Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Май 2019, 19:03

Малсылыҡ — мөһим тармаҡ

Үткән аҙнала район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ.И.Төгөлбаев етәкселегендә мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Н.Ж.Скуина, ветеринария станцияһы начальнигы В.С.Хажиәхмәтов, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре малсылыҡҡа арналған семинарҙа ҡатнашты.
Эшлекле сара Г.И.Швейкина хужалығында уҙғарылды. Башта йәйге лагерь торошо, һауып алынған һөттө һыуытыу ҡорамалдары, йәйге миҙгелгә әҙерлек менән хужалыҡ етәксеһе Галина Ивановна таныштырып үтте. Артабан түңәрәк өҫтәл артында мөһим теманы үҙ эсенә алған йөкмәткеле һөйләшеү булды. Ғәли Ишбулды улы һөт етештереүҙе арттырыу, уңайлы шарттарҙың быға булышлыҡ итеүе, мал-тыуарҙың имен, юғалтыуһыҙ ҡышлауы һәм ошоға бәйле күрһәткестәр тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
Наталья Жановна иһә фәнни күҙлектән сығып, яҙғы-йәйге осорҙа малдарҙы ашатыу, уларҙың аҙығын төрләндереп тороу, йәш үлән менән бер рәттән тәүге декадала бесән һәм һалам биреү кәрәклеген дә әйтеп үтте. Минераль матдәләр, витаминдар тулы кимәлдә булғанда ғына мал көр була, улар һөттөң ҡуйылығына ла тәьҫир итә. Аҙыҡ составы, һыйырҙарҙы ваҡытында һыу менән тәьмин итеү, күсмә автоматлаштырылған һуғарыу ҡоролмалары, көтөүлектәрҙе, аҙбар-ҡураларҙы ваҡытында таҙартыу, тәртиптә тотоу, профилактик саралар үткәреү, көтөүлектәрҙе айырым зоналарға бүлеү һәм башҡа етди мәсьәләләр күтәрелде. Ғәли Төгөбаев йәшел конвейерҙар ойоштороу, һөт кимәленең көтөүсегә бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Венер Сәрүәретдин улы эпизоотик хәл-торошто яҡтыртты. Модуляр дерматит, африка тағуны, ҡош киҙеүе, бешмә, бруцеллез кеүек яман ауырыуҙарҙан һаҡлыҡ саралары күреү мөһимлеген аңлатты. Учалы районында ҡотороу сиренең һигеҙ осрағы теркәлгән. Был инде мал хужаларының һәм урындағы етәкселектең вакцинацияға һалҡын ҡарашы һөҙөмтәһе. Ҡотороу малға ғына түгел, шулай уҡ кешеләрҙең дә сәләмәтлегенә зыян килтереүсе ҡурҡыныс сир. Йәйге осорҙа төрлө вирустар айырыуса әүҙемләшә, шуға күрә вакцинациялау хаҡында тәү сиратта хәстәрлек күрергә кәрәк. Йәйен эре малды ҡан эскес бөжәктәр яфалай, шунлыҡтан мал-тыуарҙы эшкәртеү талап ителә, ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Аҙбарҙарҙы дезинфекциялау һәм аҡлау буйынса ла һорауҙарҙы хәл итергә була. Ул шулай уҡ ситтән мал индереү һәм сығарыуҙа ветеринария хеҙмәте менән алдан килешеү, бер ай карантинға ҡуйыу мөһимлеге, сөнки йыш ҡына төрлө сирҙәр һәм бигерәк тә лейкоз сире асыҡланыуын, ҡош-ҡортто белмәгән кешеләрҙән һатып алмау, бының өсөн районда “Строй-Комфорт” территорияһында тәғәйен урын булдырылыуы, контролдә тотолоуы тураһында әйтелде.
Ғәли Төгөлбаев семинар һуңында янғын хәүефһеҙлеге, ҡороған, кипкән үләнде, сүп-сарҙы яндырмау, урманға барыуҙың ҡәтғи тыйылыуы, биналарҙа ҡом һәм кәрәкле йыһаздар булдырыу, махсус көтөүлектәрҙә йөрөмәгән малдарҙың юлдарҙа етди проблема тыуҙырыуы, экология мәсьәләләре, хеҙмәт шарттарын махсус баһалау кеүек көнүҙәктәге темалар менән бер рәттән 2019 йылдың 2-се ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына, бигерәк тә район гәзиттәренә яҙылыу тураһында ла һөйләне.
Йөкмәткеле кәңәшмәнән крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре ҡәнәғәт ҡалды, үҙҙәренә киләсәккә аныҡ эш планы һәм бурыстар билдәләне.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: