Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 14:40

Яу ҡырында ла, тыныс тормошта ла үҙен һынатманы

Шәйхетдин Шәрәфетдин улы Ҡужабаев Тирәкле ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып буй еткергән, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан. 1937 йылда Совет Армияһы сафына саҡырылған егет сынығыу мәктәбе үтеп тә өлгөрмәй, Бөйөк Ватан һуғышына алына. 1942 йылда йәш һалдат Воронеж фронтының Воронеж-Ворошиловград, артабан 1943 йылда Харьков операцияһында ҡатнаша. 1944 йылда Шәйхетдин олатай хеҙмәт иткән часть 2-се Белоруссия фронты составына ҡушыла һәм күп кенә азат итеү яуҙарында, Берлин стратегик операцияһында ла көрәшә.
“Харьковты алғанда немецтар беҙҙе өс тапҡыр кире бәреп сығарҙы. Аяҡтарҙа — быйма, шул көйөнсә йылға кисеп, өшөү-туңыуҙы белмәй дошмандарҙың барыбер кәрәктәрен бирҙек. Көсөргәнешле алыштан һуң Полтаваға күскән саҡта станцияла ике ауылдашымды: Ҡорбан Шаһиевты һәм Сәғиҙислам Мырҙабаевты осраттым.
Артабан Запорожье өлкәһен үтеп, Курск яғына юл тоттоҡ. Курск дуғаһы бәрелешендә яраланып, ялан госпиталенә эләктем. Һауыҡҡас Польшаны азат итеүҙә үҙ өлөшөмдө индерҙем. Моглинск лагерында тотҡонлоҡта яфа сиккән кешеләрҙе ҡотҡарғанда аяныслы күренештәр күрергә, ҡурҡыныс хәлдәр тураһында ишетергә тура килде, уларҙы мәңге оноторлоҡ түгел.
Лагерҙарҙа миллионлаған әсирҙәрҙең аслыҡтан, һыуыҡтан ғазапланып, йәберләнеп ғүмерҙәре өҙөлдө. Бында ла кешеләр тығыҙ, тынсыу, бысраҡ ағас ҡоршау эсендә тереклек иткән, “йоҡо” өсөн өс рәт ағас нарҙар урынлаштырылған ине. Һәр кем ғүмеренең нисек өҙөләсәген ап-асыҡ белгән, сөнки бер үк күренеш даими рәүештә ҡабатланып торған...Даими рәүештә ҡорбандарҙы дөйөм мунсаға мал көтөүен ҡыуып кереткән кеүек индереп, йыуынырға ҡушалар ҙа, аҙаҡ, сыҡҡандарҙың барыһын да бер бинаға бикләп, ағыулы газ ебәрәләр. Мәйеттәрҙе махсус мейестәрҙә яндырып, көлдәрен Германияға ашлама итеп оҙатҡандар икән. Дошмандарҙың йыртҡыслығы, гөнаһһыҙ сабыйҙарҙы, яҡлауһыҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ҡарт-ҡороно ҡаты язалауҙары, мыҫҡыллауҙары башыбыҙға һыйманы. Был ваҡиғаларҙы иҫкә төшөргән һайын тештәрем ҡыҫыла, йоҙроҡтарым йомола. Ҡалған әсирҙәрҙе ҡотҡарып, илбаҫарҙарҙың ваҡ ғәскәрҙәрен тар-мар итә-итә, Берлинға килеп индек. Һуғыштың һуңғы көндәрендә үлемесле бәрелештәр күп булды. Ниһайәт, фашистарҙы дөмөктөрөп, Бөйөк Еңеүҙе яуланыҡ. Беҙҙең ғәскәрҙе Жуков үҙе үк парадҡа саҡырҙы, ләкин, ниндәйҙер сәбәп арҡаһында, унда ҡатнаша алманыҡ.
Әкренләп һалдаттар тыуған ерҙәренә ҡайтарылды, ә мин иптәштәрем менән Германияла Совет оккупация ғәскәрҙәре төркөмө составында хеҙмәт итергә ҡалдым. 1945 йылдың август айында Баку ҡалаһына ебәрҙеләр. 1946 йылда атайымдың үлеп китеүе тураһында телеграмма алғас, ауылға юлландым. Ҡабаттан килгәндә часыбыҙ Тбилисиға күсте. Бер аҙ хеҙмәт иткәс, демобилизация тураһында ҡарар алдым һәм Башҡортостанға, Тирәклемә ашыҡтым”-тип хәтер йомғағын һүтте ҡарт ветеран.
Ҡыйыу һәм тәүәккәл һалдат һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн “Ҡыҙыл йондоҙ”, II дәрәжә “Ватан һуғышы” ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Польшаны азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Туғыҙ йыл тыуған ерендә булмаған ир-уҙаман, тыныс тормошҡа ҡайтҡас та колхозда ең һыҙғанып эш башлай. Һуғыштан һуң йәшәү бик ауыр булһа ла фашистарҙы еңгән совет халҡы, шул иҫәптән тирәклеләр, бар ҡаршылыҡтарҙы ла ғорур йырып сыға.
Хеҙмәт һөйгән Шәйхетдин Ҡужабаев Сәлимә Ғәлим ҡыҙы менән алтмыш йылға яҡын бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, биш ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә ярҙам итә. Балалары уларҙың ғорурлығы.
Ҡарт һалдаттарыбыҙҙың сафтары йыл һайын һирәгәйә.... Шәйхетдин Шәрәфетдин улы ла 2002 йылдың 8 сентябрендә мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Иҫәндәренең — ҡәҙерен, үлгәндәрҙең — ҡәберен беләйек. Ҡан ҡойоп яуланып, аманат иртеп тапшырылған азатлығыбыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡлайыҡ, Тыуған илебеҙгә тоғро ҡалайыҡ.
Эльвира Хәсәнова,
Тирәкле мәктәбе директоры.
Читайте нас: