Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 14:20

Мутлыҡ тоҙағына эләкмәгеҙ

Еңел табыш, аҡса артынан ҡыуып, енәйәт юлына баҫыуҙың бер ҡасан да яҡшы тамамланғаны юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, төрлө алдаҡ юл, мутлыҡ ярҙамында һәр нәмәгә ышанып барған кешеләрҙең аҡсаһын урлау, башҡа хәйләле аҙымдар менән байлыҡҡа, мөлкәткә эйә булырға тырышыу осраҡтары кәмемәй. Алдашыу, мутлыҡ менән аҡсаға эйә булыу маҡсатында ҡылынған енәйәттәр һанының артыуына юл ҡуймау, халыҡҡа был хаҡта мәғлүмәт биреү маҡсатында 2018 йылдың 12 июленән алып район территорияһында оператив – профилактик сара дауам итә.
Кеҫә телефондары, банк карталары, тауарҙар тәҡдим итеүсе интернет-сайттар аша һәм башҡа төрлө юлдар менән кешеләрҙе алдарға маташыусы мут әҙәмдәр йылдан-йыл арта. Үкенескә ҡаршы, йыш ҡына улар үҙҙәренең енәйәти уйҙарын тормошҡа ашыра. Халыҡты уяуыраҡ булырға, теләһә кемгә ышанып бармаҫҡа, телефондан шылтыратып банк картаһы һандарын йә паспорт мәғлүмәттәрен һораған кешеләрҙе тыңламаҫҡа саҡырабыҙ.
Мутлыҡ тоҙағына эләкмәгеҙ, тип мөрәжәғәт итә район халҡына полиция хеҙмәткәрҙәре. Бөтәһе лә, хатта төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе әбей-бабайҙар ҙа кеҫә телефондары менән ҡулланырға өйрәнгән мәлдә, кеше иҫәбенә байығырға теләүсе мут әҙәмдәр ҙә йоҡлап ятмай, көндән-көн яңы алымдар, хәйләкәр тоҙаҡтар уйлап табып ҡына тора. Халыҡты аң булырға саҡырып, гәзит-телевидение аша мәғлүмәт еткерелһә лә, кеше һаман да теләһә кемгә ышанып, көс түгеп тапҡан хәләл аҡсаһын күрмәгән-белмәгән әҙәмдәргә ебәрә лә ҡуя. Таныш булмаған кешеләр һорауы буйынса банкоматҡа барып, карталағы аҡсағыҙҙы билдәһеҙ иҫәпкә күсерә күрмәгеҙ. Шулай уҡ аҡсағыҙҙы бер ниндәй электрон янсыҡтарға, мобиль банктарға күсермәгеҙ. Әгәр һеҙҙең телефонға “Ваша карта заблокирована” йәки “Вы выиграли приз” тигән смс-тар килә икән — был енәйәтселәрҙең эше. Банк бер ҡасан да бындай хәбәрҙәр ебәрмәй. СМС-та күрһәтелгән номерҙарға ла шылтыратмағыҙ. Мобиль банктан аҡсаны сисеү өсөн ҡайһы саҡта бер шылтыратыу ҙа етә. Картағыҙҙың номерын, паролен һеҙҙән башҡа бер кем дә белергә тейеш түгел. Әгәр шигегеҙ булһа, банктың “ҡыҙыу линия” һандарына шылтыратып белешегеҙ, ул картаның артында күрһәтелгән.
Быларҙан тыш мутлыҡ ҡылыусылар кешеләрҙең социаль селтәрҙәге сәхифәләренә инеп, уларҙың дуҫтарына һәм яҡындарына аҡса һорап мөрәжәғәт итә. Был смс-тарға ла алданып ҡуймағыҙ, тәүҙә танышығыҙҙың телефонына шылтыратып, уға ярҙам ысынлап та кәрәкме-юҡмы икәнлеген дәлилләгеҙ. Ирегеҙ, улығыҙ йәки башҡа туғанығыҙ юл фажиғәһенә тарыны, кешене төкөттө, туҡмалды һ.б проблемаға осраны, уға ярҙам итеү өсөн ашығыс рәүештә аҡса кәрәк, тигәнде ишеткәс тә паникаға бирелмәгеҙ. Туғандарығыҙға, йә булмаһа эске эштәр бүлегенең дежур часына шылтыратып белешегеҙ. Республика биләмәһендә үҙҙәрен социаль хеҙмәткәрҙәр йәки Пенсия фонды вәкилдәре тип таныштырып, ололарҙы алдаусылар ҙа күбәйҙе. Енәйәтселәр шулай уҡ газ, электр хеҙмәте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ вәкиле булып ҡыланыуҙан да тартынмай.
Райондаштар шуны ла иҫендә тотһон ине: телефон аша үҙенең банк картаһы реквизиттарын сит-ят кешеләргә хәбәр итеп, ирекле рәүештә аҡсаһын биреүгә ҡағылышлы енәйәттәрҙе асыуы, аҡсаны кире ҡайтарыуы үтә ауыр. Сөнки мутлыҡ ҡылыусылар Башҡортостандан түгел, Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгенән, союздаш республикаларҙан да булыуы ихтимал.
Ә инде ошондай мутлыҡтар ҡорбаны булһағыҙ тиҙ арала яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ йәиһә мобиль телефондан 02(112) номерҙарына шылтыратығыҙ.
Айрат Мортазин,
район полиция бүлеге начальнигы.
Читайте нас: