Рәсәй Президенты В.Путин ошондай бурыс ҡуйҙы.
Был проект нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ ҡылыу менән бер рәттән, һуңғы айҙарҙа район-ҡалалар хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” район-ҡалаларҙа даими уҙғарыла. Был аҙнала, мәҫәлән, Миәкә хакимиәтендә үткән сираттағы кәңәшмәлә “Үҫемлекселек, көнбағышты таҙартыу һәм киптереү” йүнәлеше буйынса проект ҡаралды. Урындағы фермер Илшат Мусиндың ауыл хужалығы етештереү кооперативы булдырыу тураһында фекере район етәксеһе Ришат Аҡтуғанов тарафынан яҡлау табып, был проект республика грантына конкурста ҡатнашыуға тәҡдим ителде.В