Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Май 2019, 19:05

Заман афәте

Терроризм һәм экстремизм тигән төшөнсәләр һәр кемгә мәғлүм. Матбуғат баҫмалары аша ғына түгел, шулай уҡ телевидение-радио тапшырыуҙары аша илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә, сит илдәрҙә ҡот осҡос ваҡиғалар тураһында ишетеп, йөрәк әрнеп ҡуя. Кешелек сифаттарын юғалтҡан енәйәтселәр үтә лә хәүеф тыуҙыра...
Вәсилә Камалетдинова, Көмәрле ауылы:
— Тәү сиратта, аңы томаланған әҙәмдәр халыҡты ҡурҡытып алырға, йәмғиәткә үҙҙәренең идеяһын көсләп тағырға һәм власҡа ҡаршы тороп, көс ҡулланырға тырыша. Заман үҙгәреш кисергән һайын тормошҡа хәүеф-хәтәр янаусы ойошмаларҙың барлығы шомландырып ҡуя.
Әлмира Юламанова, Убалар ауылы:
— Бөгөн донъяла терроризм киң ҡоласлы социаль проблемаға әүерелде. Төрлө йүнәлештәге хәүефле төркөмдәрҙең барлыҡҡа килеүе заман афәтенә тиң. Террорсылар хатта бер ғәйепһеҙ балаларҙы аяп тормай. Уларҙың төп үҙенсәлеге — ҡаты бәғерлелек, ҡанһыҙлыҡ. Йәмғиәт ҡанундарын инҡар итеп, яуыз ниәттәрен төрлө ысыулдар менән бойомға ашырырға тырышалар, шуға барыбыҙға ла уяу булырға кәрәк.
Рәис Динисламов, Максим Горький:
— Террорсылар йәмғиәткә йоғонто яһарға маташып, ҡылған яуызлыҡтары өсөн яуаплылыҡ ала, власть органдарының иғтибарын йәлеп итеп, уларға баҫым яһай. Үҙҙәренең яман уйҙарын ысынбарлыҡҡа әйләндереү маҡсатында көсләү, шартлатыу һәм башҡа емергес алымдар ҡулланып, халыҡ именлегенә, рухи-матди хәленә ғәйәт ҙур зыян килтерә. Экстремистарға һәм террорсыларға ялғанлыҡ, аҙғынлыҡ, бәйһеҙлек кеүек иң тупаҫ сифаттар хас. Бөтәбеҙгә лә һаҡлыҡ саралары күреү мөһим.
Рәсимә Мөхәмәтйәрова, Архангел:
— Террорсылар халыҡ араһына паника, ҡурҡыу, нәфрәт сәсә, рухи һәм матди ҡиммәттәрҙе юҡ итә. Сәйәси, дини, милли, финанс, коммерция, шәхси һәм башҡа проблемаларҙы хәл итеүҙә айырым төркөмдәр йәки кешеләр ҡораллы көс ҡуллана, шартлатыу ойоштора, янғындар сығара, самолеттарҙы үҙ мәнфәғәтендә алып китә. Улар ҡулынан ҡорбандар бихисап. Шуға күрә дәүләт һәм төрлө ведомство һәм хоҡуҡ, тәртип һаҡлау органдарының берҙәм эшмәкәрлеге, киң профилактикалау эштәре алып барырға кәрәк.
Миләүшә Бәширова яҙып алды.
Читайте нас: