Бөгөн Рәсәйҙә ирекмәндәр хәрәкәте йылдан-йыл киңерәк үҫеш ала. Быға һәр төрлө конкурстар, гранттар ҙа булышлыҡ итә. “Рәсәй ирекмәне” Бөтә Рәсәй конкурсы туғыҙынсы йыл үткәрелә һәм ил буйынса тиҫтәләрсә мең проектты йыйып, уларҙың иң яҡшыларын тормошҡа ашырыуға юл аса.
Был конкурс тураһында төп мәғлүмәтте “Рәсәй ирекмәндәре” Берҙәм мәғлүмәт системаһы аша табырға, сараға бәйле барлыҡ яңылыҡтар менән танышып барырға мөмкин. Илебеҙҙә ирекмәнлеккә ҡағылышлы төп мәғлүмәти интернет-ресурс һаналған системаның адресы: добровольцы.рф.
“Рәсәй ирекмәндәре” Берҙәм мәғлүмәт системаһы менән 1,5 миллион самаһы кеше, 500 меңдән ашыу ирекмән, 13 меңдән ашыу ойошма файҙалана. Тап ошо платформа ярҙамында теләге булған һәр кем “Рәсәй ирекмәне” Бөтә Рәсәй конкурсының шарттары менән таныша, үҙенең проектын тәҡдим итә, ирекмәнлек хәрәкәтенә ҡушылып, бихисап изге эштәр башҡара ала.
Ил етәкселеге лә был изге эшмәкәрлекте үҫтереүҙе яҡын киләсәктәге мөһим бурыстарҙың береһе тип билдәләй. Тап шуға күрә Рәсәй Хөкүмәте 2025 йылға тиклем Ирекмәнлекте үҫтереү концепцияһын әҙерләне.
– Илебеҙҙә һеҙҙең фекерҙәштәр һаны артҡандан-арта бара, бында, әлбиттә, үҙегеҙ ҙә тырышлыҡ күрһәтәгеҙ. Һеҙ бөгөн йөҙҙәрсә мең, ә бәлки миллиондыр... Ҡайҙа ҡыйынлыҡтар бар, ҡайҙа аныҡ ярҙам кәрәк, ҡайҙа ғәҙеллек урынлаштырыу талап ителә – кешеләр шунда ашыға, – тигәйне ил Президенты Владимир Путин ирекмәндәр менән осрашыу барышында.