Инйәр
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 14:44

Намыҫлы белгес — ысын табыш

Аҙнаның ниндәй генә көнө, тәүлектең ҡайһы ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, ветеринар врач ярҙамға ашыға, сөнки уның иңенә ҙур яуаплылылыҡ һалынған.
Апрель айының тәүге көндәрендә Архангел ветеринария станцияһына килдем. Күңелемде тынысһыҙлыҡ, хатта ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Башымдан мине нисек ҡабул итерҙәр, эшләй алырмынмы, тигән уйҙар борсоно. Ләкин иғтибарлы, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған ветеринария станцияһы начальнигы Венер Хажиәхмәтов һәм уның хеҙмәткәрҙәре менән танышҡас, борсолоуҙарымдың бушҡа булыуын аңланым.
Тәүге көнөмдә хәүефһеҙлек техникаһы саралары, белгестәр менән танышыу, аҙналыҡ планымды билдәләү кеүек күңелле мәшәҡәттәр менән мәшғүл булдым. Горный ауылында йәшәгәнгә күрә, Максим Горький биләмәһендә практика үтергә теләүемде белдергәс, береһе лә ҡаршы килмәне. 2 апрель мин төп эш урынымда алған белемдәремде тормошта ҡуллана башланым.
Максим Горький биләмәһен ветврач Ринат Йәнешев һәм фельдшерҙар Ирек Йәнешев һәм Дамир Фәйзуллин хеҙмәтләндерә. Биләмәгә ҡараған унлап ауылда мал тотоусылар байтаҡ, уларҙан тыш бер нисә фермер хужалыҡтары ла бар.
Яҙҙың икенсе айында планға ярашлы, йорт хайуандары көтөүгә сыҡмаҫ элек, хужалыҡтарҙа һыйыр, аттарҙан лаборатор диагностик тикшеренеүҙәр өсөн ҡан алыу, ваҡ малдарға прививкалар яһау, биркалар ҡуйыу, уларҙы иҫәпләп, рәсми теркәү кеүек эштәр башҡарыла.
Минең етәксем — Ринат Ишбулды улы, бик яуаплы, тырыш етәксе булып сыҡты. Тәжрибәле ветеринар сирләп торған малға күҙ һалыу менән уның ҡайһы ере ауыртыуын, нисек дауаларға кәрәк икәнен шунда уҡ билдәләй, беренсе ярҙам күрһәткәндән һуң йүнәлеү барышын күҙәтеүгә ала. Малҡайҙар ҙа изге күңелле кешенән ҡурҡмай, ҡотҡарыусыһын әллә ҡайҙан һиҙеп тора.
Ветеринария хеҙмәткәрҙәре менән ауылдан-ауылға, хужалыҡтан-хужалыҡҡа йөрөп, көндәлек бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр башҡарырға тура килде. Мал менән генә түгел, халыҡ менән дә эшләргә кәрәк. Шуға иғтибар иттем: Ринат ағай һәм уның ярҙамсылары ауыл кешеләре өсөн абруйлы һынала. Ҡайҙа ғына барма һәр кем улар менән кәңәшләшә, хәлдәрен һөйләй, хатта шаяртып та ала, ғөмүмән, үҙ күрә.
Ауыл кешеһенең нисек кенә булмаһын, ҡарап торғаны — мал. Эйе, һин малды хәстәрләйһең икән, ул һине хәстәрләй.
“Ҡулың еңел икән, Ринат ҡусты, рәхмәт. Аяҡ-ҡулдарың һыҙлауһыҙ булһын. Иҫән-һау эшлә!” тигән маҡтау һүҙҙәре уның өсөн иң ҙур баһа.
Р.Йәнешевтың миңә эште ышанып тапшырыуы, сабырлыҡ менән өйрәтеүе, бәләкәй генә уңыштарыма ысын күңелдән һөйөнөүе, урынлы кәңәштәре өсөн рәхмәтлемен. Белемен һәр саҡ камиллаштырып торған, нимә һораһаң да дөрөҫ йүнәлеш бирә белгән,үҙенең дауалау алымдары менән уртаҡлашырға теләгән, намыҫ менән тир түккән тәжрибәле белгес бөгөнгө көндә ысын табыш.
Әлиә Рәшитова,
Башҡорт дәүләт аграр университетының IV курс студенты.
Читайте нас: