндә генә булһа, бик ҙур проблема түгел, барыбер бер аҙ пациентты борсоп торасаҡ. Ләкин ҙур тиҙлек менән атылып килеп керһә, күҙ эсенә үк үтә. Шул ваҡытта күреү һәләтенә зарар итеүе ихтимал. Кескәй генә ташсыҡ шундай ҙур бәлә яһай ала.
— Катаракта тигән ҡурҡыныс сир ҙә бар бит. Шәкәр ауырыуы булғанда, катаракта менән яфаланыусылар бигерәк тә күп, тигәндәре дөрөҫмө?
— Катаракта, ғәҙәттә, олоғайғас осраусы ауырыу, ғәҙәттә 60 йәштән һуң күҙәтелә Әгәр организмда шәкәр сире, матдәләр алмашыныуы боҙолған икән, катаракта иртәрәк барлыҡҡа килеүе мөмкин. Унан күреү һәләтенә зыян килә. Диабетик үҙгәрештәр юҡмы икәнен контролдә тотоу өсөн күҙ төбөн ҡарап тороу ауыр. Диабет булғанда, катаракта йәшерәк пациенттарҙа ла күҙәтелә.
Катаракта бары тик хирургия юлы менән дауалана, бер ниндәй витаминдар, тамсылар ярҙам итмәйәсәк. Сирҙең башланғыс стадияһында уҡ операция яһала. Һуҡырлыҡты, эшкә һәләтлек кәмеүен көтөргә кәрәкмәй, хирургҡа күренеү мөһим. Белгес хәл итәсәк: операция кәрәкме, юҡмы икәнен. Ул шаҡтай юғары технология ысулында башҡарыла, төҙәлеү осоро ла ҡыҫҡа. Был ауырыуҙан операцияға меңләгән кеше сиратта тора. Йыл һайын бер нисә мең бушлай һәм түләүле операция яһала.
Катарактаның беренсе билдәләре — күҙ яҫмағы (хрусталик) епсәләренең үтә күренмәлелеге боҙолоуы. Ауырыуҙың тәүге мәлендә бер нисә участок тоноғораҡ булырға мөмкин, һуңынан күҙ яҫмағы тулыһынса тоноҡлана. Башланғыс стадияла сир һиҙелмәҫкә лә мөмкин. Һуңғараҡ тулыһынса һуҡырлыҡҡа килтереүе лә ихтимал.
— Кеше инде һуҡырайған, күреү һәләтен ҡотҡара алмаған осраҡтар ҙа барҙыр...
— Һуҡырайыуҙың сәбәптәре төрлөсә булыуы ихтимал. Әгәр катаракта арҡаһында күрмәй башлаған икән, ундай пациенттарға ла операция яһала. Ә инде башҡа берәй тайпылыу дусар итһә, һәр ваҡытта ла ярҙам итеү мөмкин түгел. Ләкин нисек кенә әйтмә, гелән тикшерелеп тороу зарур, сөнки ваҡытында ауыҙлыҡланған сир тиҙерәк дауалана.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина әңгәмәләште.