Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
25 Июль 2019, 17:15

Сит илдәме әллә үҙебеҙҙәме?

Фото из открытых источников
Фото из открытых источников
Йәйге ялды һәр кем түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Балаларҙың оҙайлы ял көндәре булһа, өлкәндәрҙең күптән көтөп алынған отпускылары. Күптәр йыл һайын диңгеҙ буйына барып, ял итеүҙе хуп күрә. Сөнки Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле оҙайлы түгел. Быйылғы йәйҙе иҫәпкә алғанда, май айынан июнгә тиклем ҡыҙыу ҡояш булһа, июль ямғырлы көндәре менән эсте бошора. Шуға ла йыл әйләнәһенә ҡояшлы илдәрҙә йөрөп ял итеүселәрҙән көнләшерлек. Баш ҡалабыҙҙан тура был урындарға самолет осоп тора, мөмкинлегең бар икән, ниңә йөрөмәҫкә ти. Ят ер-һыу, сит мәмләкәттәр күреп, йылы тәьҫораттар кисереп, ете диңгеҙ аръяғында йөрөп ҡайтыуыңа ни етә? Путевкаларҙың хаҡтары ла әллә ни буй етмәҫлек түгел.
Төркиә
Төркиә - быйыл рәсәйҙәр иң күп йөрөгән ил.Ҡатмарлы сәйәси хәлгә, ышаныслы хәүефһеҙлек булмауына ҡарамай, Төркиә иң популяр ял итеү урыны булып ҡала. Бөгөн туристик путевкалар һатыу әүҙем бара. Ял апрель аҙағынан октябргәсә дауам итә. Ҡара, Мәрмәр, Эгей диңгеҙҙәрендә дүрт ай буйына һыу инергә мөмкин. Төркиәлә айырыуса балалар менән ял итергә уңайлы. Туристарҙы Сиде, Белек, Измир, Анталия, Бодрум, Даламан, Кемер, Мармарис курорттары ылыҡтыра. Отелдәрҙең нисә йондоҙло булыуына ҡарап, июлгә хаҡтар - бер кешегә 23 - 33 мең һум. Ике оло кеше, бер бала менән ял итергә барыусыларға путевка хаҡы — 100-120 мең һум.
Греция
Греция — һәр аҙым һайын боронғолоҡ һаҡлаған ил. Үҙенсәлекле тәбиғәтле утрауҙа-рында, материк өлөшөндә сит ил ҡунаҡтарына ял урындары ойошторолған. Родос, Крит, Корфу утрау һәм ярымутрауҙарында ғына меңәрләгән кеше була. Туристик инфраструктураһы ныҡ үҫешкән. Боронғо архитектура ҡомартҡыларын күреп ҡайтырға мөмкин.
Кипр
Урта диңгеҙҙәге был утрау ҙа ылыҡтырғыс көскә эйә. Барлыҡ отелдәрендә лә сервис яҡшы ойошторолған. Хаҡтар 30 - 40 мең һум.
Таиланд
Өфөнән тура чартер рейс булмаһа ла, был илдә ял итергә яратыусылар күп. Таиландтың экзотик тәбиғәте, төбөндәге таштары күренеп торған күгелйем төҫтәге йылы диңгеҙ, йылы һауа һеҙгә, һис шикһеҙ, оҡшаясаҡ. Паттайя. Был курорттан Таиландтың икенсе ҡала һәм провинцияларына сәйәхәт итеү уңайлы. Пхукет менән Самуға транспорт менән ҡатмарлыраҡ. Таиландта йәшелсә-емеш күп, экскурсиялар күп төрлө. Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе таҙа, йылы. Паттайяла океанариум, дельфинариум, ботаник баҡсалар, ҙур зоопарк бар. 12 көнгә тиклем путевка, ашауҙы индермәгәндә, 28 - 30 мең һум.
Болгария
Балалары булған ғаиләләр өсөн ял итеүгә уңайлы урын. Был илдең Несебыр, Свети-Влас, Поморис, Созополь, Равда ҡалалары ял сервисында бик популяр.
Тунис
Африка дәүләтенең пляждары ҡомдан тора. Атлантик океан июндән сентябргәсә йылы була. Эҫелек 35 градусҡа тиклем етә.
Ҡырым
Ҡырымда ял итерлек урындар күп. Күп һанлы шифаханалары, ял йорттары менән дан тотҡан Ялта, Феодосия ҡалалары әле лә ял итеүселәрҙе үҙенә ылыҡтыра. Сөнки ҡомло, ҡырсынлы таҙа пляждарын, диңгеҙ һауаһын һәр кем оҡшата. Күп һанлы пансионаттар, отелдәр төрлө ғаилә бюджеты өсөн иҫәпләнгән. Шифаханалар күп. Өфөнән поезд менән барып ҡайтыу өсөн кәмендә 25 - 30 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ.
Абхазия
Унда визаһыҙ ҙа инергә була. Сочи, Анапанан айырмалы рәүештә, диңгеҙ буйы таҙа. Ял итеүселәрҙең күңелен бейектән ағып төшкән тау йылғалары, күлдәре, һоҡланғыс, үҙенсәлекле тәбиғәте менән арбай Абхазия. Әммә ял итеүселәрҙе хеҙмәтләндереү сервисы аҡһай. Ял итеү өсөн Гагра, Пицунда, Сухум яҡшы.
Сит илгә барыусыларға кәңәштәр
Сит ил паспорты алырға кәрәк. Ул бер айҙа әҙерләнә.
Беренсе тапҡыр ял итергә барғанда бюджет вариантын һайлағыҙ. Төркиә, Греция, Болгария кеүек илдәрҙә ял итеү - путевка хаҡтары, ял сифаты буйынса ла бына тигән вариант.
Виза мәсьәләһен хәл итегеҙ. Туроператорҙар, ғәҙәттә, уны үҙҙәре эшләй. Төркиә, Мысыр, Абхазияға виза кәрәкмәй. Ә бына Европа илдәре визаһыҙ ҡунаҡтарҙы индермәй. Кипр менән Испанияға инеү өсөн Шенген визаһын эшләтмәйенсә булмай. Был илдәргә виза алыу өсөн Рәсәй, сит ил паспорты, эш урынынан махсус белешмә, электрон карта (финанс карта) кәрәк. Әгәр картағыҙ булмаһа, махсус бағыусығыҙ булырға тейеш.
Отель һайлағанда, тәүге тапҡыр барыуға ҡарамаҫтан, «өс йондоҙло» отелгә өҫтөнлөк бирмәгеҙ. «Дүрт йоңдоҙло»һо яҡшыраҡ булыр. «Өс йондоҙло»ла бер генә бассейн, күңел асыу үҙәктәре аҙыраҡ, йәшәү шарттары ҡайтышыраҡ булыуы мөмкин. Отель үҙе лә диңгеҙҙән алыҫ, өсөнсө, дүртенсе линияла урынлашасаҡ. Иртәнге, төшкө, киске аш ингән программаларҙы һайлағыҙ. Сит илдәрҙә кафела туҡланыу ҡиммәт.
Интернеттан «янып барған» турҙарҙы күҙәтеп барығыҙ. Арзан хаҡҡа ял итеп ҡайтыу мөмкинлеген ҡулдан ыскындырмағыҙ.
Ялға алдан әҙерләнә башлағыҙ. Үҙегеҙ менән климат шарттарына тура килгән кейем алығыҙ. Аптечка хәстәрләгеҙ. Тик унда таможня рөхсәт итмәгән корвалол, феназепам кеүек препараттар булмаҫҡа тейеш. Аҡсағыҙҙы мотлаҡ валютаға алмаштырығыҙ. Урында долларҙы һеҙ барасаҡ илдең аҡсаһына алмаштырып алыу еңелерәк буласаҡ.
Үҙебеҙҙәге ял иң яҡшыһы
Тәбиғәттә әүҙем ял яратыусылар Башҡортостанда ял итеүҙе хуп күрә. Республикабыҙ ҡурсаулыҡтарға, тәбиғәт һәйкәлдәренә, күл-йылғаларға бай. Ғаиләң менән рәхәтләнеп сәйәхәт ит, балыҡ ҡармаҡла, еләк, шифалы үләндәр йый. Төбәгебеҙ күп төрлө дауаланыу йүнәлештәре булған шифаханалары менән дә дан тота. Әммә путевкалар хаҡы «тешләшә». Бер көн ял, туҡланыу менән бергә, 2500 — 2800 һум тәшкил итә.
Ял итеүсенең хәтер һандығына
Терминдарҙы айырырға өйрәнегеҙ!
Тур һайлағанда «Туҡланыу» бүлегендә ОВ, ВВ, НВ, ҒВ, АL, UАL тигән яҙыуҙар иғтибарығыҙҙы йәлеп итер. Был аббревиатура нимә аңлата һуң ул?
ОВ, RО, АО — бушлай туҡланыу булмаған отель.
ВВ — отелдә тик иртәнге ашты ғына ашаясаҡһығыҙ.
НВ — иртәнге һәм төшкө аш.
НВ+ — иртәнге аш менән киске ашҡа урыңда етештерелгән иҫерткес эсемлектәр ҙә бирелә.
ҒВ — иртәнге, төшкө, киске аш.
ҒВ+ — көн дауамында бушлай иҫерткес эсемлектәр бирелә.
АL — өс мәртәбә туҡланыу, төрлө эсемлектәр һәм өҫтәмә туҡланыу (икенсегә иртәнге аш, ҡабымлыҡтар, һуттар, икенде ашы (полдник).
UАL — өс мәртәбә туҡланыу менән көн дауамында сикләнмәгән күләмдә иҫерткес һәм төрлө эсемлектәр, һуттар менән фреш, туңдырма бирелә.
Читайте нас: