Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Июль 2019, 11:00

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә 13 онкологик амбулатор ярҙам үҙәге барлыҡҡа киләсәк.

Фото: Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
Башҡортостанда 2024 йылға тиклем «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә 13 онкологик амбулатор ярҙам үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Шул уҡ ваҡытта 1 июлдән Өфө, Октябрьский, Нефтекама һәм Күмертау ҡалаларында дүрт үҙәк асылды һәм улар медицина ярҙамы күрһәтә башланы. Ошо хаҡта кисә «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һөйләне.
«2020 йылда Республика клиник онкология диспансерында яңы палаталар корпусын файҙаланыуға тапшырыу күҙалланған. Унда ауыр медицина ҡорамалдарын ҡуйыу өсөн бүлмәләр әҙерләнә. 2019 йылдың сентябрендә юғары технологик нур терапияһы алымдарын уҙғарыу өсөн өс һыҙатлы тиҙләткесте сафҡа индереү ҡаралған. 2019 йылда компьютер томографын ҡуллана башлау көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу иҫәбенә махсуслаштырылған ярҙам мөмкинлеген арттырасаҡ», — тине министр вазифаһын башҡарыусы.
Беренсе ярты йылда Башҡортостанда яман шештән үлем күрһәткесе 2018 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 2,4% кәмегән. Әммә, Забелин әйтеүенсә, быйыл 6 айҙа яман шеш менән ауырыу 6,7% артҡан. Һөт биҙҙәре, йыуан эсәк, үпкә, тире, простата, ашҡаҙан яман шеше алдынғы урындарҙы биләй.
Яман шеш менән көрәш Рәсәй президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының төп бурыстарының береһе булып тора. Алты йылда яман шештән үлемде 100 мең кешегә 170 осраҡҡа тиклем кәметеү күҙаллана. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн триллион һум йүнәлтеү планлаштырыла.
Башҡортостанда проектты финанслау күләме 2019-2024 йылдар осорона 4,9 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, уларҙан финанс сараларҙың 23,5% республика бюджетынан бүленгән. Башҡортостанда быйыл яман шешкә ҡаршы дауалау терапияһы (химия терапияһы) башҡарылған көндөҙгө стационарҙа койкалар һаны 3,5 тапҡыр арттырылған.
Мөһим мәсьәлә – кадрҙар әҙерләү.
«2019 йылдың тәүге ярты йылында 39 табип әҙерләнгән, уларҙан клиника ординатураһында – 16 онколог һәм 23 белгес белемде күтәреү курсын үткән. 4,5 меңдән ашыу урта медицина хеҙмәткәре онкологик һағайыу һәм иртә диагностика программаһы буйынса уҡыны», — тип билдәләне Забелин.
Министрлыҡ яғынан яман шеш формаларын иртә асыҡлауға айырым иғтибар бүленә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров онкологик һағайыу күрһәткән һәм яман шеште асыҡлаған айырым медицина хеҙмәткәрҙәре категорияһына премия биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 2019 йылда республика биләмәһендә диспансеризация сиктәрендә колоректаль шеш скринингы уҙғарыла. Скринингтың икенсе этабы (колоноскопия) 2500-ҙән ашыу кешелә башҡарылған, 787 шеш алды ауырыуы һәм 111 яман шеш асыҡланған, уларҙың күпселеге иртә стадияла.


#нацпроекты#национальныепроекты #милли проекттар#онкология
Читайте нас: