Инйәр
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 14:51

Тол ҡатындар иламай

Бөйөк Ватан һуғышы бик йыраҡта булһа ла уның тураһындағы хәтирәләр һәр саҡ беҙҙең менән. Ветерандарҙың, һуғыш михнәттәрен үҙ иңдәрендә татыған инәй-олатайҙарыбыҙҙың, улһыҙ, ирһеҙ, бәғзеләре атайһыҙ, һөйгән йәрһеҙ тороп ҡалғандарҙың яҙмыштары, кисерештәре мәңгелеккә уйылған.
Еңеү байрамы йыл һайын оло тулҡынланыу, шатлыҡ шул уҡ ваҡытта юҡһыныу алып килә. Убалар ауылында йәшәүсе Бибиәсмә Шәйхетдин ҡыҙы Абдуллина ла майҙың был көнөн һағыш тулы күҙ йәштәре менән ҡаршы ала.
— Атайым Шәйхетдин Фәтхетдин улы Моратов Юлыҡ ауылы егете, ә әсәйем Асия Ҡотдос ҡыҙы — Тирәкленеке. Уларҙың өйләнешеү тарихы бик үҙенсәлекле. 1930 йылда 21 йәшлек Шәйхетдин ҡыш айҙарында Тирәклегә килә. Таныштары уға әсәйемде димләй. Тәү күреүҙән үк әсәйебеҙҙе оҡшата, ләкин бер ҡаршылыҡ була — үҫмер ҡыҙ яңғыҙы етем ҡалған туғандарын тәрбиәләй һәм кейәүгә сыҡҡан осраҡта уларҙан айырылмаясағы, үҙе менән бергә алып китәсәге тураһында әйтә. Йәш егет ата-әсәһенең өс етем ейәртеп килгән киленде ҡабул итерҙәрме юҡмы тип бошоноп ҡайтып китә. Хәлде нисек бар шулай һөйләп биргәс, изге күңелле Фәтхетдин олатай ризалыҡ бирә.
Ун йылдан артыҡ дуҫ-татыу йәшәп, балалар үҫтереп, донъя көтөп ятҡанда Германия һуғыш иғлан итә. Олатайымдың дүрт улы ла фронтҡа саҡырыла. Тәүҙә 18 йәшлек Нурислам китә һәм башҡаса әйләнеп ҡайтмай. Хәйрисламы яңы өйләнгән була, яуға алынғанда ике айлыҡ ҡына Нәсимә ҡыҙы тороп ҡала. Ул да хәбәрһеҙ юғала. Бары тик Динислам Моратов ҡына фашист илбаҫарҙарын еңеп, тыуған еренә иҫән-һау ҡайтып етә.
Атайыбыҙҙың ул ваҡытта дүрт балаһы булғанға күрә хәрби комиссариат уны фронтҡа һуңлабыраҡ саҡыра. Ауылдың бер төркөм ирҙәрен ҡан ҡойғос алышҡа оҙатҡан көндө, бәләкәй булһам да, бөгөнгөләй иҫләйем. Ауыр тынлыҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың шым ғына сеңләүе, ҡарт-ҡороноң фатихалар биреп, юл доғаларын уҡыуҙары, йыуатыу тауыштары һаман ҡолаҡта сыңлай.
Юл тоҡсайын әҙерләп йөрөгән әсәйемдең күҙҙәренән йәш эркелә. Атайым биш айлыҡ ҡына Миңлебай туғанымды ҡабат-ҡабат сәңгелдәктән ҡулына алып ҡыҫып ҡосаҡлай, беҙҙе һөйөп туя алмай. Уның күңеленең йомшарыуына шунда беренсе һәм һуңғы тапҡыр шаһит булдым. “Башҡа күрә алмаҫмын инде һеҙҙе, ҡәҙерлеләрем”,-тип бәхилләшеп ҡапҡанан сығып китеүе, әсәйемдең һығылып төшөүе бала сағымдың ҡыҙғаныс һәм аяныслы хәтирәһе.
Атай — яуҙа, әсәйебеҙ көндө төнгә ялғап колхоз эшендә. Ул ауыл ҡатындары менән йылға аша яҙлы-көҙлө, ямғырмы, буранмы тип тормай, эшкә йөрөнө. Таң менән сығып китәләр ҙә, төнгә ҡарай берәмләп ҡайта башлайҙар. Беҙ, сабыйҙар, ауыл осондағы кәртәгә менеп ултырабыҙ ҙа, әрәмәлектәр аша әсәйҙәрҙең оло юлға сыҡҡанын көтәбеҙ. “Кешеләрҙең әсәләре ҡайта, ә беҙҙеке ҡайҙа икән?”- тип илап та ебәрәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙҙе күрһәк, шатланып уға ҡаршы йүгерәбеҙ. Эй, шул ваҡыттағы ҡыуаныуҙарыбыҙ! “Ҡошсоҡтарым, әйҙәгеҙ ҡайтайыҡ, асығып бөткәнһегеҙҙер”,-тип баштарыбыҙҙан һыйпай ҙа, етемһерәп көтөп торған өйөбөҙгә йүнәлә. Егәрле, сабыр әсәкәйебеҙ ҡырҙа ла тир түкте, беҙҙе ас итмәҫ өсөн һыйырҙан да өҙөлмәне, үҙе бесәнен дә, утынын да әҙерләне. Ауырлыҡтар уны бары сыныҡтырҙы ғына.
1943 йылдың август айында атай фронттан: “Һуғыштың иң дәшһәтле еренә эләктек, тере ҡайтырға мөмкинлек юҡ, балаларҙы арыу ҡара”,— тип хат ебәрә. Был уның һуңғы хәбәре ине. Беҙҙең яҡын кешебеҙ немец һалдаттары менән ҡанлы бәрелештә үлеп ҡала һәм сит ерҙәрҙә ятып ҡала. Ул туғандар ҡәберлегендә, башҡа бик күп яҡташтарыбыҙ менән бергә, ерләнгән.
Әсәйемдең батыр йөрәкле ҡатын икәнлегенә ошо мәлдә тағы бер инандым. Оло ҡайғы кисергән ғәзизебеҙ һынманы, беҙҙе аяҡҡа баҫтырыр, етем итмәҫ өсөн көс тапты. Балаларына атай ҙа, әсәй ҙә булды. Ниндәй генә ауырлыҡтар күрһә лә мин уның уфтанғанын, төшөнкөлөккә бирелеп илап ултырғанын иҫләмәйем. Көслө рухлы, ғәҙел, егәрле кешебеҙ барыһына ла түҙҙе. Йәш кенә көйөнсә тол ҡалһа ла кейәүгә сыҡманы, ғүмер буйы атайыбыҙға булған мөхәббәтенә тоғро ҡалды һәм уның балаларҙы арыу ҡара, тигән высаятын теүәл үтәне,-тип тарихын тамамланы ағинәй.
Тол ҡатындар иламай… Асия Ҡотдос ҡыҙы яҙмышы йәш быуын өсөн сағыу өлгө. Яу яланында һәләк булған ирҙәренә тоғро ҡалып, үҙәккә үтерлек яңғыҙлыҡты сабыр үткәреп, балаларын илебеҙҙең ысын илһөйәр кешеләре итеп үҫтергән, еңеү өсөн үҙ-үҙен аямай тир түккән, Ватаныбыҙҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа үҙ өлөштәрен керетеп, донъя йөгөн һис зарланмай алға тартҡан инәйҙәр ысын хөрмәткә лайыҡ.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: